

Рөстәм Тотманов райондың «Ир-егеттәр ҡоро» рәйесе лә. Уның башланғысы менән яҙ көнө Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе халҡы урындағы зыяратты таҙартыу буйынса өмә үткәргән. «Ир-егеттәр ҡоро" ағзалары ҡәберҙәрҙе ҡый үләндәренән һәм сүп-сарҙан таҙартҡан, ҡороған ағастарҙы ҡырҡҡан.
Рөстәм Мөхтәр улы ауылдан ситтә йәшәүсе яҡташтарҙың да күмәк саранан ситтә ҡалмауына һөйөнә. Әминә менән Дәүләт Рәмовтар, мәҫәлән, өмәлә ҡатнашыу өсөн тыуған яҡтарына ҡайтып, яҡындарынаң мәңгелек төйәктәрен рәткә килтерешә. Быйыл улар Сәләх мәсете янында ағастар ҙа ултыртҡан.
Мәсет тигәндән, беҙ барғанда Йомағужа ауылының «Фатима» мәсетендә лә өмә бара ине. Иман йортоноң имам-хатибы Рәүф Аҡҡужин етәкселегендә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары мәсеттең эсен таҙалап ҡына ҡалмай, эргә-тирә биләмәне лә рәткә килтереп, ҡоймаларын буяп, бесәнен сабып, Ҡорбан байрамына әҙерләнә ине.
-Халыҡ беҙҙә мәсеткә әүҙем йөрөй. Айырыуса Рамаҙан айында йәнлелек һиҙелә, Ураҙа байрамды ла күмәкләшеп үткәрҙек. Йомаға ихлас йөрөйҙәр. Мәсеткә йәштәр никах уҡыта килә, яңы тыуған сабыйҙарына исем ҡуштыра,--тине имам-хатиб.-Кәрәк саҡта ауылдаштар матди яҡтан ярҙам да итә. Ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улына рәхмәт, мәсеттең ише алдына асфальт һуҡмаҡ һалдырҙы.
“Фатима» мәсете 1993 йылда төҙөлгән. Уға 1916 йылда ошо ерлектә тыуған Фатима Сәләх ҡыҙының исеме ҡушылған. Уның 11 балаһы булған. Ваҡытында балалары мәсет төҙөүгә ныҡ ярҙам иткән. Һуңғы йылдар улар имен йорто ҡыйығын яңыртыуға тимер алып биргән, пластик тәҙрәләр ҡуйҙырған. Мәсеттең беренсе имам-хатибы Аҡҡужин Фәйзулла Мөхәмәтдин улы (мәрхүм) булған. Ул дини вазифаны 2003 йылға ҡәҙәр башҡарһа, артабан имамлыҡ Аҙнағолов Фәттәх Вәхит улына күскән. 2019 йылдан Рәүф Аҡҡужин имам булып тора.