

Хәнифә Азамат ҡыҙы һәм уның ярҙамсылары эшләп күрһәткән маскировкалау башлыҡтарын яһау ҙа Сибай ирекмәндәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Шунда уҡ уларға эйәреп эшләп ҡарап, ҡулдан килмәҫлек түгел икән тип, яңы һөнәр үҙләштереп тә алдылар.
-Махсус хәрби операциялағы яҡташтарға күрһәтелгән ярҙам күләмле булһын өсөн «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмө райондың «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы менән ҡушылдыҡ. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр алғы һыҙыҡ биләмәһенә йөрөгән таксистар аша гуманитар ылау оҙатып торабыҙ. Башлыса һалдаттар үтенесе буйынса ярҙам туплайбыҙ,--ти «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Лилиә Таҡаева.-Беҙ район халҡынан аҡсалата ярҙам йыйып ҡына ҡалмайбыҙ, һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр ҙә тегәбеҙ: «Анюта» эвакуацион носилкалары яһайбыҙ, флистан толстовкалар, жилеттар тегәбеҙ. Госпиталдә ятыусыларға эске кейем дә тегеп ебәрәбеҙ. Дронға ҡаршы юрғандар әҙерләйбеҙ, шлем аҫтынан кейергә башлыҡтар тегәбеҙ, маскировкалау селтәре үрәбеҙ, блиндаж шәмдәре яһайбыҙ. Аҙыҡ-түлек, техника менән дә ярҙам итәбеҙ. Үткән аҙала ғына Мерәҫ ауылы халҡы машина, Семеновск ауыл биләмәһе мотоцикл ебәрҙе.
Бынан тыш ирекмәндәр коммерциялы булмаған автономлы ойошма (АНО) төҙөгөн. Ошо рәүешле улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә бушлай юридик ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ улар өсөн төрлө саралар, осрашыуҙар ойошторалар. Хәрби әхирәттәр клубы ла булдырғандар.
Баймаҡтар сибайҙарҙың улар үткәргән оҫталыҡ кластарын оҡшатыуына ҡыуанды. Киләсәктә ике төбәк ирекмәндәре хеҙмәттәшлектәрен дауам итергә һүҙ ҡуйышты. -Күмәкләгән--яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Ә беҙгә мотлаҡ яуҙы ҡайтарырға кәрәк! Шуға ла бергә булайыҡ, бергә эшләйек!—тип тә өҫтәне Лилиә Разгил ҡыҙы.
Гөлдәр Ҡадаева.