АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Апрель 2025, 12:15

Афарин, баймаҡтар!

Баймаҡ районының «Хәрби туғанлыҡ» берекмәһе ир-егеттәре махсус хәрби операцияла яралыларҙы эксплуатациялауҙа кәрәкле булған «Анюта» носилкаларын әҙерләүгә тотондо.

Афарин, баймаҡтар!Афарин, баймаҡтар!
Афарин, баймаҡтар!

Баймаҡ районының «Хәрби туғанлыҡ» берекмәһе ир-егеттәре махсус хәрби операцияла яралыларҙы эксплуатациялауҙа кәрәкле булған «Анюта» носилкаларын әҙерләүгә тотондо.

Сик һаҡсылары Союзы етәксеһе Сәлимйән Италмасов етәкселегендә әҙерләнгән ошондай дүрт носилка яугирҙәргә ебәреүҙе көтә. Был эшкә күп көс һалған һәр кемгә ихлас рәхмәт белдерәбеҙ.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: республикабыҙҙа бындай ҡоролма Туймазы ҡалаһында ғына етештерелә ине. Әле Баймаҡ ир-егеттәре яуаплы эшкә тотонған. “Анюта” эвакуация арбаһы яралыларҙы һуғыш яланынан тиҙерәк сығарырға ярҙам итәсәк.

Конструкцияның ҡайһы бер үҙенсәлектәре: юлһыҙ ерҙән дә китеп була. Эвакуация төркөмө утҡа тотолһа ятҡырырға, күтәрергә, тәгәрмәсте еңел генә йыйырға мөмкин. Бер яралыны ике кеше эвакуациялай ала.

Был носилканы Новгород ҡалаһында йәшәүсе уйлап тапҡан, ҡыҙының исемен биргән.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас