Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операция иғлан итеү менән йәнтештәр яугир-ҙәргә ярҙам итергә тотона. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре, ауыл мәҙәниәт йорто директоры Лена Ултыраҡова әйтеүенсә, ауыл
халҡы ярҙамы менән махсус хәрби операция биләмәһенә һәр саҡ гуманитар ылау туп-лап оҙатыла. Маскировкалау селтәрҙәре, ҡоро душ, иҫән ҡалыу браслеттары, күсмә мунса, окоп шәмдәре, шифалы сәйҙәр, киптерелгән ҡорот, ҡайын миндектәре, һалма, сәк-сәк, күҙ нурҙарын түгеп бәйләнгән йылы ойоҡбаш-бирсәткәләр—барыһын да йәнтештәр яу яланындағы яугирҙәр өсөн күңел йылыһын һалып әҙерләй.
Хәйбулла районына си-раттағы командировкаға барғанда ла Йәнтеш ауылын ситләтеп үтә алманыҡ. Лена Фуат ҡыҙынан 10 көн эсендә 80 дана дронға ҡаршы юрған тегеүҙе тамамлайбыҙ тигән хәбәрҙе алғас, яугирҙәргә ярҙам иткән изге йөрәкле уңғандар менән танышырға ашыҡтыҡ.
Кис булыуға ҡарамаҫтан, Йәнтеш ауыл мәҙәниәт йортонда эштең ҡайнаған сағы. Кемдер юрғандарға кәрәкле әйберҙәрҙе ипләп кенә һала бара, икенсе урында тегенселәр тегә. Ә ир-егеттәр ҡоро душ, һаҡлау браслеттары эшләй, кемдер яугирҙәр өсөн һәнәк, көрәк һаптары өсөн әҙерләнгән ағастарҙың кибеү-кипмәүен тикшерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр кемдең үҙ эше, әммә барыһы ла фронт өсөн, бары тик Еңеү өсөн башҡарыла.
—Районда тик беҙҙең ауылда ғына төрлө йәштәге ир-егеттәрҙе берләштергән “Изгелек” клубы эшләй. Улар, Һаҡмар буйынан мунса мейесе өсөн таштар йыйып, махсус хәрби операция биләмәһенә бер нисә тоҡ оҙатты. Был эште ауылыбыҙҙың абруйлы ирҙәренең береһе, яугир атаһы һәм олатаһы Вәлиәхмәт Исҡужин ҙур теләк менән атҡарып сыҡты. Шулай уҡ “Изгелек” ирекмәндәре көрәк, балта һаптары әҙерләне, уларҙы тиҙҙән райондан оҙатыласаҡ гуманитар ылауға алып барып тапшырасаҡбыҙ.
Райондың “Тыуған тыл. Хәйбулла”(етәксеһе—Юлиә Ғәлиева) төркөмө ирекмәндәре махсус хәрби операция башланғандан алып ҙур эш башҡара. Беҙҙең ауыл ирекмәндәре лә был төркөмгә ҡарай һәм улар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә эш алып бара. Дронға ҡаршы юрғандарҙы тегеү өсөн улар беҙгә тауар (махсус материал) һатып алып бирҙе, башҡа кәрәк-яраҡтарын үҙебеҙ алдыҡ, ҡайһыларын интернет-магазиндарҙан яҙҙыртып та, ҡайҙандыр ҡайтарып та алырға тура килде. Эш еңелдән түгел, үҙ нескәлеге бар һәм иғтибар талап итә, әммә беҙҙең уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, 10 көн эсендә 80 дана юрған тегеүгә иреште. Улар беҙҙең яугирҙәр өсөн ышаныслы һаҡланыу сараһы булып тора. Был эштә иң мөһиме—материал ҡатламдарын дө-
рөҫ урынлаштырыу. Юрған-
дарҙың өҫтөндә артыҡ тишектәр булырға те-йеш түгел, сөнки был герметиклыҡты боҙа. Шуға күрә тегенселәр теккән саҡта уларға бер ҡатын мотлаҡ ярҙамлаша, шунһыҙ эш килеп сыҡмай. Тегенселәребеҙ Зилиә Исҡужина менән Мөнирә Таһированың тилбер бармаҡтары “һә” тигәнсә тегеп тә ҡуя, ә яугир әсәһе Гөлйыһан Исҡужина изге теләктәр теләп, тегенселәргә ярҙам итә,—ти Лена Фуат ҡыҙы.
Йәнтеш ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары клубҡа көн
һайын тиерлек эшкә кил-гәндәй килә. Яугирҙәр өсөн изге ғәмәлдәрҙең береһе та-мамланыуға икенсеһе башлана. Яңыраҡ ҡына маскировкалау селтәрҙәре үрелһә, әле ҡатын-ҡыҙҙар дронға ҡаршы юрғандарҙы дөрөҫ итеп ҡырҡыу, ҡатламдарын урынлаштырыу менән мәж килә. Бында бигерәк тә Лена Ултыраҡова, Сәйҙә Исҡужина, Фәниә Арыҫланова, Гөлнур Моталова, Ләйсән Бикбова һәм Зилә Сынбулатоваларҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
Ирле-ҡатынлы Гөлйыһан һәм Вәлиәхмәт Исҡужиндар көн һайын бында килергә ғәҙәтләнгән. Уларҙың улы һәм ейәне махсус хәрби операция зонаһында. Ис-ҡужиндарҙың бары тик бер теләк: “Тиҙерәк донъялар тынысланһын, уландары иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!”. Шуға күрә яугирҙәр өсөн ярҙам итергә тырышып торалар. “Нисек үҙең йылы өйҙә ултырып, уландарыбыҙҙың яу яланында ямғырҙа һыуланып, һыуыҡта өшөп ултырыуҙарына түҙәһең. Беҙ
бәйләгән таҫмаларҙың, эш-
ләгән браслеттарҙың бере-
һе генә булһа ла яугир-ҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлай икән, тимәк, эшләгән эш-тәребеҙ юҡҡа түгел”,—ти Вәлиәхмәт Исҡужин.
Ауыл аҡһаҡалының һүҙ-ҙәрен Нурислам Моталов, Фәйзулла Исҡужин, Филүс Билалов, Айҙар Иштановтар ҙа ҡеүәтләй.
Шулай уҡ яугирҙәргә оҙатылған маскировкалау
селтәрҙәренә, юрғандарға, йылы ойоҡбаш-бирсәткә-ләрҙең һәр береһенә ҡушып изге теләктәр яҙылған хаттар, доғалыҡтар һалына. Күмәкләгән—яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле лә. Тылда ла, махсус операция биләмәһендә лә бары тик Еңеү өсөн эшләнгән эштәрҙең тиҙ арала тамамланыуын һәр кем түҙемһеҙлек менән көтә.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә “Тыуған тыл. Хәйбулла” яугирҙәргә ярҙам итеү төркөмө ирекмәндәре һәм гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашыусылар “Фронтҡа ярҙамы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгәндәр. Улар араһында Йәнтеш ауыл мәҙәниәт йорто директоры Лена Ултыраҡова ла бар.