Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
10 Декабрь 2025, 15:50

Ватан һаҡсыһына—таҡтаташ

Йылайырҙа эске эштәр органдары ветераны, махсус хәрби операцияла һәләк булыусы яугир иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Ватан һаҡсыһына—таҡтаташ
Ватан һаҡсыһына—таҡтаташ

Йылайыр ауылында яугир Илдус Ҡашкаров иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. 

Ватан ҡаһармандары көнөндә Йылайыр районы буйынса  Рәсәй Эске эштәр министрлығы бинаһында махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, эске эштәр органдары ветераны Илдус Хөрмәт улы Ҡашкаровҡа хөрмәт күрһәтелде. Тантанала район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Эске эштәр министрлығы ветерандары, район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, геройҙың яҡындары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре ҡатнашты. Илдус Ҡашкаров, ябай һалдаттан алып тәжрибәле профессионалға тиклем юл үтеп, үҙенең ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлай. Коллегалары уның принципиаллеген, яуаплылығын һәм тыйнаҡлығын, шулай уҡ үҙ эшенең мөһимлегенә тәрән ышанысын билдәләй. Хатта пенсияға сыҡҡас та ул сафта ҡала, намыҫын һәм Ватанды яҡлай. Йәшенә ҡарамай, илде яҡлау өсөн махсус хәрби операция зонаһына юллана, унда үҙен ҡыйыу һәм ныҡлы яугир итеп күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере МХО яланында өҙөлә, әммә уның батырлығы яҡташтары хәтерендә ҡала.

Мемориаль таҡтаташ асыу хоҡуғы геройҙың ҡустыһы Риза Хөрмәт улына һәм уның туғаны Илшат Риза улына бирелде. Сығыш яһаусылар Илдус Ҡашҡаровтың  өлгө булып тороуын билдәләне, ҡаһарманлығы алдында баш эйҙе.

Яугир исеме хәҙер район һәм ведомство тарихында мәңге ҡаласаҡ. Йыйылыусылар геройҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, уның батырлығына һәм Ватанға хеҙмәт итеүенә хөрмәт күрһәтте. Мемориаль таҡтаташ Илдус Ҡашҡаров сирек быуаттан ашыу эшләгән бинала абруйлы урын биләй. Был уның ҡаҙаныштарын таныуҙы ғына түгел, ә хәҙерге быуындарға батырлыҡ, намыҫ һәм тоғролоҡ мөһимлеге тураһында иҫкәртеү булып хеҙмәт итә.

Ватан һаҡсыһына—таҡтаташ
Ватан һаҡсыһына—таҡтаташ
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас