Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
27 Октябрь 2025, 14:20

Хат әйләнеп ҡайтты

Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатоваға һәм VII класс уҡыусыһы Айзилә Сирусинаға МХО яугире Рөстәм Муллағәләмов мәрхүмдең аманатын ата-әсәһе Рүзилә апай һәм Рәил ағай тапшырҙы.

Хат әйләнеп ҡайтты
Хат әйләнеп ҡайтты

 

 

--Билал ауыл китапханаһында МХО яугирҙәренә йыш ҡына хаттар яҙабыҙ. Февраль айында VII класс уҡыусылары менән яҙған хатыбыҙ Баймаҡ районының Басай ауылы егете Муллағәләмов Рөстәм Рәил улының ҡулына эләгә. Был хат Айзилә Сирусинаныҡы була. Хат яҙған көн бөгөнгөләй хәтерҙә. Уҡыусылар китапханаға йыйылғас хатты нисек башлап китергә, нимәләр яҙырға бер аҙ аптырап ҡалдылар. "Үҙегеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй хис тойғолар бар, шуларҙы яҙығыҙ. Һалдат ағайҙарығыҙға изге теләктәрегеҙҙе теләгеҙ", - тигәйнем.

 

Айгизәнең күңел йылыһы һалынған хаты яу ҡырында йөрөгән Рөстәмгә тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып барып етә. Һалдат егет ата-әсәһенә шылтыратҡанында хат тураһында әйтә: "Имен-һау тыуған яҡтарыма ҡайтһам Билал ауылы китапханасыһына һәм хат яҙған уҡыусыға бүләктәр алып барып күреп ҡайтам", ти. Үкенескә ҡаршы, Махсус хәрби операция барышында Рөстәм батырҙарса һәләк була.

 

Был хаҡта яугирҙең әсәһе Рүзилә апай бына нимәләр һөйләй: "Рөстәмдең үле хәбәрен еткерҙеләр. Уның кәҫәһендә Билал урта мәктәбе уҡыусыһы Айзиләнең хаты табыла. Балаҡай ғынам хатты ҡырҡ асып уҡып, ҡәҙерләп кенә һаҡлап алып йөрөгән. Улымдың ҡанына мансылып бысрап, ҡан еҫе һеңеп бөткән. Мин уны һыулап һөртөп тә ҡараным ҡан еҫен бөтөрә алманым. Рөстәм улымдың әйткән һүҙен, аманатын тапшырырға күргән төшөм сәбәп булды. Әллә ошо хат тураһында йыш уйлап йөрөгәнгә, һуңғы ваҡыт бер нисә тапҡыр улым төшөмә инде. "Хат яҙыусыларҙы барып күрҙеңме, бүләк тапшырҙыңмы?", -тип һорай. Улымдың аманатын үтәп ҡуяйыҡ тип килдек. Беҙҙең менән мәктәптә осрашыу үткәргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уҡыусылар яҙған хаттар һалдаттар ҙур шатлыҡ, уларҙы һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтәләр, тыныс минуттарҙа йылылыҡ менән уҡыйҙар. Рөстәм улым шуға ла хатты күҙ ҡараһындай һаҡлағандыр инде", - ти, күҙ йәшенә мансылып. Рәил ағай менән Рүзилә апайҙың бер туҡтауһыҙ беҙҙе ҡосаҡлап илауҙарына беҙ ҙә күҙ йәштәрен тыя алманыҡ.

 

Мәктәп директоры Арсен Арслан улы уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп: "Беҙҙең уҡыусыбыҙ яҙған хат күпме юлдар үтеп кире тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Һуғыштар бөтөп яугирҙарыбыҙ имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Күгебеҙ аяҙ, күңелдәребеҙ саф, уйҙарыбыҙ изге булһын", - тине.

 

Басай егете Рөстәмдең аманат алдыҡ. Тыныс йоҡла, яугир! Һинең ата-әсәйеңә, туғандарыңа сабырлыҡ теләйбеҙ.

 

Сығанаҡ: Баймаҡ районы хакимиәтенең "Бәйләнештә" төркөмө

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас