АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Октября 2025, 09:35

Күргәҙмәлә--«Беҙҙең заман геройҙары»

Сибай ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Беҙҙең заман геройҙары» күргәҙмәһе эшләй. Унда Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ленинград хәрби округының беренсе фронт ижади бригадаһы хәрби рәссамы Юрий Сивачевтың фронт картиналары ҡуйылған. Ҡыҙғанысҡа күрә, автор үҙе күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнаша алманы. Уның ҡарауы фронтташы, бер ижади бригадала хеҙмәт иткән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фларид Бирғәлиндың сарала булыуы уға мәртәбә өҫтәне.

Күргәҙмәлә--«Беҙҙең заман геройҙары»Күргәҙмәлә--«Беҙҙең заман геройҙары»
Күргәҙмәлә--«Беҙҙең заман геройҙары»

 

Йырсы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

-Беҙҙең бригада алғы һыҙыҡ буйлап йөрөп концерт ҡуя. Башта ир-егеттәрҙе ҡуҙғатып алыуы ҡыйын. Йырҙарыбыҙҙы тыңлап, бейеүҙәрҙе ҡарап, музыкаль инструменттар моңдарын ишетеү менән күңелдәренә ял бирәләр. Аҙаҡ, тыуған яҡҡа ҡайтып килгәндәй булдыҡ, тип рәхмәт әйтәләр. Беҙ яугирҙәргә йыр-моңдарыбыҙ менән көс-ҡеүәт, дәрт өҫтәһәк, Юрий Сивачев уларҙы һүрәткә төшөрә. Төрлө мәлдәрҙе тотоп ала белә, ҡул аҫтындағы материалдарҙы ҡулланып һалдаттарҙың һынын оҫта итеп төшөрөп тә ҡуя,--тип һөйләне хеҙмәттәше хаҡында Фларид Бирғәлин.

Ул шулай уҡ Юрий Сивачевтың фотоаппарат менән менән фото төшөрөп түгел, һүрәтте үҙ ҡулдары менән яһап, йөрәге аша үткәргәнгә лә уның картиналары тере, йылы килеп сыға, тип билдәләне.

Әйткәндәй, рәссамдың күргәҙмәгә ҡуйған картиналары араһында Сибай концерт-театр берекмәһе артистары, хеҙмәткәрҙәре—Әлфир Заманов, Илнур Сәфәров, ағайлы-ҡустылы Фларид һәм Фидан Бирғәлиндарҙың һүрәте айырым урын биләй. Автор үҙе яҙыуынса, уның фронт бригадаһындағы эше тап ошо ир-егеттәрҙе төшөрөүҙән башланған. Сәнғәткә хеҙмәт итеп йөрөгән ерҙәренән ил һағына баҫҡан башҡорт яугирҙәренең ҡыйыулығы уны һоҡландырған. Рәссам тап ошо һүрәтте һәм тағы ла 3 эшен август аҙағында республикала уҙған «Армия мәҙәниәте көндәре» фестивале барышында уны милли музейға тапшырған.

Юрий Сивачев та өлөшләтә мобилизация башланғас та ҡулына повестка ала. Ул ваҡытта Юоий Евгеньевич Мәскәүҙән Дондағы Роствҡа күсеп йәшәй генә башлаған була. Греков исемендәге һынлы сәнғәт училищеһында уҡытыусы була.

Ә тыумышы менән ул Калуга ҡалаһынан. Крупская исемендәге Мәскәү дәүләт өлкә университетын тамамлаған.

Рәссамдың картиналарында беҙҙең заман геройҙарының йөҙө асыҡ сағыла, әммә уларҙа нәфрәт юҡ. Улар арыған, йонсоған, ҡайғы күрһәләр ҙә сырайҙары һөйкөмлө килеш ҡалған. Сөнки геройҙар яуыз булырға тейеш түгел, яуызлыҡтан да изгелек табырға тейеш...

«Беҙҙең заман геройҙары» күргәҙмәһе музейҙа 30 октябргә ҡәҙәр эшләй. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, ҡалалаштар һәм ҡунаҡтар уны мотлаҡ барып күреп, заман геройҙарын танып ҡалығыҙ.

Гөлдәр Ҡадаева.

Күргәҙмәлә--«Беҙҙең заман геройҙары»
Күргәҙмәлә--«Беҙҙең заман геройҙары»
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас