АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Оло йөрәкле ирекмән

Былтыр көҙ Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрҙең береһендә төбәк республика Башлығына яралы яугирҙәрҙе ҡарау өсөн Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары госпиталдәрендә күсмә төркөмдәр ойоштороу тураһында ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәрҙең үтенесен еткерә. Радий Хәбиров уларҙың башланғысын хуплай. Шулай итеп, республикала 2024 йылдың ноябрендә «Беренсе тирмә» үҙенсәлекле проекты эшләй башлай. Был Рәсәйҙәге берҙән-бер ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды. Гүзәл заттар хәрби госпиталгә барып яралы яугирҙарҙы тәрбиәләргә ярҙам итә. Ноябрҙән алып әлегә тиклем 14 состав эшләп ҡайтҡан, ошо көндәрҙә тағы бер төркөм юлға сыҡҡан. Камил Вәлеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары, педагогика һәм психология уҡытыусыһы Әлфирә Үтәбаева «Беренсе тирмә» проектының 11-се составында ирекмән булған. Был проектта Сибайҙан әлегә 3 кенә ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан.

Оло йөрәкле ирекмәнОло йөрәкле ирекмән
Оло йөрәкле ирекмән

Ирекмәндәрҙең бурыстарына палаталарҙа дежурлыҡ итеү, пациенттарҙы процедураларға һәм йөрөүгә оҙатыу, уларға ашауҙа һәм дарыуҙар ҡабул итеүҙә ярҙам күрһәтеү инә. Йәғни, госпиталдең медицина һәм санитар хеҙмәткәрҙәренең бурыстарының бер өлөшөн улар үҙ өҫтөнә ала, был иһә аҡ халатлыларға ҡатмарлыраҡ осраҡтарға иғтибарҙы тупларға мөмкинлек бирә. Һәр командировканың оҙайлығы 17 көн тәшкил итә, унда 14 көн булһаң, 3 көнө юлға китә.

-Был ике аҙна эсендә тормошомдағы башҡа отпускыма ҡарағанда күберәк эшләгәнемде аңланым. Госпиталдә бөтә эштәрҙе лә башҡарҙыҡ: палаталарҙа дежур иттек, пациенттарҙы процедураларға оҙаттыҡ, ашаттыҡ, эсерҙек, йыуындырҙыҡ,--тип һөйләй Әлфирә Рәсүл ҡыҙы.-Яугирҙәр беҙҙең хәстәрлекте тойҙо. Ҡайһы берҙәре бушлай эшләп йөрөүебеҙгә ғәжәпләнде. Үҙем өсөн ҙур тәжрибә тупланым. Йөрәгемдең бер өлөшө шунда, Луганскиҙа, ҡалды, унда кире барырға теләйем. Беҙҙең егеттәр бик сабыр, түҙемле. Уларға физик яҡтан да, эмоциональ яҡтан да терәк булырға тырыштыҡ.

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән Әлфирә Рәсүл ҡыҙы бала саҡтан тик изгелек ҡылырға кәрәклеген аңына һеңдерә. Мәктәптә тырышып уҡый, класташтары менән «Тимур һәм уның командаһы» ойоштороп, ауылдың оло йәштәге кешеләренә төрлө ярҙам күрһәтеүҙәрен әле лә яҡшы хәтерләй. Спорт менән шөғөлләнә, айырыуса волейболға өҫтөнлөк бирә. БДУ-ның Сибай институтында уҡығанда ла гел алдынғылар рәтендә була. Юғары белем алғас та бер аҙ ҡаланың балалар приютында эшләп ала. Унан Сибай сәнғәт колледжына эшкә саҡырылар. 19 йыл инде төрлө тарафтарҙан йыйылған талантлы студенттар менән эшләй.

Әлфирә Үтәбаева 2017 йылда сәнғәт колледжында «Артишок» ирекмәндәр хәрәкәте булдыра. Улар студенттар менән өлкән быуын вәкилдәренә көнкүрештәрендә ярҙам итеп кенә ҡалмай, балалар, ололар приюттарына барып концерттар ҡуя, тормош һынауҙарына дусар булғандарҙың күңелдәрен күтәрә. Ковид пандемияһы осоронда ла улар алғы һыҙыҡта булып, мохтаждарҙы хәстәрләй. Махсус хәрби операция башланғас, ҡаланың «Тиҫтер»клубындағы М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында маскировкалар селтәре үреүҙә ҡатнашалар, гуманитар ярҙам йыйыуҙа булышалар.

Күңеле гел изге эш ҡылыуға ынтылған уҡытыусы быйыл ғинуарҙа «Беренсе тирмә» проекты хаҡында ишетә һәм шунда уҡ анкета тултырып ебәрә. Ике айҙан уға ыңғай яуап килә һәм ул апрель башында башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән юлға сыға.

7 гүзәл заттан торған 11-се төркөмдөң кураторы журналист, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова була. Был хаҡта журналист үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә:

-Махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн төҙөлгән иң ҙур хәрби госпиталдә яралы яугирҙәрҙе тәрбиәләнек. Тәүге барғандан айырмалы, яңы госпиталдә талаптар ҡаты. Иртәнге сәғәт 8-ҙә барлыҡ хәрби состав менән бергә сафҡа баҫып «Здравие желаем, товарищ полковник!» тип эшкә керешәһең дә, теүәл киске 19.00 сәғәткә тиклем башты ла күтәрә алмайһың. Хатта тамаҡ ялғауға ла һанаулы ғына минут бирелә. Эш етерлек: яугирҙәрҙе ҡабул итергә лә, документтарын тултырышырға ла, коляска-носилкалар менән процедураларға, операцияларға йөрөтөргә лә, тән йәрәхәттәрен бәйләргә лә, ауыр яралыларҙы ашатырға ла, 35-38 урынлыҡ ҙур палаталарҙы тәртиптә, таҙалыҡта тоторға ла. Әммә ҡыҙҙарҙан бер тапҡыр ҙа зарланыу һүҙе ишетмәнем. Арып-талһалар ҙа йөҙҙәрсә яугиргә үҙҙәренең күңел йылыһын бүлделәр, ҙур ихласлык менән ярҙам иттеләр. Был юлы Башҡортостандан яҡташтар ҙа күп булды. Әбйәлилдән Марсель ағайҙы, университетта уҡығанда бер осорҙа ятаҡта йәшәгән егеттәрҙе осраттым. Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ла Башҡортостан вәкилдәре байтаҡ. Терапевт Резеда Аҙнағол ҡыҙы Әлибаева беҙҙе үҙ балалары һымаҡ ҡурсалап йөрөттө. 15 көн эсендә госпиталдең шәхси составы ла, яугирҙәр ҙә яҡын кешегә әйләнде. Был юлы 300 егеттең сәсен алырмын, тип яңы машинка алып тороп барғайным, план артығы менән үтәлде. Сиратҡа баҫҡан 30-лап егеттең сәсен алып өлгөрмәүем генә күңелде өйкәп тора. Ярай, баш һау булһа сәс алыусы ғына табылыр. Госпиталдән дауаланып сыҡһындар, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар! Ә «Беренсе тирмә» проектының 11-се төркөмө составында барған ҡыҙҙарыма ҙур рәхмәт! Һәр береһе тураһында повесть түгел, роман яҙырлыҡ. Тормошта гүзәл заттар үҙ урынын тапҡан: матурҙар, аҡыллы, белемле, уңғандар. Ә иң мөһиме уларҙың йөрәге, күңеле изгелек, миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлек менән тулы. Яугирҙәребеҙ артында ошондай ныҡлы тыл торғанда Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ,--тип яҙҙы.

-Эйе, Рәмзиә Кәримова беҙҙе эшләргә өйрәтеп кенә ҡалманы, бар яҡтан өлгө булды. Рәхмәт уға! Шулай уҡ Сибай сәнғәт колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы Дилә Фәттәховаға рәхмәтлемен. Ул минең теләгемә ҡаршы килмәйне,--ти оло йөрәкле Әлфирә Рәсүл ҡыҙы.

-Ә ғаиләгеҙ һеҙҙең был аҙымығыҙҙы хупланымы?

-Әсәйемә лә, улым, ҡыҙыма ла был хаҡта әйтмәнем. Ҡайтҡас ҡына белделәр. Уларға квалификация күтәреү курстарына уҡырға барам тип кенә белгерттем,--тип йылмая әңгәмәсем.-Госпиталдә кистәрен табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре менән волейбол уйнаныҡ. Был шөғөлөм, спортҡа һөйөүем яңы дуҫтар, таныштар табырға ярҙам итте. Сибайҙан икәнемде белгәс госпиталь хеҙмәткәрҙәре бында Сибай артистары килеп йыш концерт ҡуйыуҙарын белдерҙе. Улар араһында беҙҙең уҡыу йорто директоры Замир Йәнтүрин булыуын әйттем. Яҡташтар, етәксем өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. 

Гөлдәр Ҡадаева.

фотолар Әлфирә Үтәбаеваның шәхси архивынан

Оло йөрәкле ирекмән
Оло йөрәкле ирекмән
Оло йөрәкле ирекмән
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас