АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Баймаҡтар гелән бергә!

Баймаҡ районында «Беҙ бергә!» ирекмәндәр төркөмө һуңғы арала «Хәрби туғандлыҡ» йәмғиәте менән берләшеп, тағы ла ҡеүәтен арттырҙы. Ойошма яугирҙәрҙең һорауҙары буйынса эре заявкалар менән эшләй һәм аҙнаһына 2-3 тапҡыр таксистар аша алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау оҙата. Шунһы мөһим: ярҙам яҡташтарҙың ҡулдарына алып барып тапшырыла. Тағы шуныһы маҡтауға лайыҡ: ойошма ирекмәндәре ылауҙы йыйып ҡына ҡалмай, ир-егеттәргә кәрәкле әйберҙәрҙе: «Анюта» носилкаларын эшләй, толстовкалар, жилеттар, кәпәстәр, яралылар өсөн ирҙәр күлдәктәре, дронға ҡаршы юрғандар тегә, шлем аҫтынан кейергә кәпәстәр бәйләй, маскировкалау селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре яһай. Бынан тыш, өй ризыҡтары әҙерләйҙәр, ҡорот киптерәләр, тушенка яһайҙар, плов, сәк-сәк бешереп ебәрәләр. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре өсөн төрлө саралар үткәләрәр. Ирекмәндәргә бөтә район халҡы ярҙам күрһәтә.  Ошо көндәрҙә Беренсе Төркмән ауылында махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ебәреү өсөн толстовкалар тегеү филиалы асылған. «Ихлас» ҡул эштәре оҫталары клубы етәксеһе Рәғиҙә Дәүләтшина ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Лилиә Таҡаеванан 16 толстовка тегеү өсөн материалдар алһа, оҙон ялдарҙа 9 толстованы тегеп тә ҡуйған.

Баймаҡтар гелән бергә!Баймаҡтар гелән бергә!
Баймаҡтар гелән бергә!

-Земфира Мәсәлимова, Ләлә Йыһангирова, Әлфиә Хөсәйенова, Дилара Аҙнағолова һәм, әлбиттә, Рәғиҙә апайға ҙур рәхмәт!--ти Лилиә Разгил ҡыҙы, ҡыуанып.

Баймаҡ районының Түбә ауылынан ирекмән Римма Ғибәҙәтова иң әүҙем тегенселәрҙең береһе. Ул үткән аҙанала ғына 16 жилет тегнп тапшырған. Тағы 36 беселгән жилет алып ҡайтҡан.

Түбәнге Иҙрис ауылынан талант эйәһе, гармунсылар ансамбле етәксеһе Рәсимә Әнүәр ҡыҙы Халиҡова концерттан алынған килемдән яугирҙәр өсөн 5 мең һум аҡса биргән.

Баймаҡ ҡалаһынан Гөлсиә Хәкимйән ҡыҙы һалдаттарға ебәреү өсөн медикаменттар, көнкүреш әйберҙәре, төҙөлөш инструменттары тапшырған.

Афарин, яҡташтар! Еңеү дөйөм көс менән генә яулана!

Баймаҡтар гелән бергә!
Баймаҡтар гелән бергә!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас