АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Апрель 2025, 07:20

Сибайҙан 16-сы гуманитар ылау ҡуҙғалды

  Сибай ҡалаһы халҡы ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияға сираттағы гуманитар ылауын оҙатты. Уға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Сөнки сибайҙар дөйөм көс менән генә дошманды еңеп булыуын яҡшы аңлай.

Сибайҙан 16-сы гуманитар ылау ҡуҙғалдыСибайҙан 16-сы гуманитар ылау ҡуҙғалды
Сибайҙан 16-сы гуманитар ылау ҡуҙғалды

 

Был юлғы ылауға сибайҙар һәр ваҡыттағыса аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-ярағы, яугирҙәргә шәхсән посылкалар тейәне. Бөтәһе 20 тонна йөк йыйылған ине. Ҙур машинаға иң беренсе ҙур әйберҙәр, шул иҫәптән 2 еңел автомобиль тейәлде,- тине Сибай ҡала хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса бүлеге начальнигы Яна Хәлисова.

Ҡала халҡы шулай уҡ яугирҙәргә маталл рәшәткәләр, транспортерлы лента, шиналар, госпиталгә бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, һауа таҙартҡыс, эсәр һыу, окоп шәмдәре ебәрҙе.

Гуманитар ылауҙы тейәргә ҡаланың уҡыу йорттары студенттары ҙур ярҙам күрһәтте.

Гуманитар ылау ебәреүҙә ҡатнашыу һәр кемдең изге бурысы. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә бындай ярҙам тыуған яҡ сәләмен, күстәнәсен илтеп кенә ҡалмай, артабан арыу-талыу белмәй дошманға ҡаршы торорға көс-дәрт тә бирә. Ирекмәндәр фронтҡа ярҙам итеүҙән туҡтағаны юҡ. Күп кенә урындарҙа маскировкалау селтәрҙәре үрелә, хужабикәләр консерва, ҡайнатмалар яһай, балалар иһә тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ тип хаттар яҙа.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас