Йөрәк яралары уңалмай...
Батыр егеттәрҙең икеһен дә ауылдаштары бары тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Бөрйән ҡарағасындай мыҡты кәүҙәле, Ирәндек ҡаяһындай ғорур, ут ҡарашлы, физик һәм рухи яҡтан көслө, әзмәүерҙәй егеттәрҙең һәләк булыуына әле булһа ышаныуы ауыр. Илдә махсус хәрби операция башланғас та өлөшләтә мобилизацияға эләккән Таһир менән Нурийән икеһе бер полкта була. Таһир Кинйәбаев Бөрйән һылыуы Айсилә менән гөрләтеп туй үткәреп, бер ай ғына йәшәп өлгөрһә, Нурийән Саптаров Йылайыр ҡыҙы Ләйсән менән ике ҡыҙ тәрбиәләй. Яугирҙәрҙең икеһе лә Өфө ҡалаһында төпләнеп, шунда йәшәй. Өлөшләтә мобилизацияға эләгеүҙәре хаҡында ла тик телефон аша ғына беләләр һәм шунда уҡ әрме сафында биргән анттарына тоғро ҡалып, ил һаҡларға юлланалар.
«Улымды уйламаған көнөм юҡтыр... »
Рәхимә һәм Юлай Кинйәбаевтар Күсей ауылында өлгөлө ғаиләләрҙән һанала. Рәхимә Мөжәүир ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡанса Күсей урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, Юлай Сәлимйән улы башҡорт атын, йылҡысылыҡты үҫтереү йүнәлешендә шөғөлләнә. Улдары Илназ менән Таһирҙа бәләкәйҙән спортҡа һөйөү тәрбиәләйҙәр, уларҙың һәр башланғысын хуплап, бар яҡлап ярҙам итәләр. Аталары кеүек икеһе лә ат яратып, һыбай Ҡаһармандар дәүере йөрөп, урман-тауҙар гиҙеп, тәбиғәтте яратып үҫәләр. Бигерәк тә Таһир үҙенең ихлас, кешеләргә ярҙамсыл булыуы менән айырылып тора. —Ваҡыт үткән һайын йөрәк әрнеүҙәре уңала, онотола бара тиҙәр, юҡ, киреһенсә, ваҡыт үткән һайын улар тағы ла нығыраҡ хәтергә төшә, һағыш-хәсрәт һине уратып ала һәм күңелдә әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ ниндәйҙер бер ауыр тойғо барлыҡҡа килә. Ғәзиз баламды, Таһирымды, уйламаған көнөм юҡ, ул һәр саҡ минең күңелдә, уйымда, йөрәгемдә. Әммә үткәндәр менән йәшәп тә булмай, нисек кенә ауыр һәм ғазаплы булмаһын, тормош дауам итә, сабырлыҡтар менән йәшәргә өйрәнәһең. Беҙ ҙә шулай. Аңыбыҙ менән тоябыҙ, әммә күңел ҡабул итмәй. Әле саҡ ҡайғынан ергә эйелгән баштарҙы ҡалҡыта алырлыҡ көс табырға, ысынбарлыҡты ҡабул итергә, хәҙер улыбыҙҙың хәтере мәңгелек һәм рухы шат ҡылһын өсөн йәшәргә тырышабыҙ. Тап ошо маҡсаттан сығып та бөгөнгө сараны ойошторорға ҡарар иттек тә инде. Ярай янымда ирем, улым Илназ, ейәндәрем, туғандарым бар. Йортобоҙҙоң ауылдың бер яҡ осонда урынлашыуы ла ярап ҡалды, күңел тулышып, сараһыҙлыҡтан сәсәр саҡтарымда урманға сығып әйләнәм. Таһирымды һағыныу сәләмдәрен елдәргә һөйләйем, аһзарымды бушатып, күңелгә бер аҙ тыныслыҡ алып ҡайтам. Ҡулға—эш, тамаҡҡа аш бармаған мәлдәр ҙә була, әммә барыһын да үткәреп ебәрергә тырышабыҙ. Ни хәлдәр итәһең, барыһы ла Хоҙай ҡулында,— тип күҙ йәштәре аша һөйләй Рәхимә Мөжәүир ҡыҙы.—Иң әрнеткәне— Таһирымдың туйы үткәндән һуң бер ай ҙа йәшәп өлгөрә алмауы. Һөйөпһөйөлөр саҡтарында өлөшләтә мобилизацияға эләкте. Килен менән туйҙан һуң ҡыуанышып, Өфөгә йәшәргә юлланған еренән мобилизация тураһында хәбәрҙе телефондан ишетеү менән кире ҡайтты. Ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем биргән антына тоғро ҡалып, илебеҙ өсөн үҙ йәнен бирҙе. Батырҙарҙың исеме онотолорға тейеш түгел, уларҙың ҡаһарманлығы барыбыҙ өсөн дә илһөйәрлек, бурыс һәм намыҫ өлгөһө булһын. 2014-2015 йылдарҙа Таһир Юлай улы Хабаровск өлкәһе, Хабаровск-43 танк ғәскәрендә сержант дәрәжәһендә танк командиры булып хеҙмәт итә. Әрмелә лә ул үҙен физик яҡтан көслө, намыҫлы, оптимист һалдат икәнлеген иҫбатлай. Ҡазан ҡалаһында бер ай күнекмәләрҙән һуң Таһир Кинйәбаев Луганск өлкәһенең Креманная янындағы алышта ҡатнаша. Һәр саҡрым ауырлыҡтар аша яуланыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең яугирҙәр алғы һыҙыҡта үҙҙәрен батырҙарса тота, ҡуйылған бурысты атҡарып сыға. 2024 йылдың ғинуарында Күсейҙең батыр яугирҙәре Донецк өлкәһенең Авдеевка ҡалаһы йүнәлешендә 428- се мотоуҡсылар полкы сафында хәрби алыштарҙа ҡатнаша. «29 март алғы һыҙыҡҡа инеүҙәре хаҡында белдерҙе һәм күпме генә көтһәк тә яуҙан әйләнеп ҡайтып, башҡаса беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡманы. Әсә күңеле һиҙмәйме ни: шул көнө таңға төшөмдә Таһир улым мине ныҡ итеп ҡосаҡланы ла, ҡапыл ҡулдарын бушатҡанға тертләп уянып киттем. Йөрәгемдең ниндәйҙер ере өҙөлөп төшкәндәй тойолдо, кәүҙәм хәлһеҙләнде. Нимәлер буласағын һиҙемләнем шулай ҙа. Иртәнге намаҙымды уҡып, улым һаулығына доғалар ҡылдым, көнө буйы ниндәйҙер шик үтмәне»,—тип хәтерләй яугир әсәһе. Һәр кемде өмөт йәшәтә, шулай ҙа әсә улының бәйләнешкә сығыуына ышана, ҡулынан телефонын төшөрмәй, Айсилә килененә лә көнөнә бер нисә шылтыратып, Таһирҙан хәбәр бармыюҡмы икәнлеген белешә. Ә был ваҡытта яуҙаш иптәштәре Таһирҙың алғы һыҙыҡтан сыҡмауын, батырҙарса һәләк булыуы хаҡында Илназ ағаһына хәбәр итә. Ул, берҙән-бер ҡустыһы тураһындағы йән өшөткөс хәбәрҙе ата-әсәһенә еткерә алмаҫын аңлағанлыҡтан, Сибайҙа йәшәгән Әлфиә инәһе, Гөлфиә апаһы менән бергә ауылға ҡайта. Бер ни булмаған кеүек туғандарын ҡаршылаған Рәхимә һәм Юлай Кинйәбаевтар Таһирҙың үлем хәбәрен ишетеү менән бөгөлөп төшә. Юлай Сәлимйән улына был хәлдән һуң оҙаҡ ваҡыт Сибай дауаханаһында ятырға тура килә. Алғы һыҙыҡта ятып ҡалған Таһирҙың кәүҙәһен алып сығыу еңелдән булмай. Был ваҡытта уның йән дуҫына әйләнгән ауылдашы Нурийән Саптаров ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан була. Иптәштәренең күбеһенең һәләк булыуын бик ауыр кисерә ул, шулай ҙа үҙендә көс табып, көнө-төнө алғы һыҙыҡтағылар менән бәйләнешкә инә, нисек тә Таһирҙың кәүҙәһен алып сығыуҙарын үтенә. Взводта Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан «Золотой» позывнойлы Әҡсән Мырҙағәлин яу яланында һәләк булған иптәштәренең кәүҙәләрен сығарыуға ҙур көс һала. Күсей батырын да алып сығам тип Кинйәбаевтарға һүҙ бирә. Алғы һыҙыҡта яҡташына снайперҙың ут асҡанын күргәс, аҙаҡ уның янына шыуышып бара, күҙҙәрен йомдороп, кәүҙәһен рәтләп һалып, хәрби билетын, доғалар яҙылған китабын (хәрби билетты пуля үтәнән-үтә тишкеләй, ә бына доғалыҡ китабына ул эләкмәй. Мөғжизә тип нисек атамаҫһың...) ала, пластик һауыттар табып, уның эсенә исем-фамилияһын, позывнойын яҙып кейемдәренең бер нисә еренә ҡыҫтырып китә. Үҙе кипкән ирендәрен саҡ ҡыбырлатып: «Бәхил бул, ҡустым, һаҡлай алманым. Ғәфү ит, кәүҙәңде алып сығам барыбер»,—тип ант бирә һәм иҫән ҡалған яугирҙәр янына ҡабаттан шыуыша. —Таһир улымдың кәүҙәһен бары Әҡсән генә алып сыға алыуына ышана инек. Тәүҙә Байыш егетен алып сыҡты. Унан өс иптәше менән төндә улымдың кәүҙәһен сығарҙы. Бер төн блиндажда Таһирҙы йоҡлатып, үҙҙәре төнө буйы ҡарауылда тороп, улым менән хушлаштылар. Иртәгәһе көнөнә генә Ростов ҡалаһына моргҡа оҙаттылар. Әҡсән отпускыға ҡайтҡанында Күсейгә килергә вәғәҙә иткәйне. Үкенескә күрә, осрашып булманы. Үҙе лә һәләк булды. Таһир улыбыҙҙың позывнойы «Хомяк» ине, үҙ-ара «Зубник» тип тә йөрөткәндәр. Сөнки фронтҡа киткәнсе Өфөлә «ЭмиДент»та эшләне, коллегалары кәрәкле әйбер ебәреп торғас, яугирҙәрҙең тешен һурып, ярҙам итеп тә йөрөнө. Әҡсән минең улымдың әйберҙәрен—сәғәтен, балдағын, амулетын, жетонын һәм башҡа әйберҙәрен блиндаждағы бер сөйгә элеп ҡуйған, үҙенең дә һәләк буласағын алдан һиҙгәндәй, Рәйес тигән иптәшенә ошо әйберҙәрҙе Илназ ағаһына тапшырырһың тип әйтеп ҡуя. Ысынлап та, үҙ ҡулдары менән тапшыра алманы, ул да батырҙарса һәләк булды. Ирем менән кәңәшләшеп, Әҡсәнгә ниәт итеп бүләк әҙерләгән инек. Аҙаҡтан, аманатыбыҙҙы үтәп, улы Санъярға ҡолон алып барып тапшырҙыҡ,—ти Рәхимә апай. Ул ваҡытта Илназ көнө-төнө ҡустыһының иптәштәре менән бәйләнештә була, «йөк»төң ҡайҙа килеүен белешә, ауылда иһә геройҙы һуңғы юлға оҙатыуға әҙерлек башлана. Инде Өфөгә килеп етте тигән хәбәрҙе алыу менән Таһир Кинйәбаевтың кәүҙәһен алырға юлға сығалар. Һәм көтөлмәгән хәлгә тарыйҙар. Башҡортостанға оҙатылған яугирҙәрҙең табуттары яңылышып, (Кинйәбулатов фамилияһы менән бутап) Күсей батыры Межгорьела ҡалдырыла. Йөктө оҙатып килгән водитель кире барырға теләмәгәс, Илназ Юлай улы бар военкоматтарҙы аяҡҡа баҫтыра һәм ҡустыһының кәүҙәһен тыуған йортона алып ҡайта. Үҙе лә диндә булған Таһир Кинйәбаев мосолмандар өсөн изге көндә—йомала мәңгелек йортона оҙатыла.
Йәшәп ҡалырға ашыҡты...
Күсей ауылының батыр улдарының береһе Нурийән Саптаров тураһында ҡатыны Ләйсән Фәрит ҡыҙы: «Хәҙер уйлайым да, ысынлап та, иремдең тормошто шул тиклем яратып, беҙҙе ҡурсалап, яҡлап ҡына ҡабаланып йәшәгәнен аңлайым»,—ти. Нурийән Саптаров 1988 йылдың 25 мартында Баймаҡ районының Күсей ауылында биш ул тәрбиәләнгән ғаиләлә тыуып үҫкән. 1994-2005 йылдарҙа Күсей урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый. Мәктәп йылдарында ул бик әүҙем һәм тырыш уҡыусы була, белем биреү учреждениеһы ойошторған барлыҡ сараларҙа һәм ярыштарҙа ҡатнаша. 11-се класты тамамлағас, Өфөләге 119-сы һөнәрселек лицейына уҡырға инә. 2006 йылдың 30 июнендә ошо лицейҙа «иретеп йәбештереүсе (электр һәм газ менән иретеп йәбештереү эштәре)» һөнәре буйынса уҡыуын тамамлай. Шул уҡ йылда «юриспруденция» һөнәре буйынса Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының хоҡуҡ факультетына уҡырға инә. Тик уҡыуын тамамламай, ул хеҙмәт итергә теләк белдерә һәм ҡоро ер ғәскәрҙәренә эләгә. Свердловск өлкәһенең Елань ауылында йәш яугир курстарын үткәндән һуң артабан Ырымбур өлкәһенең Тоцк ауылында урынлашҡан 27-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһының 506-сы мотоуҡсылар полкына хеҙмәт итергә ебәрелә. Хеҙмәт итеү йылдарында сержант Нурийән Саптаров күсмә ҡарауыл составында бер нисә тапҡыр хәрби техниканы оҙата. Өлгөлө хеҙмәте өсөн армиянан Нурийәндең атаәсәһенә рәхмәт хаттары килә. 2010 йылда контрактты тамамлағандан һуң тыуған яғына ҡайта, Өфөлә төҙөлөштә эш башлай. Буласаҡ кәләше Ләйсән Фәрит ҡыҙы менән Сибай ҡалаһында таныша. Йылайыр районы Матрай ауылы ҡыҙы Сибай институтында уҡып йөрөгән була. Йәштәр бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң, 2011 йылдың йәмле көҙ айында ғаилә ҡора. Тормоштарын йәмләп Зөлхизә һәм Зөлфиә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Күп тә үтмәй Саптаровтар йәмле Ағиҙел буйынан фатир һатып ала. Ғаилә башлығы төҙөлөш ойошмаһында эшләүен дауам итә. Нурийән һәм уның иптәштәре төҙөгән бейек йорттарҙы Өфөнөң күп кенә урындарында күрергә мөмкин. 2022 йылдың 26 сентябрендә Нурийәнгә өлөшләтә мобилизацияға эләгеүе хаҡында ауылдан хәбәр итәләр.
—Эштән ҡайтып, киске ашҡа ултырған инек, телефондан шылтыратыу булды. Һәр ваҡыттағыса Нурийән телефонды алды, һөйләшкән арала уның йөҙө етдиләнә барыуын тойҙом, яҡшы хәбәр түгеллеген аңланым, — ти ул саҡтарҙы хәтергә алып Ләйсән Фәрит ҡыҙы.—Үҙемсә төрлөсә әйтеп тә ҡараным, әммә ул ныҡлы ҡарарға килеп: «Мин илебеҙҙе һаҡларға барам, йәшенмәйем, был минең юлым түгел»,–тине ул. Нурийән күп һөйләргә яратманы, ныҡлы уйлап үҙ һүҙен бер әйтер ине лә, башҡаса ул темаға әйләнеп ҡайтманы. Шуға күрә мин инәлеп тә, илап та уны ҡалдыра алмаясағымды белгәс, уның ҡарарына ҡаршы килмәнем. Йөрәкһенеп, руль артында бара алмауын аңлағандыр, күрәһең, Баймаҡҡа ҡайтырға ағаһын саҡыртты. Төнгө юлға сыҡтылар, мин тиҙ генә был хаҡта ата-әсәйемә, туғандарға әйтеп, ҡорбан салдыҡ, аят бағышланыҡ. Таһир менән бергә оҙаттыҡ, һуңғы көндәренә тиклем ауылдаштар бергә булды. Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәне ул, һәр саҡ тиҙҙән еңәсәкбеҙ, Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ, тиер ине. Бер ваҡытта ла иламаған ирем (һәр хәлдә минең уның күҙ йәштәрен күргәнем юҡ ине)Таһирҙың үлеме хаҡында ишеткәс, һыҡтап иланы. «Егеттәр, сыға алмаған»,—тип кенә әйтте лә күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Үҙегеҙ беләһегеҙҙер, Нурийәнем мөһәбәт кәүҙәле, дәү, баһадир ир ине. Уның янында беҙ, мин дә, ҡыҙҙары ла, туғандары ла бер ни белмәй, уға арҡаланып йәшәгәнбеҙ, Ул беҙҙең терәгебеҙ, яҡлаусыбыҙ һәм һаҡлаусыбыҙ булған. Бер ваҡытта ла ирешмәнек, хатта бер генә тапҡыр ҙа насар һүҙ әйткәнен иҫләмәйем. Ҡыҙҙарын шул тиклем яратты, уларҙың һәр теләген үтәргә тырышты, барыһын да булдырҙы. Бөтә ергә бергәләшеп барыр инек, фатирыбыҙҙан Ағиҙел ярының матур тәбиғәте күренеп тора, бигерәк тә шул күренеште тәҙрә аша күҙәтергә яратты, үтә хисле, йомшаҡ күңеле ине. Кискеһен бергәләшеп ҡайтабыҙ ҙа ул душҡа инеп китә, мин аш бүлмәһенә йүнәләм, ҡыҙҙар залда уйнарға тотона. Нурийән йыуынып сыға ла диванда ятыр ҙа, көр тауышы менән: «Ҡосаҡлашырға!»— тип ҡысҡырыр ине. Өсәүләшеп уның янына йүгерәбеҙ: мин бер ҡосағына һыйынам, Зөлхизә ҡыҙыбыҙ икенсеһенә, бәләкәс ҡыҙыбыҙға, Зөлфиәгә атаһының ҡосағы эләкмәй, ул эсенә ятыр ине. Шул килеш бер нисә минут ятабыҙ ҙа, ҡыҙҙар бер-береһен уҙҙырып көндәлек яңылыҡтары менән уртаҡлашырға тотона, мин тағы ла аш бүлмәһенә инеп, киске аш хәстәрләйем. Табындарыбыҙ дүртәүләшеп ултырып һөйләшә-һөйләшә үтә торғайны. Бөгөн уйлайым да: ирем шул тиклем йәшәргә ашҡынды, үҙенең китәсәген дә һиҙемләнеме икән тип тә уйлап ҡуям. Һуңғы тапҡыр ялға ҡайтҡанында оҙатыу барыбыҙ өсөн дә үтә ныҡ ауыр булды, айырылышыуы ҡыйын ине. Быға тиклем һәр саҡ позитив ҡарашта, шаяртырға яратҡан ирем ҡыҙҙарҙы ла, мине лә һағайтып иланы. Автобусҡа инер ваҡыт еткән, дүртәүләшеп ҡосаҡлашып илайбыҙ: аталарының илағанын бер ваҡыта ла күрмәгән ҡыҙҙар уға ҡарай ҙа тағы ла нығыраҡ иларға тотона. Шул тиклем айырылыша алмай торҙоҡ, кем уйлаһын, һуңғы күрешеү ҙә, оҙатыу ҙа, күҙ йәштәре лә булыр тип... Яугирҙәр автобустарға ултырып, ҡуҙғалып китеүе булды, ҡапыл, уйламаҫтан ҡойоп эре тамсылары менән ямғыр яуырға тотондо. Нисектер күңел шомланып ҡайтыҡ ул көндә. 11 апрель алғы һыҙыҡҡа инер алдынан «Алла бирһә, сығырбыҙ!» тигән смс ебәрҙе лә, башҡаса яуап бирмәне. Көн һайын көтәм, ҡасан алғы һыҙыҡтан сығыуҙарын беләм, ял итәлер, бөгөн булыр, иртәгә тип... Ике аҙна тып-тын. Иптәштәренә яҙып ҡарайым, яуап бирмәйҙәр. Бер мәл төш күрәм, имеш, Нурийән йылмайып, ҡосаҡтарын йәйеп килеп сыҡты ла, мин ҡаршы йүгерһәм, мине көтмәй ҡайҙалыр инеп юғалды. «Ишекте асырһың йәме!»—тигән һүҙен генә ишеткән кеүек булдым. 24 апрель ҡыҙҙар менән йоҡларға әҙерләнеп йөрөһәк, ишектә ҡыңғырау. Асмаҫҡа ла уйланым да кинәт иремдең әйткән һүҙҙәре иҫемә килеп төштө. Икеләнеп торғандан һуң барып асһам, унда Нурийәндең бер туған ағаһы Урал ағай менән еңгәй тора. Шунда уҡ аңланым. Һүҙһеҙ, бер ҡараштан. Йәйҙең йәмле көндәренең берендә Нурийән Саптаров та тыуған ауылында ерләнә. Әйткәндәй, Саптаровтарҙың ғаиләһендә биш малай, барыһы ла уҡыуға шәп, белемгә ынтылыусан, маҡсатлы булып үҫәләр. Ҡустыһы Нурийән өлөшләтә мобилизацияға эләккәс, ағаһы Айсыуаҡ та контракт төҙөп, үҙ теләге менән ил һаҡларға юллана. Яу яланында ағалы-ҡустылы бер тапҡыр ғына осрашыу минуттары кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҡәләне әҙерләгән саҡта биш терәктең тағы ла бер таяуы—Айсыуаҡ Саптаровтың да махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды һәм тыуған ауылы Күсейҙә ерләнде. Күсей ауылының батыр улдары «Хомяк» («Зубник») позывнойлы яугир Таһир Кинйәбаев менән «Саптар» позывнойлы яугир Нурийән Саптаров Ватан алдындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 2-се дәрәжә «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы— «Генерал Шайморатов» исемендәге һәм 428-се полктың миҙалдары менән наградлана. Күсейҙең батыр яугирҙәренең икеһе лә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, үҙҙәре үлгәндән һуң «Ҡаһарманлыҡ» орденына лайыҡ була
Батырҙар исеме онотолмай
Күсейҙең яугир улдары Таһир Кинйәбаев һәм Нурийән Саптаров иҫтәлегенә ойошторолған спорт саралары бер юлы бер нисә урында барҙы. Өҫтәл теннисы, волейбол, шашка буйынса ярыштарҙа беренсе урындарҙы яулаған Беренсе Төркмән ауылының йәштәр командаһы ярыштың төп призы—күсмә кубокка лайыҡ булды. Икенсе урынды Иҫке Сибай командаһы яулаһа, Беренсе Төркмән мәктәбе командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ярыштарҙы Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов исемендәге Күсей төп белем биреү мәктәбе коллективы ойошторҙо. Мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов әйтеүенсә, бындай саралар йәш быуын өсөн бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә. —Уҡыусылар яугир ауылдаштарының батырлыҡтарын күреп, улар менән ғорурланып үҫә, үҙҙәрендә лә илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләнә. Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловты тыуҙырған ауылда йәшәүселәр ҡанында яугирҙәр рухы бар. Беҙҙең быуын егеттәре лә Ватанға ҡурҡыныс янағанда ил һағына баҫты, герой вариҫтары булараҡ, һуңғы һулыштарына тиклем анттарына тоғро ҡалды. Һәләк булған батырҙарыбыҙҙы, мәктәбебеҙҙең уҡыусыларын онотмайыҡ, уларҙың иҫтәлектәренә төрлө кисәләр, спорт ярыштары үтеп торһон, батырҙарҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ,—тине директор. Өлөшләтә махсус хәрби операцияға эләккән Таһир Кинйәбаев һәм Нурийән Саптаров иҫтәлегенә ойошторолған спорт ярыштарында яу һыҙығында бергә булып, аҙаҡ яраланыуы сәбәпле тыуған яғына ҡайтҡан II төркөм инвалиды, яугир-ветеран Илгиз Асҡаровтың ҡатнашыуы һәм иптәштәре хаҡында һөйләүе сараға мәртәбә өҫтәне. Кәримә Усманова