АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
17 Октябрь 2025, 03:30

Бар тырышлығыбыҙ еңеү өсөн!

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Шәүрә Һибәтулла ҡыҙы менән Ҡорбанғәле Ғәлимйән улы Йомағоловтар «Фронтҡа ярҙам» ирекмәндәр клубына быйыл апрель айында йөрөй башлай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был ғаилә пары барыһының да ихтирамын яулай. Шәүрә апайҙы клубта уңғанлығы, эшкә әрһеҙ булғаны өсөн яратһалар, Ҡорбанғәле ағайҙан ҡатын-ҡыҙҙар көсө етмәгән эштәрҙе эшләтәләр. Йомағоловтар таусылар төйәгенең Байыҡтырыусылар ҡасабаһына 1994 йылда Йылайыр районының Йылайыр ауылынан күсеп килә. Улар район үҙәгендә төҙөлөштә эшләй. Сибай ҡалаһына килгәс ғаилә башлығы Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының «Ремстройцех»ына эшкә урынлаша, ҡатыны Сибай педагогия училищеһына лаборант булып бара һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шул эшенә тоғро ҡала. Спорт яғынан көслө булған берҙән-бер улдары Фаил БДУ-ның Сибай институтының физкультура бүлеген тамамлай. Йомағоловтар әлеге көндәҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп 2 ейәнен, 1 ейәнсәрҙәренә, 1 бүләсәрҙәренә ҡәҙерле ҡартәсәй, ҡартатай булып өлгөлө донъя көтә. Ҡорбанғәле Ғәлимйән улы 70 йәшкә етеп килһә лә Сибай институтында хужалыҡ эштәрен башҡара. Ҡаланың ирекмәндәр клубын Белов урамынан Сибай институтының Таусылар проспекты,10-сы адресындағы бинаһына күсерешкәндә Ҡорбанғәле Ғәлимйән улы уларҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына. Күптән шул хәрәкәткә ҡушылырға ниәтләгән ҡатынына ла ирекмәндәр клубы хәҙер уларҙың бинаһында эшләй башлауын әйтә.

Бар тырышлығыбыҙ еңеү өсөн!Бар тырышлығыбыҙ еңеү өсөн!
Бар тырышлығыбыҙ еңеү өсөн!

-Нәҫелебеҙ ҙә хәрбиҙәр күп. Атайым—Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Аралбай ауылы уҙаманы Боҫҡонов Һибәтулла Латиф улы 3 һуғышта: фин, япон бәрәлештәрендә ҡатнашҡан. 1937 йылда Совет Армияһына алынғас, Киев хәрби округында хеҙмәт иткән, орудия командиры булған. Йыр-моң яратҡан. Һалдаттар ял иткән ваҡытта бейеп, барыһының да күңелен күтәргән. Шуның өсөн баш командующийҙан алған ҙур күләмле Почет грамотаһы беҙҙә һаҡлана. Атайымдың тағы һуғыш ваҡытында үҙе ашап йөрөгән тимер ҡалағы, ҡырынғысы бар. Әсәйем менән атайым 10 балаға ғүмер бүләк иткән. Әлеге көндә 7-һе иҫән-һаубыҙ. Матрайҙа йәшәгән бер туған һеңлемдең улдары Мурманскиҙа моряк булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә,--тип һөйләне Шәүрә апай.-Махсус хәрби операцияла бер туған ағайымдың, апай-һеңлеләремдең улдары ҡатнаша. Һеңлем минең ирекмәндәргә ҡушылып, маскировка селтәре үреүемде, алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам күрһәтеүемде күптән теләне. Быйыл шул тормошҡа ашты: «Фронтҡа ярҙам» ирекмәндәр клубында барлыҡ эшмәкәрлегебеҙҙе фронт өсөн, еңеү өсөн тип башҡарабыҙ. Күмәкләгәнгә лә эшебеҙ бара. 400-гә яҡын селтәр үреп алғы һыҙыҡҡа оҙаттыҡ, даими рәүештә гуманитар ярҙам әҙерләп ебәрәбеҙ, аҡсалата ла өлөш индеребәҙ. Низағ тиҙерәк бөтһөн тип көнө-төнө доға ҡылабыҙ.

Гөлдәр Ҡадаева. автор фотоһы

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас