АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
21 Август 2025, 10:50

Ҡулынан килмәгән эш юҡ

Быйыл йәй Сибай ҡалаһының «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең социаль хеҙмәткәре Рәмилә Ҡолоева Урал аръяғында тәүгеләрҙән булып «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған социаль хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында тыуып үҫкән ханым 26 йыл ғүмерен ололарҙы бағыуға бағышлаған. -Һөнәрем буйынса шәфҡәт туташымын. Сибай медицина училищеһын тамамлап, Йылайыр район үҙәк дауаханаһында хеҙмәт юлымды башланым,--тип һөйләй Рәмилә Зәкирйән ҡыҙы.-Сибай егете Камил Ҡолоевҡа кейәүгә сыҡҡас, бер-бер артлы Вәғиз, Вадим, Фәдис 3 улыбыҙ тыуҙы. Уларҙы бағырға кәрәк булғас, медицина өлкәһенә күңелем ныҡ тартылһа ла, балалар хаҡына унда барманым. Әммә үкенмәйем социаль өлкәлә эшләүем менән бәхетлемен.

Ҡулынан килмәгән эш юҡҠулынан килмәгән эш юҡ
Ҡулынан килмәгән эш юҡ

Рәмилә Зәкирйән ҡыҙы ҡарамағында 24 оло кеше бар. Социаль хеҙмәткәр көндә уларҙың һәр ҡайһыһының йортона бара, эштәрен эшләй, ашата, магазиндан кәрәк-ярағын алып бирә. Шулай уҡ кәрәк булһа дауаханаға оҙатып бара, дарыуҙар хәстәрләй. Әйтергә кәрәк, өлкән быуын вәкилдәре Рәмилә Зәкирйән ҡыҙын ярата, уның үҙҙәре янына килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Рәмилә Зәкирйән ҡыҙы һәм Камил Мөхәмәт улы Ҡолоевтар башта ҡалала фатирҙа торһа, Арҡайым ҡасабаһында ҙур йорт һалып сығыуҙарына 20 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ҡалала йәшәгәндәрендә баҡса тотһалар, ҡасабаға күскәс ер участкаһының бер сантиметр етерен дә әрәм итмәй, гөрләтеп баҡса үҫтерәләр. Уларҙың ихатаһына ингәндән затлы гөл-сәскәләр ҡаршы ала. Һәр нәмә үҙ урынында. 7 ейән-ейәнсәрҙе өсөн ( 3 улдары ла Арҡайымда йорт һалған) уйын майҙансығы, шарлауыҡ, сәй эсеү урыны—барыһы ла уйлап эшләнелгән. Ә баҡсалары урап сыҡҡыһыҙ!

-Ҡала көнөнө арналған төҙөкләндереү буйынса конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар алдыҡ. Бер нисә йыл рәттән ҡала урамдарына ултыртыу өсөн петуния, сальвия, дербена һәм башҡа сәскәләр үҫентеләре үҫтереп бирҙем. Сағыу сәскәләрҙең орлоҡтарын Мәскәү, Новгород кеүек ҙур ҡалаларҙан яҙҙыртып алдым. 2015 йылда Сибайҙың 60 йыллығына 55 мең төп сәскә үҫентеһе үҫтереп бирҙем,--тип һөйләй уңған ханым.

Ә бит үҫтерҙем тип әйтеүе генә анһат! Бәләкәй генә орлоҡтарҙы яңы йылдан һуң сәсеп, уларҙы айырып, яҙ теплицаға сығарырға кәрәк. Үҫентеләр өшөмәһен өсөн теплицаларға буржуйка мейесе ҡуйып, утын яғалар. Ул ваҡытта участкаларында 5 теплица, тиҫтәгә яҡын көплө түтәлдәр була. Сәскәнән тыш хужабикә йәшелсә-емеш үҫентеләрен дә ултырта. Шулай ҡыштан үҫенте менән булышып, яҙ, йәй баш күтәрмәй баҡсала эшләп, көҙ уңышты эшкәртеп баҙға тултыра.

Рәмилә Зәкирйән ҡыҙы әйтеүенсә, өйҙә бер ваҡытта ҡул ҡаушырып ултырмай. Ҡалала тәүгеләрҙән булып һалма, бишбармаҡ йәйеп һата, Ейәнсура ҡатын-ҡыҙҙарына хас булғанса заказға шәл, йөн ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләй. Сигеү-тегеүгә лә оҫта, бисерҙан биҙәүестәр яһай, гөлдәр үҫтерә.

Һуңғы арала Рәмилә Зәкирйән ҡыҙы ирекмәнлек менән етди шөғөлләнә. Ул «Фронтҡа ярҙам» клубы ирекмәне булараҡ, өйөнә клубтан материалдар алып ҡайтып, доғаларын уҡый-уҡый маскировкалау селтәрҙәре үрә. Был эштә уға ире Камил ағай, ейән-ейәнсәрҙәре ярҙам итә. Шулай уҡ яугирҙәргә шлем өҫтөнән кейергә ялбыр башлыҡтар, маскировкалау халаттары бәйләй. Теген машинкаһында госпиталдәге яралалырға ебәр өсөн постель кәрәк-ярағы, ирҙәр эске кейемдәрен дә тегә.

Бер нисә йыл рәттән Рәмилә Ҡолоева баҡсаһында ишелеп уңған емештәрҙән ҡаҡ ҡоя. Уларҙан букеттар эшләй, бүләк итеүгә уңайлы булһын өсөн махсус ҡумталарға һалып һатыуға сығара. Шулай итеп уңған ҡатын ҡалала креатив индустрия өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Әйтергә кәрәк, креатив индустрияға һуңғы ваҡытта республика Башлығы Радий Хәбиров айырым иғтибар бүлә. Сибай ҡалаһы был йүнәлеште әүҙем үҙләштереүсе булараҡ, республикала булдырылған 7 пилот проектына исемлегенә лә ингән. Тап Рәмилә Зәкирйән ҡыҙы кеүек тырыш ҡатын-ҡыҙҙар милли аш-һыу әҙерләү серҙәрен, кәсептәрен яҡшы белә һәм киләсәк быуынға еткерә лә инде.

Әйткәндәй, Рәмилә Зәкирйән ҡыҙы, һуңғы арала ҡойған ҡаҡтарын махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә күстәнәс итеп гуманитар ылау менән ебәрергә әҙерләгән. Оҫтабикә ҡойған татлы ҡаҡтар ир-егеттәребеҙгә тыуған яҡ тәмен, сәләмен алып барып еткерһен. Барыһы ла иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтһын!

Гөлдәр Ҡадаева.   

   

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас