Айҙарыбыҙҙың солтаны булған изгеләрҙән-изге рамаҙан айы ахырына яҡынлаша. Рамаҙанда барлыҡ мосолмандар ҙа бары тик Аллаһү Тәғәләбеҙ ризалығы өсөн ураҙа тоторға ихлас ниәт ҡылып, таңдан алып ҡояш байығанға тиклем ашауҙы туҡтатып тора. Һәр мосолман күҙ, ҡолаҡ, ҡул, тел менән ҡылына торған төрлө гонаһтарҙан һаҡланып, Ҡөрьән уҡырға, күберәк ғибәҙәт ҡылырға һәм изгелектәр эшләргә тырышырға тейеш. Был айҙа ҡылған ғибәҙәттәребеҙ, изгелектәребеҙ өсөн бик күп сауаптар яҙыла, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә.
Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи вә сәлләм әйтә: “Кем дә кем ураҙа тотҡан кешене ашатһа, ураҙа тотҡан сауап яҙылыр”,- ти. Ә инде табынығыҙҙа ураҙа тотмаған кеше бар икән, уны ашатҡан өсөн дә сауап яҙылыр.
Ана шундай изге уй-ниәттәр менән Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре лә аҡса йыйып, милли ризыҡтарыбыҙҙы бешереп, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ауыҙ астырыу йолаһын атҡарҙы. Сараға дин әһеле Баязит Шахмаев саҡырылып, махсус хәрби операцияла башын һалғандар рухына һәм әлеге көндә унда булыусы яугирҙәргә, илебеҙҙең тыныс киләсәгенә бағышланып доғалар уҡылды. Аят һуңынан, МХО яугирҙәренең һәм мохтаж ғаиләләргә күстәнәстәр тапшырылды.
Әйтеп үтергә кәрәк, был һуғышта ҙур булмаған Сибай ҡалаһының йөҙҙән ашыу бынамын тигән ир-егеттәре башын һалды. Тик, исемлектең артабан да үҫкәндән-үҫә барыуы күңелде ҡыра, таныш йөҙҙәрҙең фото-рәсемдәренә ҡарап күҙҙәргә йәш төйөлә. Музейҙа улар өсөн айырым витриналар ҡуйылды. Әлеге мәлдә яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәрен туплау эше дауам итә.
Был мөбәрәк айҙа башланғыс алған изге эштәр дауамлы булһын ине. Рамаҙан айы йәндәребеҙҙе туйындырһын, йөрәктәребеҙҙе асһын, ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙе алып ташлаһын, имандарыбыҙ нығынһын.
Альбина Зөфәр ҡыҙы, Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе