Китапханасы батыр ил һаҡсылары үҫтергән әсә янына ла алып барҙы. Ике улы алғы һыҙыҡта булған әсә Фәнүзә Вәлиәхмәт ҡыҙы Әбсәләмова сал далалы Хәйбуллаға Йылайыр районының урман төпкөлөндә урынлашҡан Йомағужа ауылынан килен булып төшкән. Ул Вәлит ауылы егете Миңнур Әбсәләмов менән йәйләүҙә таныша. Ялан яғынан утынға килгән егет һомғол буйлы, мөләйем ҡыҙға тәү күргәс тә ғашиҡ була һәм яусылар ебәрә.
-1962 йылда тыуғанмын. Ғаиләлә 5 ҡыҙ үҫтек. Атайым янында күберәк булып, кәртә, мал-тыуар араһында булыштыҡ. Бесән дә саптыҡ, делянкаға ла йөрөнөк, атты һыбай менеп көтөү көттөк, утын да ярҙыҡ. Әйткәндәй, Йомағужала бөтә ҡыҙҙар ҙа утын ярҙы. Вәлиттә улай түгел икән. Килен булып төшкәс, ҡайным утын алғайны, балта тотоп ярырға керештем. Ирем күреп ҡалды ла һуҡранды. Беҙҙә ҡыҙҙар утын ярмай, тип киҫәтте,--тип һөйләй Фәнүзә Вәлиәхмәт ҡыҙы, йәш саҡтарын иҫләп.-Өфөлә уҡып, бухгалтер һөнәрен үҙләштерҙем. Баш ҡаланан ҡыш көндәре ыҙалап Йомағужаға ҡайтыуыбыҙ һаман хәтерҙә. Һаҡмар, Йылайыр йылғаларын сатлама һыуыҡта ялан аяҡ әҙ кисеп сыҡманыҡ. Урман яғында йәшәүе ауыр булыуын үҙ иңемдә татыным. 1987 йылда Вәлиткә оҙатылып килгәс, ялан еренең дә үҙ ҡанундары, ауырлыҡтары булыуына төшөндөм. Тик эсәр һыуым ошонда булғас, таштай батып йәшәргә тырыштым. Тик ирем Миңнурҙың ғына ғүмере ҡыҫҡа булды, 48 йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат булды.
Вәлиттә ҡатын мәктәптә эштәрҙе алып барыусы булып эшләй. Аҙаҡ ҡарауылда ла ултыра. Күркәм йорт һалып сығалар, донъяларына ҡот өҫтөп бер-бер артлы 3 балалары донъяға ауаз һала. Өлкән улдары Айтуған--1991, Ғәлинурҙары 1992 йылда тыуған. Берҙән-бер ҡыҙҙары Фәйрүзә 1996 йылғы. Улдары төрлө уҡыу йорттарында техник һөнәр үҙләштерһә, ҡыҙы Мәскәүҙә авиация университетын тамамлаған.
Малайҙары баштан үҙаллы була, спорт менән мауыға, ысын ир-егеттәр булып үҫә. Атайҙары менән ҡуша волейбол уйнайҙар, милли көрәштә алдынғы урындарҙы бер кемгә лә бирмәйҙәр. Айтуған йыр-бейеүгә лә оҫта була, концерттарҙа ҡатнаша. Мәле еткәс егеттәр Ватаны алдындағы бурыстарын үтәргә ашыға. Айтуған Миңнур улы18 йәшендә һалдат шинеле кейеп, хәрби хеҙмәтен Чита ҡалаһында үтә. Унан ҡайтҡас һөнәре буйынса тау сәнәғәте предприятиеһында эшләй. Татыр-үҙәк аулында йәшәй. Махсус хәрби операция башланғас та ул үҙ теләге менән ил һаҡсылары сафына баҫа—Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. «Шах» ҡушаматы алған яугир Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон составында алғы һыҙыҡҡа юллана. Яуҙа күрһәткән батырлығы генерал Шайморатов ордены, «Ҡыйыулығы өсөн» миҙалы менән баһаланған. Әлеге мәлдә уның контракты тамамланып, тыуған яғына ҡайтҡан, үҙ эшен асыу менән мәшғүл.
Ғәлинур Миңнур улы әрме сафын Тула ҡалаһында үтә. Һөнәре буйынса хәрби, 12 йылдан ашыу Сыбаркүл хәрби гарнизонында контракт буйынса хеҙмәт итә, гвардияның өлкән лейтенанты, мотоуҡсылар батальонының ҡорал буйынса командир урынбаҫары Сүриә лә булып ҡайтҡан. Украинала барған махсус хәрби операцияла ла баштан ҡатнаша. Хәрби наградалары бик күп.
Әйткәндәй, 2022 йылда Әбсәләмовтар хәрби хеҙмәттәре ваҡытында Украина ерендә--Херсонда осраҡлы рәүештә осраша.
-Өлкән улым Айтуған, яралыларҙы госпиталгә алып килгән булған. Кесеһе иһә БМП-ларҙы ремонтҡа килтергән. Улар күрешкәс, туғандар менән бергәләп видео бәйләнешкә сығып, күңел булғансы хәбәрләшәп алдыҡ,--тип ҡыуаныслы мәлдәрен дә иҫләп алды батыр ир-егеттәр үҫтергән әсә.-Махсус хәрби операцияла йөрөгән барлыҡ ир-егеттәр именлеген, уларҙың иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын, тиҙерәк илдә тыныслыҡ урынлашыуын теләп хәйер-саҙаҡалар биреп, ауыл халҡы йыйылып, мәсеттә доғалар ҡылып, ҡорбан салып, аяттар уҡытабыҙ. Улым менән һирәк булһа ла хәбәрләшеп торабыҙ, үҙем шылтыратып, йонсотмайым. Ҡайһы ваҡыт айлап һөйләшмәгән саҡтар була. Мин улымдан иҫән-һаумын, тигән бер яҙыуын ғына зар-интизар булып көтәм. Көнө-төнө Алламдан балама, барлыҡ яугирҙәргә именлек, ил башлыҡтарының аҡыл алмауын һорайым.
Фәнүзә Әбсәләмова ҡыҙы Фәйрүзә Ҡасимова менән дә сикһеҙ ғорурлана. Ул Вәлит ауылына тоташып ятҡан Комсомол бүлексәһе егетенә кейәүгә сығып, әлеге көндә Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәй. Фәйрүзә Миңнур ҡыҙы ҡул эштәре оҫтаһы булып танылған, социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы эштәрен һалып күрһәтеп бара. Бәйләү, сигеү, тегеү, милли биҙәүестәр, макрамэ—барыһын да бөтә күңелен биреп башҡара.
-Үҙемдең ҡул эштәренә оҫталығым юҡ. Миңә көрәк, һәнәк, балта булһа етә, ҡара эш яратам. Ҡыҙым әсәйем Ейәнсура районынан Йомағужаға килен булып килгән Мәрйәм Заһит ҡыҙы Хәкимоваға оҡшаған. Ул дебет шәлдәрҙе күпертеп бәйләй торғайны. 93 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Атайымдың бер туған апайы Мәрхәбә Абдрахман ҡыҙы милли биҙәүестәр эшләүгә оҫта булды,--ти Фәнүзә Вәлиәхмәт ҡыҙы.
Фәнүзә Әбсәләмова йәшләй тол ҡалғас, балаларҙы уҡытыу өсөн Өфөгә сығып китә. Шунда кондитер фабрикаһында эшләп хаҡлы ялға сығып ҡайта. Күленә тыныслыҡты Ислам дине бирә. Шуға ла дин тәғлимәттәрен ныҡлы өйрәнә, күп уҡый, ауыл мәсенә йөрөй, үҙе белгәнде ҡатын-ҡыҙҙарға өйрәтә.
-Ир-егеттәр мәсеткә һәлкәүерәк йөрөй, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар әүҙемерәк. Әммә ауылыбыҙ халҡын берләштергән, иманға әйҙәгән мәсетте тәртиптә тотоуға, төҙөкләндереүгә һәр кем өлөшөн индерергә тырыша. Мәсетебеҙҙе дөйөм көс менән ромонтланыҡ. Ураҙа мәлендә ауылыбыҙ гөрләп тора, йәше-ҡарты изге айҙа күберәк яҡшы ғәмәлдәр ҡылып ҡалырға тырыша. Имам-хатиб Фәнил Иҫәньюлов барыбыҙға ла өлгө булып тора һәм ауылдаштарҙың иманды нығытыуға, дингә ылыҡтырыуға бар тырышлығын һала.
Йәй көнө өләсәйҙәре Фәнүзә Әбсәләмова янына төрлө тарафтарҙа йәшәгән 3 ейәне, 3 ейәнсәре ашҡынып ҡайта. Уның аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән ихатаһында рәхәтләнеп уйнайҙар, ҡәҙерләләре бешергән тәмле-татлы ризыҡ менән һыйланалар. Улдары, кейәүе Фәнүзә Вәлихәмәт ҡыҙының өйөнә барлыҡ уңайлы шарттар эшләп биргән.
фотолар Әбсәләмовтарҙың шәхси архивынан