Былтыр Рәсәй Президенты Владмир Путин федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар бөтә тармаҡтарҙа, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль идаралыҡтарҙа алғы позициялар биләргә тейеш тип белдерҙе.
“Башҡортостан геройҙары” проекты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ветерандарҙы идара итеүҙең заманса нигеҙҙәренә технологияларына өйрәтеү. Махсус белем алғандан һуң яугирҙәр дәүләт власьть органдарында һәм урындағы үҙидаралыҡта, шулай уҡ республиканың ойошма, предприятиеларында етәксе вазифалар биләй ала. Ир-егеттәрҙе тәжрибәле остаздар уҡыта, билдәле эксперттар, ғалимдар, власть органдары вәкилдәре һабаҡ бирәсәк. Стажировканы төбәктең алдынғы идарасылары етәкселегендә үтеү ҡарала.
«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының маҡсаты — махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм ветерандары араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү. Проектта ҡатнашыу махсус операцияла ҡатнашҡан һәм урта һөнәри йәки юғары белемгә эйә булған һәр кем ғариза бирергә хоҡуҡлы.
Башта героибашкортостана.рф сайтында теркәлергә, анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн-тест һәм әңгәмәләшеү үтергә кәрәк. Бынан һуң квалификацияны күтәреү курстары асыла.
Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр ҡайтанан һөнәри әҙерлек программалары буйынса уҡып сығырға һәм уларға эш тәҡдим ителергә тейеш.