АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
13 Февраль 2025, 10:55

Яугирҙәр сәк-сәкте оҡшатҡан

Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбе коллективы алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә даими гуманитар ярҙам ебәреп тора. Ошо көндәрҙә белем усағының 10-сы уҡыусылары, хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар бергәләшеп “Минең милли аш-һыуым” флешмобына ҡушылды. Флешмобты Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы иғлан иткән.

Яугирҙәр сәк-сәкте оҡшатҡанЯугирҙәр сәк-сәкте оҡшатҡан
Яугирҙәр сәк-сәкте оҡшатҡан

2025 йыл--Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы

 

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға милли ризыҡ бешереп ебәреү үҙе бер мәрхәмәтлек һәм иғтибар билдәһе. Ул бер яҡтан һалдаттарыбыҙға ярҙам булһа, икенсе яҡтан, туғанлыҡ һәм милли йолалар менән бәйләнеште һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.

Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбе коллективы алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә даими гуманитар ярҙам ебәреп тора. Ошо көндәрҙә белем усағының 10-сы уҡыусылары, хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар бергәләшеп “Минең милли аш-һыуым” флешмобына ҡушылды. Флешмобты Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы иғлан иткән.

--Башҡорт халҡының милли ризығы бик бай һәм күп төрлө. Йылҡы итенән яһалған ҡаҙы, төрлө иттән бешерелгән бишбармаҡ, тултырма, бәлеш, ҡоротһоҙ башҡортто күҙ алдына килтереп тә булмай. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа еңел әҙерләнә торған милли ризыҡ—сәк-сәк бешерергә булдыҡ. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә беҙ уға аҙ ғына миҡдарҙа ҡаҙ майы ҡушып ебәрҙек. Шулай иткәндә сәк-сәк бигерәк тәмле килеп сыға, оҙағыраҡ та һаҡлана,--тип аш-һыу әҙерләү серҙәре менән бүлеште “Престиж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 12-се мәктәп ашнаҡсыһы Юлиә Исхаҡова.-Сәк-сәкте бешереп торҙоҡ, ҡыҙҙар шунда уҡ уны айырым ҡаптарға тултырҙы. Бөтәһе 4 килограмға яҡын тәмлекәс әҙерләнек. Ризыҡты барлыҡ күңелебеҙҙе, оҫталығыбыҙҙы һалып бешерҙек.

Юлиә Викторовнаның башҡорт халҡының милли ризыҡтарына өҫтөнлөк биреүенә бер аҙ аптырауыбыҙға ул:

-Мине 3 йәшемдән өләсәйем Гөлйәүһәр Ҡотлоғужина тәрбиәләп үҫтерҙе. Ул милли аш-һыуҙы урын еренә еткереп тәмле итеп әҙерләргә өйрәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы аңыма һеңдерҙе,--тип яуапланы.

12-се мәктәп уңғандары бешергән сәк-сәккә ҡушып, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр һалдаттарға эске кейемдәр, олтораҡтар, нәски, яҫтыҡ, шәхси гигиена әйберҙәре лә һалған. Шуныһы ҡыуаныслы: татлы ризыҡ һәм әйберҙәрҙе алғы һыҙыҡҡа юлланған яҡташтарҙың береһе алып та киткән һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алып барып та еткергән. Тыуған яҡ күстәнәсен “эҫе” килеш кенә ауыҙ иткән ир-егеттәр шундуҡ видеояҙма төшөрөп тә ебәргән. Унда яҡташыбыҙ гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт белдерә һәм айырыуса сәк-сәктең тәмлелеген айырып әйтә.

Ашнаҡсы Юлиә Исхаҡова билдәләүенсә, улар бешергән тәмлекәс, йылы әйберҙәр блиндаждарҙа көн күргән ир-егеттәребеҙгә өй йылыһы илткән, уларҙың күңелдәрен күтәргән, рухи көс өҫтәгән. Бындай посылкалар күстәнәс кенә түгел, яугирҙәрҙең хеҙмәтен баһалау, уларҙы тыуған яҡтарында түҙемһеҙлек менән еңеү яулап ҡайтыуҙарын көтөү билдәһе лә. Бындай күмәк сара коллективты берләштереп кенә ҡалмаған, тәрбиәүи йәһәттән халҡыбыҙҙың мәҙәниәте менән таныштырған.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас