Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
21 Ғинуар , 10:50

Сибай ирекмәндәре госпиталдә эшләне

Сибай ҡалаһынан Альбина Шәрәфетдинова һәм Айгөл Ишмырҙина «Беренсе тирмә» төбәк проекты составында махсус хәрби операция биләмәһенә барып, Луганск госпиталендә медицина хеҙмәткәрҙәренә, яралыларға ярҙам итеп ҡайтты.

Сибай ирекмәндәре госпиталдә эшләне
Сибай ирекмәндәре госпиталдә эшләне

 

 

-Башҡортостан Хөкүмәте беҙҙең төркөмдө алып барып ҡайтыуға транспорт бирҙе, Луганскиҙа йәшәү өсөн торлаҡ хәстәрләне. Беҙ унда 19 декабрҙән алып 5 ғинуарға ҡәҙәр булып, госпиталдә төрлө эштәр башҡарҙыҡ,--ти Сибай ҡалаһының күп функциялы үҙәгенең операция залы начальнигы Альбина Фазылйән ҡыҙы. Ул ирекмән булараҡ өсөнсө тапҡыр ошондай ирекле командировкаға барған. Шуға күрә уға медицина учреждениеһы ла, ундағы хеҙмәткәрҙәр ҙә, улар алдына ҡуйылған бурыс та күптән таныш булған.

Был юлы Альбина Шәрәфетдинова ҡабул итеү бүлегендә эшләгән. Ул түшәктә ятҡан яралыларҙы эвакуациалауға әҙерләгән. Уларҙы оҙатып бөткәс, алғы һыҙыҡтан алып килгән яңы яралыларҙы ҡабул иткән: табипҡа күренеүгә әҙерләгән, яраларын бәйләгән, ауыртыуҙы баҫыусы уколдар ҡаҙаған, табиптарға алып барған.

-Яралыларға көнкүрештә генә түгел, ашатыу, гигиена яғынан хәстәрләүҙән тыш, медицина ярҙамы күрһәтеүебеҙ ҙә медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтте. Тәжрибәле булараҡ, тәүге тапҡыр барған ирекмәндәргә барыһын да өйрәтергә, күрһәтергә тырыштым. Кистәрен бергә йыйылып, көнгә йомғаҡ яһаныҡ, эмоциональ көсөргәнеште систек,--тип һөйләй Альбина Фазылйән ҡыҙы.

Башҡотостан ирекмәндәре яҡташтарға айырым иғтибар бүлә. Яңы йыл төнөндә яралыларға байрам кәйефе булдырып, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып кейенәләр һәм гуманитар ярҙам аша ебәрелгән күстәнәстәрҙе, бүләктәр тараталар.

Альбина Шәрәфетдинова һалдаттарға һәр яҡлап ярҙам иткән туғандарына, коллегаларына, эшҡыуарҙар—Хөрмәт Аҡмырҙинға һәм Тәлғәт Дәүләткилдинға, “Ғаилә” үҙәгенә, “Малина” арт-клубы ағзаларына, Өфөнөң “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан” ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтле.

Сибай ҡала Советы депутаты, эшҡыуар Айгөл Ишмырҙина иһә Луганск халыҡ республикаһына беренсе тапҡыр бара. Ул госпиталдең хирургия бүлегендә эшләй.

-«Беренсе тирмә» төбәк проекты сиктәрендә дөйөм эшкә өлөш индерә алыу, яралыларға ярҙам күрһәтә алыу мөмкинлегенә эйә булдым. Ике аҙна үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым,-тип яҙҙы социаль селтәрҙә Айгөл Ишмырҙина.-Минең өсөн был сәфәр ҙур һынау булһа ла, еңеүгә өлөш индерә алыуым ҡаушамаҫҡа, тулҡынланыуҙарымды еңергә көс бирҙе. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән барған 6 ҡатын-ҡыҙ Тыуған ил һаҡсыларына төрлө яҡлап терәк-таяныс булырға тырыштыҡ. Яугирҙәрҙе тыуған көндәре менән ҡотлауыбыҙ уларға кәйеф кенә түгел, көс-дәрт тә өҫтәне. Яңы йыл төнөндә иһә 160 кеше дауаланған госпиталдә барыһы өсөн дә байрам ойошторҙоҡ. Яҡташтарға Марина Гайдукова бәйләгән Чебурашка уйынсыҡтарын таратыуыбыҙ тыуған яҡ сәләмен еткерҙе.

Айгөл Ишмырҙина госпиталгә гуманитар ярҙам йыйып ебәреүсе ҡаланың М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына, «Тиҫтер» клубына, «Фронтҡа ярҙам» ирекмәндәр төркөмөнә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Оло йөрәкле, хәстәрлекле, еңеү өсөн тырышҡан ҡатын-ҡыҙ яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Фронт һәм тыл бергә булғанда ғына маҡсатҡа ирешергә мөмкин.

**

Радий Хәбиров - “Беренсе тирмә” проекты хаҡында

 

Гөлдәр Ҡадаева.

фото ирекмәндәрҙең шәхси архивынан.

Сибай ирекмәндәре госпиталдә эшләне
Сибай ирекмәндәре госпиталдә эшләне
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас