Иман—көслө терәк

Баймаҡ ҡалаһының "Нәсихәт" мәсетендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләре өсөн ифтар үткәрелде.

Иман—көслө терәкИман—көслө терәк
Иман—көслө терәк

Баймаҡ ҡалаһының "Нәсихәт" мәсетендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләре өсөн ифтар үткәрелде.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, бындай ауыр ваҡытта иман кешеләр өсөн терәк булып тора, тип билдәләне.

—Беҙҙең доғаларыбыҙ ишетелһен һәм донъя тыныслығы ҡайтһын. Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет һәм ғаиләләрҙә татыулыҡ теләйем!—тине башлыҡ.

Был көндө әйтелгән бөтә доғалар һәм изге һүҙҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йүнәлтелде. Әлеге ваҡытта Баймаҡ районының алты йөҙҙән ашыу лайыҡлы улы Тыуған илебеҙ именлеге өсөн көрәшә. Уларҙың һәр береһе—беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Ауыр ваҡытта берҙәм булыу һәм бер-беребеҙгә ярҙам итеү мөһим.

Был сара «Һаҡлаусы Фәрештә» штабы һәм уның Темәс ауылындағы филиалы, "Ватанды Һаҡлаусылар" Дәүләт Фонды ирекмәндәре тырышлығы менән ойошторолдо. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта булған Мәжитов Әсҡәт ҡорбанлыҡ биргән. Ҡорбан ашы һәләк буған яугирҙәргә арналды.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас