АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
17 Февраль 2025, 06:25

Еңеү тиҙерәк килһен!

Хәйбуллалар сираттағы гуманитар ылауҙы тейәп, алғы һыҙыҡҡа оҙатты. Имен-аман барып етеп, яугирҙәреьеҙҙең мәнфғәтенә яҙһын! 

Еңеү тиҙерәк килһен!Еңеү тиҙерәк килһен!
Еңеү тиҙерәк килһен!

Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ. Яугирҙар тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

Махсус хәрби операция башланғандан алып Хәйбулла районынан даими рәүештә яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатыла. Бөгөн сираттағыһы юлға сыға.  

Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировкалау селтәрҙәре, дронға ҡаршы одеялдар, газ баллондары, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек (тушенкалар, салаттар, тоҙламалар, картуф), кейемдәр һәм яугирҙарға ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында автомобилдәргә тейәлде.

Гуманитар ылауға ир-егеттәрҙең заявкалары буйынса хәйбуллалар йыйған аҡсаға “Тыуған тыл. Хәйбулла” төркөмө ирекмәндәре һатып алынған ҡиммәтле приборҙарҙан тыш, таҡҡыслы мунса һәм мотоцикл ҡушылды.

Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ. Гуманитар ярҙам яҡташтарға тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен, техникалар, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә ярап ҡалһын. Яугирҙар тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

Раян Атанбаев.

Еңеү тиҙерәк килһен!
Еңеү тиҙерәк килһен!
Еңеү тиҙерәк килһен!
Автор:
Читайте нас