«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының «Үҙ ғаилә ҡунаҡханаһы» проекты сиктәрендә районда тәүге тапҡыр «Геройҙың ҡатыны. Геройҙың әсәһе», «Ватан һаҡсыһының атаһы» проекты буйынса фотосессия ойошторолдо. Проектта локаль һуғыштарҙа һәләк булғандарҙың ҡатындары, әсәләре, аталары ҡатнашты. Был көндө фотографтар һәм бөҙрәханалар хәйриәлек акцияһы ойошторҙо.
Ишбирҙе ауылынан Вәли һәм Миңлеямал Түләбаевтарҙың 2 улы махсус хәрби операцияға алына. Фирзан геройҙарса һәләк була, Фаил яраланып ҡайта.
Ғүмәр ауылынан Миңлевәли һәм Гөлсирә Исчуриндар 5 ул үҫтергән. Шуларҙың икәүһе үҙ теләктәре менән фронтҡа китә. Берәүһе геройҙарса һәләк булды.
Беренсе Этҡолдан күп балалы Миңлеғәле һәм Көнһылыу Усмановтарҙың өлкән улдары Чечня һуғышында һәләк була. Икенсе улдары әлеге мәлдә махсус операцияла.
Ниғәмәт ауылында йәшәүсе күп бала әсәһе Әсмә Мырҙағәлина берҙән-бер улын юғалтты. Улы Әҡсән Чечня яуын үтеп, махсус хәрби операцияға юлланған ине. Геройҙарса һәләк булды.
Байыш ауылынан Айһылыу Хәсәнованың ике улы ла үҙ теләктәре менән фронтҡа юллана. Береһе геройҙарса һәләк булды. икенсеһе Ватанға хеҙмәт итә.
Ишбирҙенән Гүзәл Халикова—герой ҡатыны. Ире Данил махсус хәрби операцияла башын һалды. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының бер туған ағаһы ла Украина ерендә һәләк булды. «Хәсән» ҡушаматлы икенсе ағаһы әле фронтта.