

2023 йылдың октябрендә Сибай концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәрҙәре--Фларид Бирғәлин, Илнур Сәфәров, Фидан Бирғәлин Рәсәй Федерацияһының Оборона министры приказы менән Рәсәй Федерацияһы оборонаһы министрлығының «Хәрби батырлыҡ өсөн» II дәрәжәле миҙалы менән бүләкләнгәйне.
Ҡыйыу артистарыбыҙҙы махсус хәрби операциянан еңеү яулап ҡайтыуын кәләштәре түҙемһеҙлек менән көтә. Әйткәндәй, Фларид һәм Илсиә Бирғәлиндар, Йәнгүзәл һәм Илнур Сәфәровтар Сибай концерт-театр берекмәһенең иң матур, йәш, өлгөлө ғаиләләре. Илсиә Бирғәлина «Сибай» бейеү ансамбле солискаһы булһа, Йәнгүзәл Сәфәрова «Сулпан» балалар театры артисы. Ике яугирҙе лә хәләл ефеттәре ул табып ҡыуандырҙы. Фларидтың бер туған ҡустыһы—сәхнә биҙәләше оҫтаһы Фидан Бирғәлиндың да кәләше Нурия «Сибай» бейеү ансамбле солискаһы. Ул иһә һөйгәненә ҡыҙ бүләк итте.
фото Фларид Бирғәлиндың шәхси архивынан