

Бөгөнгө көндөң иртәнге сәйе үҙенсәлекле, башҡа көндәге сәйҙәрҙән айырылып торҙо. Сөнки беҙ был сәйҙе ҡасандыр утлы Афған яуын үткән яугир-интернационалист, әле яңыраҡ ҡына МХО-нан ялға ҡайтҡан махсус ҡунағыбыҙ-Усманов Ғәлимйән Зариф улы менән бергәләшеп һөйләшеп, хәл-әхүәлдәр белешеп йәнле табын артында эстек. Уның менән осрашыуға шулай уҡ бөгөнгө көндә улдары Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатыны Гүзәл апай ҙа саҡырылды.
Ғәлимйән ағайҙың оҫта һунарсы, тәбиғәт йәнле кеше икәнен беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Осрашыуҙа ла ул Башҡортостаныбыҙҙың, тыуған ауылыбыҙҙың тәбиғәте шул тиклем бай, матур булыуы хаҡында, ошо ерҙәрҙе һағынып ҡайтыуы тураһында шундай ихласлыҡ, ғорурлыҡ менән һөйләне. Шулай уҡ ул беҙҙе ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарға ентекләп яуаптар ҡайтарҙы, үҙенең белгән, күргән, кисергәндәрен мауыҡтырғыс итеп һөйләне, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Осрашыу Айгөл Мостафа ҡыҙының телмәре, ағинәйҙәрҙең йырҙары, Әлфиә Әҙеһәм ҡыҙының тормошсан шиғыры, Нурғәлина Ғәлиә инәйҙең моңло йыры менән үрелеп барҙы. Саҡырылған һәр әсәй үҙенең улы тураһында һөйләне, бер-береһе менән кәңәшләште. Һуғыш осоро балаһы тип танылған Зөләйхә Дусмөхәмәт ҡыҙы үҙенең үткәндәрен күҙ йәштәрһеҙ һөйләй ҙә алмай. Уларҙың бөтәһенең дә бер теләк- илгә тыныслыҡ килеп, улдары тыуған йорттарына иҫән, имен ҡайтһындар. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, барлыҡ әсәйҙәргә, яугирҙарҙың ҡатындарына сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ. Илгә килгән был афәт тиҙерәк бөтөп, бәхетле, шатлыҡ менән тулы күрешеү көндәре тиҙерәк етһен ине.
ЗӘЛИӘ УРАЗБАЕВА, СЫҢҒЫҘ АУЫЛЫ КИТАПХАНАСЫҺЫ.