Был бүләк хәрәкәт итеү сараһы ғына түгел, ә реабилитация һәм үҙаллылыҡ алыуға табан мөһим аҙым. Тимур, хәрби хәрәкәттәр зонаһында батырлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтеп, ауыр яралана, был I төркөм инвалидлығына һәм ике аяғын да ампутациялауға килтерә. Уның сыҙамлығы һәм ҡаһарманлығы юғары наградалар менән билдәләнә: II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалдары һәм «Генерал Шайморатов» миҙалы.
Ҡул менән идара ителгән автомобиль «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды тормошҡа ашырған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә бирелә. Был сара ауыр йәрәхәтләнгән ветерандарҙы кәрәкле техник реабилитация саралары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Айырыуса иғтибар Тимур кеүек инвалид коляскаһында йөрөүселәргә йәки аяҡтарын ампутациялағандарға бирелә.
Тимурҙың алда яңы пландары һәм ынтылыштары бар. Ул йорт һатып алырға һәм үҙен профессиональ спортҡа бағышларға хыяллана. Беҙ уға ошо маҡсаттарға өлгәшеүҙә уңыштар теләйбеҙ. Яңы автомобиль тулы һәм әүҙем тормошҡа ышаныслы ярҙамсы булһын.