+30 °С
Болотло


Был юғы ылауға хәйбуллалар автомобиль, төҙөлөш материалдары, генераторҙар, инструменттар, аҙыҡ-түлек, туғандарынан шәхси посылкалар, йылы әйберҙәр, тәгәрмәстәр, маскировка селтәрҙәре, дрондарҙан ҡурсалаған юрғандар һәм башҡа кәрәк-яраҡ оҙатты. Район халҡын, учреждение, ойошма, предприятиеларҙың, ирекмәндәрҙе уртаҡ маҡсат берләштерә—тиҙерәк еңеү яулау. Шуға ла улар туҡтауһыҙ ярҙам итә, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәрҙе хәстәрләй.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәр ваҡыттағыса Йәнтеш ауылы халҡы ситтә ҡалмаған. Улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер нисә маскировкалау селтәре үргән, аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр йыйған.