Башҡортостан геройҙары программаһында ҡатнашырға республикала бер мең ярым кеше теләк белдергән. Был проект – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн кадрҙар программаһы . Уны ил Президенты Владимар путин ҡушыуы буйынса – "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырабыҙ. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта булған йәки өйөнә ҡайтҡан кешеләрҙе унда ҡушылырға саҡырам – тырышығыҙ! Һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ, оҫталығығыҙ Башҡортостанға һәм илгә бик кәрәк. Барыһына ла уңыштар!” – тине республика Башлығы Радий Хәбиров ир-егеттәрҙе ҡеүәтләп. Проектҡа сибайҙар ҙа дәррәү ҡушылды
Проектта ҡатнашыу ауыр түгел. Бының өсөн героибашкортостана.рф сайтында теркәлергә, анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн-тест һәм әңгәмәләшеү үтергә кәрәк. Бынан һуң квалификацияны күтәреү курстары асыласаҡ.
Иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр ҡайтанан һөнәри әҙерлек программалары буйынса уҡып сыға һәм эш хаҡында тәҡдимдәр ала аласаҡ.