Хәйбулла районы Урыҫбай ауылы егете Байғабулов Рәмзил Фаил улы, махсус хәрби операцияла һәләк булғандан һуң, Рәсәй Федерацияһы президенты указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән наградаланды. Награда геройҙың әсәйе Миләүшә Рәшит ҡыҙы Байғабуловаға тапшырылды.
Батырлыҡ ордены - иң юғары хәрби наградаларҙың береһе, ул йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә, шулай уҡ тәбиғәт афәттәре, янғындар, һәләкәттәр һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа фиҙакәрлек, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән граждандарға тапшырыла. Орден ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә ҡыйыу һәм тәүәккәл эш иткән өсөн тапшырыла.