Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
25 Ноябрь 2025, 14:40

Батырҙар булғанда теҙләнмәҫбеҙ

Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам итеү йылы тип нарыҡланған 2025 йыл аҙағына яҡынлаша. Йыл үҙенә бирелгән исемде аҡлап, тулы ҡеүәтендә «эшләне» тип әйтергә була. Был аңлашыла ла: илебеҙҙең һәр төбәгендә йәшәүсе донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын, яугирҙәребеҙҙең имен-һау ҡайтыуын, ә батырҙарса һәләк булғандарҙың онотолмауын теләй. Шуға ла бик күп иҫтәлекле саралар уҙғарылды, еңеүҙе яҡынайтыу йәһәтенән ярҙам ойошторолдо.

Батырҙар булғанда теҙләнмәҫбеҙ
Батырҙар булғанда теҙләнмәҫбеҙ

Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында уҙған йыл махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған интерактив музей асылғайны. Унда Урал аръяғынан, атап әйткәндә Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йыла-йыр, Учалы, Хәйбулла райондарынан сыҡҡан яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәр тупланған. Студенттар бында махсус хәрби операция тарихын өйрәнә. Ошо рәүешле уҡыу йорто йәш быуында илһөйәрлек, батырҙар өсөн ғорурлыҡ хисе тәрбиәләй. Грант аҡсаһына асылған музей интерактив өҫтәл менән йыһазландырылған, бында хәтер китабы, видеопрезентация өсөн панель, смартфон менән VR-күҙлек, планшет бар. Ҡорал макеттары, яугирҙәрҙең амуницияһы, «Тыуған тыл. Хәйбулла» ирекмәндәр төркөмө бүләк иткән экспонаттар—маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы юрғандар, носилка, окоп шәмдәре, ҡотҡарыу беләҙектәре, яугирҙәргә яҙылған хаттар үҙ урынын алған. Бында гуманитар ярҙам йыйыу буйынса «Изгелек кәрзине», аҡсалата ярҙам өсөн «Еңеү копилкаһы» акциялары уҙғарыла. Шулай уҡ студенттарҙан торған мобиль төркөм ҡала һәм район мәктәптәренә сыға, музей экспонаттарын күрһәтә, күргәҙмә ойоштора.
Үткән шишәмбе уҡыу йортоноң интерактив музейы тағы ла тулыланды. Институтта Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арнап уҙғарылған сараға килеүсе Учалы һәм Баймаҡ районы яугирҙәре экспонаттар бүләк итте. Улар музейҙа лайыҡлы урын аласаҡ.
Әйткәндәй, сара бик юғары кимәлдә үтте. Студенттар менән осрашыуға Учалы, Баймаҡ, Сибай, Әбйәлил яугирҙәре, батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәһе килгән ине. Уларҙың сығышы берсә ғорурлыҡ уятһа, берсә илатты. Гөрләтеп кенә донъя көтөр мәлдәрендә арабыҙҙан китеүҙәре аяныслы. Шулай ҙа уларҙың илдең киләсәген ҡурсалап йәндәрен фиҙа ҡылыуы ғорурлыҡ һәм рух уята.
—Мин күп йылдар ошо институтта студенттарға белем бирҙем. Пенсияға сыҡҡас, илемә тағы ниндәй файҙа килтерә алам тип уйланып йөрөнөм. Махсус хәрби операция башланғас, ил һағына баҫырға ҡарар иттем. Тик йәшем үтеү сәбәпле, Өфө хәрби комиссариатында миңә ризалыҡ бирмәнеләр. Шуға Ростов өлкәһе аша китергә тура килде. Химик булараҡ, элиталы ғәскәргә эләктем. Осоусы аппараттарҙы юҡ итеү бүлегендә командир булдым, аҙаҡ тиҙ ярҙам итеү бүлегенә күстем. Ике йыл махсус операцияла йөрөнөм, быйыл июндә ҡайттым. Артабан да ил һаҡларға теләк бар ине, әммә йәшемдең үтеүе, һаулыҡтың ҡаҡшауы мөмкинлек бирмәне. Әле һаулыҡты нығытам, шул ваҡытта стратегик объекттарҙы һаҡлау курсын үтеп, шунда хеҙмәт итергә уй бар. Бөгөн «диван генералдары» нимә генә һөйләмәй. Беҙ ил һаҡларға барыуыбыҙ бушҡа түгел, кире осраҡта улар беҙҙең илгә инер ине. Бөгөн яугирҙәр һәләк була икән, киләсәк өсөн баш һала, беҙҙе һаҡлап донъя ҡуя. Беҙ уларҙы онотмаҫҡа, рәхмәтле булырға, ғорурланырға тейешбеҙ,—ти химия фәндәре кандидаты, «Сармат» позывнойлы яугир Рафаэль Сараев.
Сарала ошо институтта ярты йыл уҡып киткән Тамерлан Илһамовтың ата-әсәһе лә булды. Билдәле булы-уынса, Әбйәлил районында тыуып үҫкән егет хәрби юлды һайлап, армиянан һуң 2014 йылда контрактҡа ҡул ҡуя һәм Сүриәлә һәм Тажикстанда зенит ракета ҡоролмаһының хәрби расчеты командиры булып хеҙмәт итә. 2022 йылдың февраленән үҙенең подразделениеһы составында Украинаның көнсығышында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 2022 йылдың июлендә һауанан обороналау буйынса дежурҙа булғанда алыш башлана. Тамерлан Илһамовтың оҫта эшмәкәрлеге, шул уҡ ваҡытта ут аҫтында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, ҡул аҫтындағы һалдаттар менән дөрөҫ етәкселек итеү һөҙөмтәһендә дошмандың туғыҙ ракетаһы юҡ ителә. Хәрби комплектты тотоноп бөткәс, Тамерлан Илһамов позицияһын үҙгәртергә ҡарар итә. Был мәлдә ике ракета уларға тейә. Прапорщик хәрби иптәштәре менән бергә һәләк була, әммә үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, бөтә подразделениеның шәхси составын юғалтыуға юл ҡуймай. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Бөгөн геройҙың ата-әсәһе Әбйәлил районында ирекмәндәр төркөмөндә. Улар батыр улдарының яуҙаштарына мөмкин тиклем ярҙам итергә, еңеүҙе яҡынайтырға тырыша.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан Әсмә Мырҙағәлина хаҡында «Атайсал» гәзитендә яҙғаныбыҙ булды инде. Биш балаға ғүмер биргән әсәнең берҙән-бер улы Әҡсән дә яу яланында батырҙарса һәләк булды. Ҡул эшенә оҫта егет алғы һыҙыҡта мунсалар эшләп, әллә күпме яуҙашының кәүҙәһен алып сығып оло абруй һәм ихтирам яулап өлгөргән була. Әсмә Сафа ҡыҙы улын һағынып уға бағышлап йырҙар, шиғырҙар ижад итә һәм шуларҙың береһен әлеге сарала йырлап ишеттерҙе.
Осрашыуға килгән Баймаҡ егете Ринат Сабаев та махсус операцияла «Башҡортостан» полкы составында ҡатнашҡан. Ул Әҡсән Мырҙағәлинды шәхсән белеүен, яуҙашы менән ғорурланыуын белдерҙе, Әсмә Сафа ҡыҙына батыр улы өсөн рәхмәт әйтте, Сибай институты музейына экспонат бүләк итте һәм ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе.
Учалы районынан килгән яугирҙәр ҙә йәштәрҙе Ватанды яратырға, уны һаҡларға, ҡурсаларға, батырҙарҙы онотмаҫҡа өндәне һәм музейға бик күп бүләк бирҙе (һүрәттә).
Сарала ҡатнашыусы яугирҙәр араһында йәш кенә ҡыҙ ҙа бар ине. Ул—Нәйлә Ирек ҡыҙы Щербакова. Сибай медицина колледжын бөткән 28 йәшлек ҡыҙ үҙе теләп махсус хәрби операцияға юлланған булып сыҡты.
—Медицина колледжын тамам-лағас, Екатеринбург тарафына юлландым. 4 йыл эшләгәндән һуң, махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иттем һәм ике йылға контракт төҙөнөм. Йәнә бер йылым бар әле. Тәүҙә йүнәлтмә буйынса танк батальонына эләктем, яугирҙәргә тактик медицина серҙәрен өйрәттем, тәүге ярҙам күрһәттек. Унан ҡабул итеү-сортировка взводында фельдшер итеп күсерҙеләр. Бөгөн Кременная ҡалаһындамын, медицина тәьминәте буйынса эшләйем,—ти сержант ҡыҙ.
Әйтергә кәрәк, Нәйлә Ирек ҡыҙы махсус хәрби операция тормошомдо ғына түгел, аңымды, фекерләүемде ҡырҡҡа үҙгәртте тип белдерә. «Күп нәмәнең ҡәҙерен белергә өйрәндем, тормошҡа бөтөнләй башҡаса ҡарайым. Бөгөн ундағы һәм тыуған яҡттарға ҡайтҡан яугирҙәргә психологик ярҙам күрһәткем килә. Шуға Сибай институтына уҡырға ла индем, психолог һөнәрен үҙләштерәм»,—ти Нәйлә.
Әйткәндәй, батыр ҡыҙ ошо көндәрҙә яугир егет Денис Климанов менән никахлашты. Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ һәм оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ!
Осрашыуға килеүселәрҙең ҡайһы берәүҙәре Сибайға тәү тапҡыр килеп, ҡаланың матурлығына, уҡыу йортоноң күркмәлегенә һоҡланыуын белдерһә, икенселәр беренсегә түгел. Күп кенә яугирҙәр, уларҙың яҡындары Сибай институтында уҡырға ҡарар иткән. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан Дилә Ҡасим ҡыҙы Ғәлиуллина улы һәләк булғандан һуң, районда ирекмәндәр төркөмө булдырған. Уларға әйберләтә ярҙам менән сикләнмәй, психологик ярҙам күрһәтеү теләге менән Сибай институтына уҡырға ингән.
—Минең бер туған ағайым хәрби булды, ул подполковник. Уның өлгөһөндә улдарым бәләкәйҙән хәрби булырға теләне, спортты яратты, яҡшы уҡыны, ГТО нормаларын һәйбәт үтәне. Тәминдәр Омск ҡалаһында хәрби академияла уҡыны. Юғары белем алғандан һуң хәрби частә Танк батальонының тәьминәт төркөмөнә начальник вазифаһына ҡуйылды. 2022 йылдың февралендә Украинаға командировкаға ебәрелде. Уның төркөмө өс тапҡыр ҡамауҙа ҡала, Тәминдәрҙең урманлы ерҙә дөрөҫ йүнәлеш ала белеүе төркөмдө имен-һау сығарырға мөмкинлек бирә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2022 йылдың авгусында һәләк булды. «Батырлыҡ» ордены, генерал Шайморатов ордены менән үлгәндән һуң наградланды. Улымды юғалтҡас, башҡа яугирҙәргә ярҙам итеү теләгем көсәйгәндән көсәйҙе. Ватан һаҡсылары иҫән ҡалһын тигән теләктә тырышабыҙ. Тегеү цехы астым,—тип һөйләй әсә.
Осрашыуға шулай уҡ бөгөн алғы һыҙыҡҡа үҙ теләктәре менән ылау ташыусы егеттәр—Илшат Сыңғыҙов һәм Динар Ыласынов килгән ине. Улар яугирҙәрҙең тыуған яҡтан килгән һәр әйберҙе ҡыуанып ҡабул итеүен тулҡынланып һөйләне.
Дөйөм алғанда, һәр сығыш илһөйәрлек, ғорурлыҡ хисе уятты.
Бына ошондай ҡыйыу ҡыҙ-егеттәребеҙ, көслө рухлы ата-әсәйҙәребеҙ булғанда беҙҙең ил теҙләнмәҫ тигән ышаныстабыҙ.

Батырҙар булғанда теҙләнмәҫбеҙ
Батырҙар булғанда теҙләнмәҫбеҙ
Батырҙар булғанда теҙләнмәҫбеҙ
Автор: РЕЗЕДА УСМАНОВА
Читайте нас