

—Именлектә күрешеүгә бик шатмын,--тип башланы һүҙҙе ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов.-Позитив ҡарашта булыуығыҙ, киҫкен торған мәсьәләләрҙең ыңғай хәл ителеүе бик яҡшы. Нимәлер килеп сыҡмай икән, әйтеп, белгертеп барығыҙ, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп табыу өсөн ошонда йыйылдыҡ.
Осрашыуҙа МХО ветерандарының маҡсаттарына ынтылышы сағылды. Төрлө тән йәрәхәттәре алһалар ҙа тыныс тормошҡа яраҡлашыу юлын тапҡандар, киләсәккә пландары ла күп. Яугирҙәрҙең бер нисәүһе үҙ эшен асыу теләге белдерҙе. Балалар баҡсаларына йөрөүсе, мәктәптәргә, һөнәри белем биреү учреждениеларына һәм юғары уҡыу йорттарында белем алыусы балаларына льготалар юллау өсөн документтар буйынса һорауҙар булды. Күптәр хәрби часынан справка алыу ҙа бик ҡыйынға төшөүен белдерҙе. Шулай уҡ шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы бүленеше менән ҡыҙыҡһындылар. Ер комитеты белгесе аңлатыуынса, бушлай ер участкаһы алыу өсөн яугирҙең федераль әһәмиәттәге наградалары, йәғни ордендары булырға тейеш. Бөгөнгө көндә ҡалала 3 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм 15 яугирҙең ғаилә ағзалары шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы алған.
Ҡала хакимиәте башлығының Социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 55-нән ашыу льгота барлығын әйтеп үтте. Улар араһында: балалар өсөн--мәктәптәрҙә бушлай туҡланыу, һөт ризыҡтары менән тьәмин ителеү, автобуста бушлай йөрөү, балалар баҡсаһына сиратһыҙ урынлаштырыу, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында түләүһеҙ уҡыу һәм дөйөм ятаҡта йәшәү, ял лагерҙарына путевкалар бирелә. Ғаилә өсөн--ҡайһы бер һалымдарҙан азат ителеү, кредит каникулдары бирелеү, баҙар хаҡынан түбән хаҡҡа торлаҡ һатып алыу, күргәҙмә һәм концерттарға бушлай инеү һәм башҡалар. Башҡортостанда шулай уҡ пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә теләүселәр туплана башланы. Контракт нигеҙендә, әммә башҡа ирекмәндәрҙән айырмалы хәрби хеҙмәт шарттары өҫтөнлөклө. Шул иҫәптән--фронт һыҙаты менән сағыштырғанда хәүефһеҙерәк алыҫлыҡтан эш итәсәктәр; контракт аныҡ сикләнгән ваҡытҡа төҙөлө (1 йылдан алып); был яугирҙәрҙе үҙҙәренең теләге булмайынса пилотһыҙ осоу системалары менән бәйле булмаған икенсе хәрби һөнәрҙәргә күсереү тыйыла; студенттар уҡыуға академия отпускы алып, контракт тамамланғас бюджет иҫәбенә (урын булғанда) уҡыуҙы дауам итә аласаҡтар.
—Ҡалала патриотик тәрбиә айы башланды. Ай дауамында бөтә белем биреү учреждениеларында--балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, колледждарҙа һәм институтта махсус хәрби операция ҡатнашыусылар, башҡа локаль хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуҙар уҙасаҡ. Һеҙ—заман геройҙары, йәш быуын һеҙҙең турала, яу юлығыҙ хаҡында белергә тейеш, Ватанды һаҡлауҙың мөһөимлеген пропагандалағыҙ, ир-егеттең ролен аңлатығыҙ—тине Гүзәл Әхмәт ҡыҙы, ветерандарҙы йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашырға саҡырып.-Спорт залдарында уҙғарылған сараларға, ярыштарға йөрөгөҙ, балаларығыҙҙы алып барығыҙ, дуҫтарығыҙҙы йәлеп итегеҙ. Өйҙә ултырмағыҙ, кешеләр араһына сығығыҙ. 9 майҙа Бөйөк Еңеү көнөнә махсус хәрби операция ветерандары ҡала парадында ҡатнашырға тейеш.
-Әгәр балалар баҡсаларына, мәктәптәргә осрашыуҙарға барһағыҙ, үҙегеҙ менән махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтҡан экспонаттарҙы алырға онотмағыҙ, балалар уларҙы тотоп ҡарарға ярата. Мәҫәлән, миндә аптечка бар,—тип Гүзәл Әхмәт ҡыҙының һүҙҙәрен хупланы проекттың «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусы Рәмил Ибраһимов.
Рәмил Рамаҙан улы ҡала хакимиәте етәкселегенә, үҙәк ҡала дауаханаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға диспансеризация үтеү өсөн айырым кабинет булдырыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шәхсән кабинетҡа барып тикшеренеү үткән, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшенән ҡәнәғәт ҡалған. Осрашыу барышында хәбәрселәрҙең һорауҙарына махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Сергей Новиков яуап бирҙе:
—Бөгөн 12 махсус хәрби операция ветераны хәл итергә кәрәкле үтенестәрҙе етәкселәргә еткереү маҡсатында осрашыуға килдек. Бөгөнгө көндә иң актуаль мәсьәлә--эшкә урынлашыу. Ир-егеттәрҙең күбеһе алғы һыҙыҡтан сәләмәтлек тороштары ҡаҡшау сәбәпле ҡайта, Рәсәй Оборона министлығы менән төҙөгән контракттары тамамланыусылар ҙа бихисап--уларҙы эшкә урынлаштырырға кәрәк. Шулай уҡ дауалау, реабилитация мәсьәләһе лә бик мөһим. Ҡала етәкселеге, төрлө профилле хеҙмәттәр һәр ваҡыт ярҙамға килә. Киләсәктә айына бер тапҡыр ошо рәүешле йыйылышырға иҫәп тотабыҙ. Күҙгә күҙ ҡарап һөйләшеү үтенестәребеҙҙе, борсоған һорауҙарыбыҙҙы хәл итеүгә ышаныс бирә,--тип йомғаҡланы һүҙен Сергей Новиков.
Сара һуңында ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов ир-егеттәргә яуҙа күрһәткән батырлыҡтары, ҡыйыулыҡтары, Ватанға тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уларға һәм ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләне.
—Ветерандарҙың хәлдәрен белдек, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Бындай осрашыуҙар “күҙ буяу” өсөн үткәрелмәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән аныҡ диалог һәр ваҡыт мөһим. Беҙ уларҙы ишетәбеҙ, ярҙам итәбеҙ. 30 ғинуарҙа төбәк Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең төп темаһы ла махсус хәрби операция, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү булды. Шуға күрә, МХо-ға бәйле бөтә нәмәгә лә киләсәктә лә айырым иғтибар буласаҡ,--тине Сергей Вениаминович.
Гөлдәр Ҡадаева.