АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Август 2025, 16:20

Рәсәй Геройы менән осраштыҡ

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов: 

Рәсәй Геройы менән осраштыҡРәсәй Геройы менән осраштыҡ
Рәсәй Геройы менән осраштыҡ

 

-Беҙ беренсе тапҡыр Рәсәй Геройы менән осраштыҡ. Һуңғы бер нисә йыл эсендә тыуған районына тәүгә ҡайтып, Никита беҙҙең менән осрашырға ваҡыт тапты. Үҙе тураһында һәм ҡаҙаныштары хаҡында һөйләүҙе бөтөнләй яратмай. Улар тураһында күп һанлы хәрби наградалары һөйләй. Геройлыҡ ҡаҙаныштары тураһында һорауҙарға ул йылмайып, юмор менән яуап бирә, әңгәмәне йомшаҡ итеп алып бара. Тыйнаҡлыҡ уның төп сифаттарының береһе. Ул ысын ир-егет һәм Ватанға тоғролоҡ символы. Никита Александрович йҙөндө беҙ бөгөн махсус хәрби операция зонаһында лайыҡлы хеҙмәт иткән һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең Рәсәй Геройына был осрашыу өсөн ҙур рәхмәт, уға уңыштар, бәхет һәм йәш ғаиләһенә именлек теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас