Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы Мырҙағәлинаның сыҙамлығы тормош утында сынығып ҡоросҡа әйләнә бара. Өс ул үҫтереп, икәүһен ил һағына ебәреү, ҡулдан телефон төшөрмәй көнө-төнө уларҙан хәбәр көтөү, береһен ер ҡуйынына һалыу, хәбәрһеҙ юғалған икенсеһен өмөтләнеп көтөү еңелме ни?! Әлбиттә, юҡ.
Дилә апайҙы тормош электән һынай. Ғүмер юлындағы ауыр имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юлындағы кәртәләрҙе һикереп үткән ҡолона яҙмыш зәһәрләнеп яңы һынауҙар ташлай. Ә Дилә апай бирешмәй, тәҡдире ырғытҡан таш ҡаршыһына аш менән бара. Үҙе ҡылған изгелектәрҙе илаһи көс баһалар тип өмөт итә.
—Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуҙым. Татыу ғаиләлә алты ҡыҙ, бер малай үҫтек. Атайым эшһөйәр, йыр-моңға ғашиҡ булды, гармунда уйнаны. Әсәйебеҙ ҙә тырыш булды, беҙгә тормошта бирешмәҫкә өйрәтте. Әле миңә 60 йәш, әммә ата-әсәйле сағымды шул тиклем һағынам, иң бәхетле мәлдәрем шул саҡта булған. Мәктәптә яҡшы уҡыным, адвокат, йә балалар баҡсаһында мөдир булырмын тип хыялландым. Әммә уҡыуҙы бөткән йылды Учалыла йәшәгән апайымдың ире мәрхүм булды. Ҡулында бәләкәй бала, икенсегә ауырлы ине. Әсәй-атайым шунда ярҙамға ебәрҙе. Өс йыл Учалыла апайым янында йәшәнем, ашнаҡсыға уҡыным. Уңышлы тамамлағас, артабан Алабуғаға уҡырға ебәрергә уйлағайнылар, тағы килеп сыҡманы. Әсәйем аяғын һындырыу сәбәпле, йәнә ярҙамға ашыҡтым. Һыйыр һауырға, малдарҙы ҡарарға кәрәк ине. Унан Баймаҡ һөнәрселек училищеһында сәс ҡырҡыуға уҡып алдым. 1987 йылда Иҫән егете Самат Сакинға кейәүгә сыҡтым. Уның менән Себер тарафтарында йәшәнек. Рәил һәм Фаил исемле улдарыбыҙ тыуҙы. Ул мәлдәрҙә Чечняла һуғыш бара ине. Шул саҡта уҡ бәләкәй улдарыма ҡарап хафаландым. Донъялар тыныс булһын инде, балаларым һуғыш күрмәһен тип теләй инем. Унан беҙ Сибайға ҡайтып йәшәнек. Улдарым мәктәптә бик һәйбәт уҡыны, тәртиптәре лә яҡшы булды. Ата-әсәләр йыйылышында гел маҡтанылар, ғорурланып, ҡыуанып ҡайта инем. Аталары ҡул эшенә оҫта булды, ултырғыс, кресло, шкафына тиклем үҙе эшләне. Әммә тормош булғас төрлө хәлдәр була, беҙ айырылдыҡ. 2001 йылда тағы бәхәтемде һанап ҡарарға булдым, Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Мырҙағәлин Ҡәнзәфәр менән ғаилә ҡорҙоҡ. 2003 йылда Мозафар улыбыҙ тыуҙы. Был исемде юҡҡа ғына һайламаныҡ. Атайымдың ике ағаһы—Ҡәнзәфәр һәм Мозафар Хәмзиндар Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала. Ата-йым ғүмер буйы шул ике ағаһын юҡһынып йәшәне. Хатта бер сиған ҡатын уға: «Үлмәҫ борон бер ағайыңды күрәһең»,—тигән. Шуға ата-
йым өмөт менән йәшәне. Мырҙағәлин Ҡәнзәфәргә кейәүгә сығыр алдынан атайыма таныштыра алып барғайным, ул аптыраны: «Ағайыма оҡшап тораһын, исемең дә шулай бит әле, кәүҙәң дә дәү»,—тине һәм арҡаһынан һөйҙө. Мин ауырға ҡалғас, атайым мәрхүм булып ҡуйҙы. Улымды тапҡас, атайым ғүмер буйы һағынып көткән Мозафар ағаһының исемен бирҙем. Ул бәләкәйҙән шуҡ, йырға маһир булды. Атаһы ла, мин дә гармунда уйнайбыҙ, шул да бирелгәндер. Урамда осраған береһе йырлатып, аҡса биреп китә ине. Мәктәптә тырышып уҡыны, шиғыр һөйләүгә оҫта булды, түңәрәктәргә йөрөнө. Спортты ла яратты, ҡурайҙа, баянда, гармунда, ҡумыҙҙа ла уйнаны. Аҙаҡ гитара алып бирҙем. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Өфөгә сәнғәт йүнәлешендә бер йыл уҡыны. Ул саҡта бәләкәй ине, һағындымы, асығам тип ҡайтты. Ауыл мәктәбендә ҡурай түңәрәгенә әүҙем йөрөнө. 9-сы кластан һуң, һөнәрселек училищеһына барып, иретеп-йәбештереүсегә уҡыны,— ип һөйләй Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы.
Мозафар үҫә төшкәс, йыш ҡына әсәһенән һуғышта ҡатнашыусы олаталары, Афған, Чечня һуғышыусы ике туған ағалары тураһында һораша башлай. Ил тыныслығын һаҡлаған туғандары менән ныҡ ғорурланып йөрөй ул һәм армияға барғас контракт төҙөп, хәрби булырға теләген белдерә.
—2022 йылдың июнендә Мозафар армияға алынды. Уларҙы Хабаровск крайына алып киттеләр. «Әсәй, Фаил ағай присяга биргән ваҡытында Воронежға барҙың, миңә лә килерһең ул?»—тине. Барырға вәғәҙә биреп хушлаштым. Аҙаҡ шылтыратты ла: «Әсәй, һигеҙ көн ыҙалап барҙыҡ, присягама килмәҫһең, йәме»,—тине. Август айында Рәсәй армияһына тоғро булырға ант бирҙе һәм күп тә үтмәй үҙенең Украинала икәнен әйтте. «Әсәй, бер кемде лә ғәйепләмә, үҙ теләгем менән киттем. Фатихаңды бир»,—тине. Миңә шулай итеүҙән башҡа әмәл юҡ ине. Йөрәгемә ут ҡапты, көнө-төнө изге теләктәр теләп йәшәп ятҡанда Фаил улым мобилизацияға эләкте. Шулай итеп, ике улым 2022 йылда махсус операцияға барып юлыҡты,—ти әсә.
Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙының көнө менән төнө алмашына. Ҡасан йоҡлағанын, ҡасан йоҡламағанын да белмәй, ҡулынан телефонды төшөрмәй йәшәй ул. Нисек кенә ауыр булмаһын, үҙе ныҡ тоторға, улдарына таяныс булырға тырыша.
—2023 йылда июндә Мозафар улым, унан өс көндән Фаил ялға ҡайтты. Ҡорбан салып, аят уҡыттыҡ. Икеһе лә миҙал менән ҡайтҡандар ине. Ялдан һуң бөтә ауыл менән оҙаттыҡ. Тәүге ҡайтҡандарында мин уларҙың күҙендә осҡон, ғорурлыҡ тойһам, һуңғы ҡайтҡандарында һағыш күрҙем. Мин йоҡлай алманым, тамағыма аш та барманы. Интернетта бар ҡарағаным шул махсус хәрби операция ине. 2024 йылдың 11 сентябрендә Мозафар шылтыратты: «Әсәй, беҙ ун көнгә бәйләнешһеҙ ергә инәбеҙ, борсолма, көт»,—тине. Ун көн үтте, ә Мозафарҙан хәбәр юҡ та юҡ. 23 сентябрҙә Фаил хәбәр һалды: «Әсәй, бәйләнешһеҙ ергә инәм. Мозафар тиҙҙән сығыр ул, уның менән һөйләшә торорһоң»,—тине. Бөтөнләй ҡойолоп төштөм. 24 сентябрҙә Мозафар хәбәрһеҙ юғалды тиһәләр, 26-һы Фаил юғалды тинеләр. 1 декабрҙә Фаилде Түбәнге Яйыҡбайҙа ерләнек, ә Мозафар әле лә юҡ. Мин өмөт өҙмәйем, әсирлеккә эләккәндер тип уйлайым, көтәм,—ти Дилә апай.
Яугир әсәһе тәүҙә үҙ-үҙенә йомола, берәү менән дә һөйләшмәҫлек хәлдә була, ҡайғыға бата. Тик былай хәсрәтте еңеп булмаҫын аңлай. Ике тапҡыр Ростовҡа барып ҡайта, ярҙам һорап хаттар яҙа, әсирлеккә эләккәндәр араһынан Мозафарҙы эҙләүҙәрен һорай. Хатта телеграмм каналында осраған бер видеола улын күреп ҡалғандай була.
Дилә Вәлиәхмәт улының ире Ҡәнзәфәр иртә баҡыйлыҡҡа күсә. Шунлыҡтан ул улдарын яңғыҙ үҫтерә. Әсә ҡулында буй еткергән малайҙар эшкә шәп, кешелекле, ярҙамсыл, ғәҙел, илһөйәр була.
—Шөкөр, улдарым егәрле, иғтибарлы булып үҫте. Фаил улым менән көндәр буйы һөйләшһк тә һүҙҙәребеҙ бөтмәҫ ине. Алсаҡ, ихлас булды. Өфөлә эшләп йөрөй ине ул, мобилизацияға эләгеп, иртә китеп барҙы. Шул тиклем юҡһынам. Берәй мөғжизә булып, Мозафарым иҫән-һау ҡайтып инһен тип теләйем,—ти күҙ йәштәрен түгеп Дилә апай.
Шуны ла әйтергә кәрәк: яугир әсәһе бөгөн мохтаждарға ярҙам итеү менән булыша. Бер балаға мәктәп кейемдәре алып биргән, ауыл мәҙәниәт йортона музыка аппаратураһы бүләк иткән, Иҫән, Үрге Яйыҡбай, Түбәнге Яйыҡбай, Ниғәмәт ауылы мәсеттәренә, Ниғәмәт ут һүндереү бүлегенә ярҙам иткән, өйһөҙ инвалид ҡатынды янына йәшәргә алған.
—Мөмкин тиклем ярҙам итергә, изгелек ҡылырға тырышам. Өйһөҙ ҡатынды осратҡас та башыма уй килде: бәлки, Мозафарым да ошо мәлдә ҡайҙалыр аҙашып, бәләгә юлығып, ярҙамға мохтаждыр. Мин бында кемгәлер ярҙам итһәм, тегендә улыма ярҙам ҡулы һуҙырҙар тип өмөт итәм,—ти Дилә апай һәм янында терәк булырҙай туғандарының, дуҫтарының, ауылдаштарының булыуына һөйөнә.
—Өлкән улым—бөгөн төп таянысым. Ул вахта менән ҡырҙа эшләй. Килен менән Ниғәмәт ауылында торалар. Дүрт ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Өлкән ейәнемә армияға барыр мәл етеп килә. Донъялар тынысланһын инде, балалар һау ғына булһын. Мин күргәнде бер кем күрмәһен,—ти батырҙар әсәһе.
Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы Мырҙағәлина өйөнөң түренә улдарының фотоларын, миҙалдарын, әрменән яҙған хаттарын, төрлө йылдарҙа алған Почет грамоталарын, Маҡтау хаттарын ҡуйған. Уларға ҡараған һайын Фаил улын юҡһынып, уның йәненә тыныслыҡ теләй, ә Мозафар улының иҫән-һау ҡайтыуын һорай...
Резеда Усманова.