З.Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙа филиалында студенттар һәм уҡытыусылар махсус хәрби операция зонаһында башҡорт хәрбиҙәренең рухи остазы имам-ахун Хәмзә хәҙрәт Хафизов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, әлеге колледжды тамамлаусы Урал Хәбирйәновтың атаһы Айрат Ғәни улы Хәбирйәнов менән осрашты.
Хәмзә хәҙрәт Хафизов гуманитар миссия менән Донбаста 2017 йылда уҡ була. Махсус хәрби операция башланғас иһә ул батыр егеттәр янына ашыға.
—Махсус хәрби операция зонаһында барыһы ла рухи, әхлаҡи һәм психологик ярҙамға мохтаж. Күптәр бында, тылда, ҡалған туғандары өсөн доға ҡылыуҙы һорай. Үлем менән көн һайын осрашҡан кешеләрҙең үҙҙәре өсөн түгел, ә балалары өсөн борсолоуы ғәжәп. Үлем ҡурҡынысы янаған ерҙә һәр кеше, һәр йән Аллаға мөмкин тиклем яҡыныраҡ булырға тырыша, сөнки ул ғүмер бирә һәм ул уны ала,—тип аңлата Хәмзә хәҙрәт.
Осрашыу барышында Хәмзә хәҙрәт студенттарға Украинала һәм МХО зонаһында нимә барғанын һөйләне. Яугирҙәрҙе тыуған илгә һәм ватандаштарына һөйөү, туғандарын һәм яҡындарын яҡлау теләге көслө итә, ә бөтә ауырлыҡтарҙы һәм бәлә-ҡазаларҙы еңеп сығырға уларҙың ышанысы ярҙам итә, тип белдерҙе.
Осрашыу барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, һоҡланғыс, ҡыйыу егет Урал Хәбирйәнов иҫтәлегенә «Герой партияһы» асылды. Ул быуындарҙы бәйләүсе өҙөлмәҫ еп һәм ҡаһарманлыҡ, фиҙакәрлек, яуаплылыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булып торор. Беренсе булып парта артына ултырыу хоҡуғы 241-се төркөм студенты Айдилә Таштимероваға бирелде.
Сара ҡунаҡтары «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» акцияһына ҡушылды һәм яугирҙәр өсөн маскировка селтәрҙәрен үреүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Бындай осрашыуҙар илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Аныҡ миҫалда студенттар ысын геройҙарҙың йәнәш йәшәүен, батырлыҡ, Тыуған илгә һөйөү—ысын патриоттың сифаттары икәнен аңлауға өлгәшә.