АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Сентябрь 2025, 06:10

Яугир улы мәктәпкә барҙы

МХО-ла һәләк булған яугир улын ташламайҙар... Тимерхан беренсе класҡа барҙы.

Яугир улы мәктәпкә барҙыЯугир улы мәктәпкә барҙы
Яугир улы мәктәпкә барҙы

1 сентбярь—Белем байрамы алдынан Баймаҡ районының Ватан һаҡсылары фондының социаль координаторҙары «Баланы мәктәпкә әҙерләргә ярҙам ит» акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһының төбәк бүлеге етәксеһе Оскар Ситдиҡов, Баймаҡ районы ирекмәгндәре етәксеһе Гөлназ Хафизова исеменән, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова ярҙамы менән Баймаҡ районы Түбәнге Таһир ауылында йәшәүсе Тимерхан Нурғәлинға мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырҙы. Тимерхан—үҙ иле өсөн махсус хәрби операцияла ғүмерен биргән яугирҙең улы. Малай быйыл беренсе класҡа барҙы.

—Беҙ МХО яугирҙәре менән даими бәйләнеш тотабыҙ, юридик, психологик ярҙам күрһәтәбеҙ, шулай уҡ көнкүрештә килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итәбеҙ. Улар үҙҙәрен яңғыҙ ҡалған тип тойорға тейеш түгел, һәр саҡ ярҙамға әҙербеҙ,—ти социаль координатор Гөлназ Заманова.—Тимерханға уҡыуында уңыштар теләйбеҙ, хәстәрҙе, ярҙамды тойоп үҫһен.

Яугир улы мәктәпкә барҙы
Яугир улы мәктәпкә барҙы
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас