

Иң оло бесәнсе
Артабан ауылдың иң оло кешеһе--Солтанова Сәғирә Рамаҙан ҡыҙы менән таныштыҡ. Ул 1944 йылда Йылайыр районының Һынташ ауылында тыуған. Һуғыш осоро балаһы булған инәй 1963 йылда Һаҡтау ауылына кейәүгә сыҡҡан. 5-се класты тамамлағас, 1958 йылдан совхозда эшләй башлай. Ҡыҙҙың һыйыр һауырға көсө етмәгәс, башта быҙау баға. Унан ҡыҙ ҡорона ингәс кенә уны һыйыр һауырға күсерәләр.1963 йылдың февралендә Сәғирә Һаҡташ ауылынан Солтанов Мислан Хөснөлхаҡ улына кейәүгә сыға.
-Ирем атаһын 1937 йылда халыҡ дошманы тип ҡулға алғанда, әсәһенең ҡарынында ҡала. Мин килен булып төшкәндә Һаҡтауҙа 26 өй бар ине. Ирем совхозда шофер, ә мин һауынсы булып эшләнек,--ти Сәғирә Рамаҙан ҡыҙы.
Солтановтар 8 балаға ғүмер биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтыра. Ҡыҙғанысҡа күрә, 8 баланың 2-әүһе гүр эйә булған.
-4 балам--Хәлфетдин, Фәрхетдин, Венер улдарым, Филүзә ҡыҙым Сибайҙа тора. Йылайырҙа йәшәгән Сәйфетдин менән Илшат исемле улдарым икеһе лә мәрхүм булды. Сәйфетдин улым мәрхүм интернациональ бурысын Афғанстанда үтәне.
Оло ҡыҙым Фәнүзә Суртан-Үҙәктә төпләнде,--тип һөйләй «Әсәлек даны» миҙалы һәм орденына лайыҡ булыусы күп балалы әсә.-Бабайым менән 40 йылдан ашыу татыу ғүмер иттек. Вафатына 20 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ул һалған йорттоң нигеҙен һыуытмаҫҡа тырышым. Ни тиһәң дә ошонда 62 йыл ғүмерем үтте. Замананда Һаҡтауҙа ғына 3 өй һалдыҡ. Күп итеп мал аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, ҡул менән бесән сабып, башҡаларҙан кәм-хур булмайыҡ тип, тырышып донъя көттөк.
Хәҙер инде Сәғирә Рамаҙан ҡыҙы ҡышты балаларында сыға, ураҙаны үҙ йортомда тотам тип яҙ уҡ ауылына ашҡынып ҡайта.
Йәйгеһен ауылда торған әсәйҙәрен балалары алмашлап килеп ҡарай, ишек алдындағы үләнен саба, утын алып биргәндәр. Сәғирә Солтанова ҡул эштәре менән булышып, йөн ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләп, ҡош-ҡорт аҫрап, сәхрәләрҙә йөрөп үҙ донъяһында кинәнеп йәйҙе үткәрә.
Оло йәштәмен тип ҡарап тормай быйыл Сәғирә Рамаҙан ҡыҙы райондың Таллыҡ яланында ойошторолған «Бесән туйы» тип исемләнгән мауыҡтырғыс турнирҙа ҡатнаша. 82 йәшлек бесәнсе оҫталығы менән бөтәһен дә таң ҡалдыра һәм иң өлкән ҡатнашыусы булараҡ махсус призға лайыҡ була.
-Ярыштарҙа мин ғүмер буйы ҡулланған салғым менән бесән саптым. Тик һуңғы тапҡыр мин уны 30 йыл элек ҡулымда тоттом. Шуға күрә, көсөмдө һынап ҡарау айырыуса ҡыҙыҡ булды,--ти Сәғирә Солтанова.
Бер кем дә, бер нәмәлә лә онотолмай
Үрҙә әйтеүебеҙсә, 5 өйлө Һаҡтауҙан 3 ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа күрә, Солтанов Иҙел Марс улы былтыр сентябрь айында хәбәрһеҙ юғалған. Бикбулатов Илдең батырҙарса һәләк булыуына 1 йыл булып килә.
Ил Бикбулатовтың ҡартатаһы фронтовик Һибәтулла Хисаметдин улы ла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина ерендә ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнаша, ҡаты яралана, һуңынан дошманды үҙ өңөндә дөмөктөрөп, уға тыуған тупрағына аяҡ баҫырға насип була. Ил Әбделәхәт улы Бикбулатов һәләк булғандан һуң «Ҡыйыулығы өсөн» миҙалы, «Ҡаһарманлыҡ» ордены менән бүләкләнә. Хәрби наградалары һалдаттың әсәһе Рәүиә Иҙрис ҡыҙына тапшырылған.
Яугирҙең атаһы Әбделәхәт Бикбулатовтың тыуған ауылы Мәҡсүттә Бикбулатов Ил Әбделәхәт улының яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Һаҡтауҙың ғорурлығы
Һаҡтау ауылының ғорурлығы Фәдис Фәрит улы Тләүембәтов «Башҡортостан» полкының Ғәзи Заһитов исемендәге айырым штурм отрядында уҡсы-гранатомётсы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Ул күп тапҡыр алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек һәм хәрби припастар алып барған. Яралыларҙы эҙләп табыуҙа һәм ҡотҡарыуҙа ҡатнаша, дошман тураһында йәшерен мәғлүмәттәр йыйып беҙҙең ғәскәрҙәргә тапшыра. Фәдис Тләүембәтовтың фиҙаҡәрлеге ярҙамында штурм отряды дошманға һөжүм иткәндә өҫтөнлөк ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2025 йылдың февралендә Фәдис Тләүембәтов Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
Гөлдәр Ҡадаева.