Бөтә яңылыҡтар

Ҡарамалы ҡатын-ҡыҙҙары уңған!

Баймаҡ районының Ҡарамалы ауыл китапханаһында ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарына Ишмөхәмәт ауыл хакимиәте башлығы Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Уңған ханымдар ауылда уҙғарылған бер генә саранан ситтә ҡалмай.  

Ҡарамалы ҡатын-ҡыҙҙары уңған!
Ҡарамалы ҡатын-ҡыҙҙары уңған!

-Күмәк өмә булһынмы, махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам итеү булһынмы, ауылдың мәҙәниәт тормошо булһынмы һәр ваҡыт улар әүҙем ҡатнаша. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт" - тине етәксе гүзәл заттарҙың һәр ҡайһыһына тилберлеге, уңғанлығы, тырышлығы өсөн рәхмәт әйтеп.

Донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын! -тип теләне сарала ҡатнашыусылар.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: