Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Февраль 2025, 14:00

Ил һаҡсылары әҙерләнә

Хәрби-ялан экспедицияһында ҡатнашыусылар ҡар өҫтөндә ут яҡҡан, ашарға әҙерләргән, ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән ҡыуыш ҡорған, урында ориентир тоторға өйрәнгән, тактик алымдарҙы ҡулланған. -«Штурм» хәрби-спорт патриотик клубына башлыса «Хан» атыу клубында шөғөлләнеүселәр йөрөй. Малайҙарға ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында күнекмәләр яһау бик оҡшаны. Бындай сараларҙа буласаҡ ил һаҡсыларының характерҙары нығына, командала берҙәмлек барлыҡҡа килә. Хәрби күнекмәләр, белем артабан малайҙарға әрме хеҙмәтендә бик кәрәк буласаҡ,--ти «Хан» атыу клубы етәксеһе, практик атыу федерацияһы инструкторы Фаяз Хәсәнов.-Уҡыусылар күнекмәләр уҙғарылған урынға--Төйәләҫ йылғаһы буйына ҡаланан йәйәү барҙы. Был да үҙенә күрә ныҡлыҡ тәрбиәләү алымы. Малайҙар шулай уҡ атыуҙа мәргәнлектәрен һынап ҡараны. Пневматик Калашников автоматынан атыуҙы тактик медицина буйынса инструктор Александр Рашевский үткәрҙе.

Ил һаҡсылары әҙерләнәИл һаҡсылары әҙерләнә
Ил һаҡсылары әҙерләнә

Сибай ҡалаһында хәрби-патриотик йүнәлештә эшләгән түңәрәк, секциялар бик күп. Шуларҙың береһе--«Штурм» хәрби-спорт патриотик клубы. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан клуб тәрбиәләнеүселәре ялан шарттарында ҡышҡы һанауҙар уҙғарып, «Ҡулға алыу. Ҡулға алыуҙы уҙғарыу һәм ойоштороу» темаһына арналған уҡыу-күнекмә барышында үҙ көстәрен һынап ҡараны.

Хәрби-ялан экспедицияһында ҡатнашыусылар ҡар өҫтөндә ут яҡҡан, ашарға әҙерләргән, ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән ҡыуыш ҡорған, урында ориентир тоторға өйрәнгән, тактик алымдарҙы ҡулланған.

-«Штурм» хәрби-спорт патриотик клубына башлыса «Хан» атыу клубында шөғөлләнеүселәр йөрөй. Малайҙарға ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында күнекмәләр яһау бик оҡшаны. Бындай сараларҙа буласаҡ ил һаҡсыларының характерҙары нығына, командала берҙәмлек барлыҡҡа килә. Хәрби күнекмәләр, белем артабан малайҙарға әрме хеҙмәтендә бик кәрәк буласаҡ,--ти «Хан» атыу клубы етәксеһе, практик атыу федерацияһы инструкторы Фаяз Хәсәнов.-Уҡыусылар күнекмәләр уҙғарылған урынға--Төйәләҫ йылғаһы буйына ҡаланан йәйәү барҙы. Был да үҙенә күрә ныҡлыҡ тәрбиәләү алымы.

Малайҙар шулай уҡ атыуҙа мәргәнлектәрен һынап ҡараны. Пневматик Калашников автоматынан атыуҙы тактик медицина буйынса инструктор Александр Рашевский үткәрҙе.

-Быйыл ғинуарҙа Санкт-Петербург ҡалаһы ДОСААФ-ы янындағы «Партизан» тактик һәм утлы әҙерлек үҙәгендә «Калашников» курсы үтеп ҡайттым. Унда атыу, яуға инеү, хәүефһеҙ мөрәжәғәт, ялан шарттарында атыш, АК-яҡындан контакт һәм башҡа бик кәрәкле хәрби һабаҡ алдыҡ. Шуларҙы малайҙарға күрһәтергә, уларға белгәнемде өйрәтергә тырыштым,--тип Александр Рашевский.

Әйткәндәй, Александр Рашевский тактик медицина буйынса программалар авторы, «Йәшәү технологияһы» проектына нигеҙ һалыусы Юрий Евич методикаһына таянып эш итә. Ул Сибай ҡалаһында ғына түгел, Урал аръяғында «Тактик медицина» буйынса курстар ойоштороуҙы үҫтерергә теләй. Тактик медицина—ул бәләгә тарыусыға медицина хеҙмәткәре килгәнгә ҡәҙәр күрһәтелгән беренсе ярҙам. Ул үҙ эсенә күләмле манипуляцияларҙы ала. Уның маҡсаты--яу яланында, көнкүрештә, юл-транспорт фажиғәһендә йә булмаһа техноген һәләкәттәрҙә төрлө тән йәрәхәттәре алыусыларҙың ғүмерҙәрен һәм һаулығын һаҡлап алып ҡалыу. Белем кимәлен билдәле бер кимәлгә еткереүсе инструктор уҡыусылар, спортсылар, студенттар менән курстар уҙғара ала. Һабаҡ биреүҙе айырым да, башланғыс хәрби әҙерлек сиктәрендә лә үткәрергә мөмкин. Бының өсөн хәрби комиссариаттар менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияға барырға йыйыныусыларға күнекмәләр үткәрә лә ала. Уларға шулай уҡ жгут, сумка эсендәге сумка һәм турникеттар һалынған әҙер аптечкалар ҙа йүнләп һала ала.

Инструктор булараҡ, А.Рашевский ҡалала уҡыусылар, студенттар менән 2023 йылдан алып эш алып бара.

«Штурм» хәрби-спорт патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре ҡышҡы селләлә сыҙамлылыҡтарын да күрһәтте. Әмәлгә ҡалғандай, малайҙар асыҡ урында күнекмәләр яһаған көндө ныҡ һалҡын булды. Шартлы дошман менән алышып, уларҙы ҡулға алыусы, атакаға барыусы, штурмға барыусылар көн аҙағына ныҡ арый. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар бырыһынан ҡәнәғәт ҡалып, йылға буйынан ҡалаға ҡәҙәр тағы йәйәү атлап ҡайтҡан.

Гөлдәр Ҡадаева.

Ил һаҡсылары әҙерләнә
Ил һаҡсылары әҙерләнә
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас