

«Атайсал» гәзитенең 15-се һанында (9 апрель 2025 йыл) «Ҡартатаһының юлын дауам иткән» исемле мәҡәлә донъя күргәйне. Унда махсус хәрби операцияла һәләк булыусы Денис Әбүбәкиров хаҡында һүҙ бара. Күптән түгел ул белем алған башҡорт лицейында хәтер кисәһе уҙҙы.
Денистың яҡты иҫтәлегенә арналған сараны яугирҙең әсәһе Нәилә Яхъя ҡыҙы Әбүбәкирова ойошторҙо. Хәтер кисәһенә батыр егеттең уҡытыусылары Альмира Әмир ҡыҙы Кәйекбирҙина, Әнисә Рәшит ҡыҙы Үҙәнбаева, туғандары, класташтары, дуҫтары, Сибай ҡалаһы «Ватан һаҡсылары» фондының социаль координаторы Заря Рафиҡ ҡыҙы Рәхимғолова, лицей уҡыусылары, уҡытыусылар ҡатнашты.
Денис Ирек улы 1990 йылдың 5 нояберендә Куйбышев ҡалаһында ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән шаян, илгәҙәк булып үҫә ул.
Улар 2000 йылда Сибайға күсә. Денис Сибай ҡалаһының 13-сө урта мәктәбендә (хәҙерге Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы) белем ала. 9-сы класты тамамлағандан һуң, Сибай тау техникумына уҡырға инә. 3-сө курста уҡып йөрөгәнендә, әрме сафына хеҙмәт итергә китә. Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында хеҙмәт итә Денис. Ҡыйыу, шуҡ егет рядовойҙан старший сержант дәрәжәһенә тиклем үрләй. 2010 йылда Оборона министырлығы менән контракт төҙөп, 2015 йылғаса хеҙмәт итә. Сибай ҡалаһына ҡайтҡас, вахта менән Себерҙә монтажник булып эшләй. Тырыш егет үҙенә 3 бүлмәле фатир, машина һатып ала. Һеңле-ҡустыһына, әсәһенә ярҙам итә.
Денис тәбиғәттә ял итергә, балыҡ тоторға, спорт менән шөғөлләнергә ярата. Дуҫтары бик күп була, һәр саҡ уларға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Махсус хәрби операция башланғас та, иптәштәренән ҡалмайым тип, контракт төҙөп, 2024 йылдың июнендә ил һаҡларға юллана. бер ай ҙа булмай ҡаты яралана, госпиталдә ята. Ә октябрҙә хәбәрһеҙ юғала, һуңынан ҡайғылы хәбәр килә: Әбүбәкиров Денис Донецк өлкәһендәге Новогродовканы азат иткәндә батырҙарса һәләк булған. Үлгәндән һуң «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнә.
Хәтер кисәһендә яугирҙе тик яҡшы яҡтан иҫкә алдылар. Эйе, батыр үлһә лә, даны ҡала. Ватанына тоғро ҡалып, хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәгән барлыҡ яугирҙәргә мәңгелек дан!
Миләүшә Баязитова, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.