АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
6 Август 2025, 04:20

Дәүер батырҙары онотолмаһын

Сибай ҡалаһының 3-сө республиканың полилингваль күп профилле гимназия-интернаты «Сибай Zа Героев» видеоролигы аша үҫмерҙәрҙе патриотик тәрбиәләү» проекты менән Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары конкурсында  еңеү яуланы. Уларҙың проекты 10 882 ғариза араһынан 1640 еңеүсе иҫәбенә ингән. Күләмле сараға Рәсәйҙең 89 төбәгенән ижади эштәр ҡабул ителгән. -Проекттың төп маҡсаты--үҫмерҙәрҙе тарихи хәтерҙе, иҫтәлектәрҙе һаҡлау процесына әүҙем йәлеп итеү. Заман батырҙарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шуға ла беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә арналған документаль фильм төшөрәсәкбеҙ. Шул рәүешле уларҙың еңеүгә индергән өлөшөн һәм героизмын данлаясаҡбыҙ,--ти проект етәксеһе, гимназия-интернаттың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Марина Хилалова.

Дәүер батырҙары онотолмаһынДәүер батырҙары онотолмаһын
Дәүер батырҙары онотолмаһын

Проект кураторы--Нәүширбанова Гөлсина Азамат ҡыҙы, Абдулғазин Данил Рәшит улы мәғлүмәт-медиа яҡтан яуаплы, бухгалтер--Янбаева Юлиә Йәүҙәт ҡыҙы.

Проект сиктәрендә гимназия уҡыусылары тәжрибәле педагогтар етәкселегендә документаль фильм төшөрөү менән генә шөғөлләнмәй, «Дан стенаһын» да булдырыу өҫтөндө лә ентекле эшләй. Сарала ҡатнашыусылар ғаилә архивтарын өйрәнәсәк, геройҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән осрашып, интервьюлар аласаҡ. Проектҡа йомғаҡ яһағанда «Дан стенаһы» тантаналы асыласаҡ һәм документаль фильм тәүге тапҡыр «Мир» йәштәр йортонда күрһәтеләсәк.

Проектты тормошҡа ашырыу йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү һәм заман геройҙары хаҡында иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү йүнәлешендә мөһим аҙым булып тора. Сараны ойоштороусылар уларҙың эшмәкәрлеге йәштәрҙе артабан ҡаҙаныштарға һәм рухи ҡиммәттәрҙе нығытыуға илһамландырыр, тип ышана.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас