Андрей Назаров билдәләүенсә, ике республикалағы кеүек үк аҙыҡ-түлек тауарҙарын алға ебәреү тураһында ла һөйләнеләр. Хәҙер Өфөнән Сухумға тура рейстар бар һәм был ҙур өҫтөнлөк бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан менән Абхазия араһында 2030 йылға тиклем хеҙмәттәшлек планы төҙөлгән. Премьер-министр уны «бик эшлекле һәм һығылмалы» тип атаны. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар: уҙған йылдың 11 айында тауар әйләнеше 15 тапҡырға артҡан.
Абхазия яғы яуап сәфәре менән быйыл яҙ килергә ниәтләй.
«Башинформ» яҙғанса, туғандаш республикалағы коллегаларыбыҙ менән 29 сара өсөн юл картаһына ҡул ҡуйылған. Хеҙмәттәшлектә төп йүнәлештәр – иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниәт, туризм, спорт һәм һаулыҡ һаҡлау