Марсель Ғәбитов Украинаның Авдеевка, Очеретино, Селидово ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Тәүҙә штурмлаусы, артабан АГС-17 операторы, радилэлектрон көрәш системаһының отделение командиры, махсус тәғәйенләнештәге подразделениела (спецназ) үҙ бурысын үтәй. Ике тапҡыр ҡаты яралана.
«Батырлыҡ өсөн», «Ҡыйыулыҡ өсөн», «Радилэлектрон көрәш системаһында хеҙмәте өсөн», «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнә.
Марсель Ғәбитов белем алған Әбделкәрим ауылы мәктәбендә батырҙың яҡты иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды. Иҫтәлекле сарала яугирҙең ата-әсәһе, һеңлеһе Азалия, туғандары, уҡытыусылары ҡатнашты. Барыһы ла Марселде кешелекле, ярҙамсыл, итәғәтле, эшлекле, тырыш, ҡыйыу егет тип иҫкә алды.
—Марселде мин урта класта уҡыттым. Берсә һағынып, берсә ғорурланып иҫкә алам. Шул тиклем игелекле, эскерһеҙ, ярҙамсыл бала ине. Башҡорт теле дәресен ихлас тыңланы ул. Һаман ҡиәфте, ҡарашы күҙ алдымда: урта рәттә икенсе партала ултырҙы. Яуаплылылыҡ, ныҡлыҡ унан бөркөлөп торҙо. Ошо сифаттары уны контракт төҙөргә этәргәндер. Марселдең илһөйәрлеге тиңдәштәренә өлгө булһын,—тине ветеран уҡытыусы Әлфиә Байсыуаҡова.
Сараға килеүсе ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Ибраһим ҡыҙы Мусина, «Ватан һаҡсылары» федераль фонды бүлеге социаль координаторы Гөлназ Хакимйән ҡыҙы Заманова «Герой партаһы» асыуҙың әһәмиәте хаҡында һөйләп, яугирҙең яҡындарына сабырлыҡ теләп, батыр ул үҫтергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
—Социаль координаторҙарҙың эше—юғалғандарҙы эҙләшеү, хәрби операцияла йөрөгәндәрҙең һәм һәләк булғандарҙың яҡындарына ярҙам итеү, документтар йүнләү. Марсель Ғәбитов герой булып үҙ еренә мәңгелеккә ҡайтты. Улығыҙ менән ғорурланырға хаҡлыһығыҙ, ә ауыр
саҡта беҙ һеҙгә ярҙамға килергә әҙер,—тине Гөлназ Заманова.
Сәғирә һәм Фирғәт Ғәбитовтарҙың элекке коллгалары, Марсель уҡып киткән мәктәп коллективы белем усағында батыр егет иҫтәлегенә парта асып, уның исемен мәңгеләштереп, «Герой партаһы»нда ултырыу хоҡуғын уҡыу алдынғылары Гөлшат Юлаеваға һәм Рузилә Йәнсуринаға бирҙе.
Әбделкәрим мәктәбендә белем алған барса уҡыусылар ҙа Марсель кеүек илһөйәр булып үҫер, уның батырлығын онотмаҫ һәм ул көрәшкән тыныс күк йөҙө аҫтында ҡыуанып йәшәр тигән ышаныстабыҙ.