Бөгөн, 17 ғинуар, Үрге Яйыҡбай ауылында МХО-ла батырҙарса һәләк булған яугир Салауат Марат улы Ишҡыуатовтың яҡты иҫтәлегенә арнап ат сабышы үткәрелде.
Ярышта Ниғәмәт биләмәһе ауылдарының ат һөйөүсе ир-егеттәре ҡатнашты.
Сара башында Үрге Яйыҡбай ауылы имам-хатибы Салауат хәҙрәт Салауат Марат улының рухына аят бағышланы. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Амур Әминев, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, «Ватан һаҡсылары» фонды координаторҙары, яугирҙең атаһы Марат Ишҡыуатов, туғандары сәләмләү телмәре менән сығыш яһанылар, Рәил Хәсәнов патриотик рухтағы йыр башҡарҙы. Ярыш өс заезда үтте: өс йәшкә тиклемле, өс йәштән оло аттар һәм санала аттар ярышы. Салауат Марат улының туғандары мул өҫтәл әҙерләп, барса халыҡты эҫе былау, сәй менән һыйланы. Балалар өсөн арҡан тартышыу, тоҡ кейеп йүгереү кеүек ярыштар ойошторҙоҡ. Еңеүселәргә һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға ошо ярышты ойоштороусы Ишҡыуатовтарҙың ғаиләһе һәм туғандары ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Илгә оло һынау килгәндә, бер ҙә баҙап ҡалмай, Ватан һағына баҫҡан, батырҙарса һәләк булған Салауат Ишҡыуатовтың исеме онотолмаҫ, халыҡ хәтерендә мәңге йәшәр!
Сығанаҡ: Ниғәмәт ауылы китапханаһы.