АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
30 Сентябрь 2022, 10:00

Ир-егеттәрҙең девизы: «Ваҡыт беҙҙе һайланы»

Һәр кешенең тормошонда шундай мәл тыуа: ул үҙе өсөн нимә дөрөҫ, ә нимә ялған икәнен хәл итә һәм үҙ юлын һайлай. 2022 йылдың 21 сентябрендә Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде. Ысын ир-егеттәр, патриоттар, һис шикһеҙ, үҙ юлын һайланы. Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһынан да мобилизацияланған бер төркөм ир-егеттәрҙе хәрби пунктҡа оҙаттылар. Хәрби комиссариат алдындағы халыҡты йырып үткеһеҙ булды: повестка алған төрлө һөнәр эйәлерен оҙатырға туғандары, яҡындары, дуҫтары килгән.

Ир-егеттәрҙең девизы: «Ваҡыт беҙҙе һайланы»Ир-егеттәрҙең девизы: «Ваҡыт беҙҙе һайланы»
Ир-егеттәрҙең девизы: «Ваҡыт беҙҙе һайланы»

Йыйылыусыларҙы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев сәләмләне:

-Тыуған ил саҡыра! Әлбиттә, ауыр буласаҡ. Иң мөһиме-алға ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!-тине башлыҡ.

 Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров, “Отрада и утешенеие” храмы, “Тәҡүә” мәсете диндарҙары, хәрби ойошмалар етәкселәре лә ир-егеттәргә ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләне. Митинг һуңында Азамат Юлдашбаев мобилизацияланыусылар араһында булған Сибай сәнғәт колледжы директоры Замир Йәнтүринға баян тапшырҙы. Юлға сығыусылар 4 автобусҡа ултырғансы яҡындары-туғандары менән хушлашты.

Йөрәктәре тулы ут булһа ла, ир-егеттәр йырларға, бейергә тырышты. Ни тәһәң дә, оҙатылыусы--электриктар, сантехниктар, педагогтар, медицина хеҙмәткәрҙәре, токарҙәр араһында артистар бик күп ине.

Сибай концерт-театр берекмәһенең 12 хеҙмәткәре һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге дәүләт башҡорт драма театрынан, ҡаланың мәҙәниәт бүлегенән өсәр кеше юлға сыҡты. Улар шундуҡ социаль селтәргә видеояҙма һалды һәм ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә интернетта популярлыҡ яуланы. Уны хатта Рәсәйҙең үҙәк каналдарынан да күп тарҡырҙар күрһәттеләр.

*

Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан да йөҙләгән ир-егет күнекмәләр үтеү үҙәктәренә оҙатылды.

Башҡортостан Республикаһынан мобилизацияға эләккән һалдаттар Пенза, Һарытау, Ҡазан, Елань һәм Вольск ҡалаларындағы хәрби училищеларға һәм хәрби уҡыу үҙәктәренә ебәрелде. Был урындарҙа уҡытыу-матди база, полигондар, уҡыу кластары, тренажерҙар булғанлыҡтан, буласаҡ хәрбиҙәрҙе урынлаштырыу, уларҙы туҡландырыу, мунса-кер йыуыу хеҙмәтләндереүе өсөн тейешле фонд булдырылған. Хәрби күнекмәләр бер айға яҡын дауам итәсәк.

Республика Башлығы Радий Хәбиров һәр пунктҡа советниктар тәғәйенләне. Улар араһында Ҡазандан советник итеп Сибай егете, кесе сержант Йәнтүрин Замир Таһир улы һайланды.

-Советниктар аша мобилизацияланған егеттәр менән бәйләнештә буласаҡбыҙ. Уларҙың бурыстары--көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү, хәрбиҙәргә яҡындары һәм шәхсән минең менән бәйләнеш булдырыу. Бөтә проблемаларҙы бергәләп хәл итәсәкбеҙ,–тине республика етәксеһе Радий Фәрит улы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәсәй Оборона министрлығы һәм Генераль штабтың Ватаныбыҙҙың суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн, граждандарыбыҙҙың именлеген һаҡлау өсөн тәҡдименә яуап итеп өлөшләтә мобилизациялау хаҡында иғлан иткәйне. Бөтәһе лә түгел, ә запастағы һәм резервтағы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә булған һәм кәрәкле һөнәргә эйә граждандар ғына саҡырылырға тейеш.  Саҡырылыш беҙҙең төбәктә Президент Указында билдәләнгән талаптар сиктәрендә алып барыла. Йәше, хәрби белгеслеге, сәләмәтлек торошо буйынса күрһәтелгән критерийҙарға яуап биргән граждандар ғына һайлап алына. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә билдәләнгән бурыстарҙы үтәү өсөн яраҡлы хәрби-иҫәп һөнәре булған граждандарға - стрелоктарға, танкистарға, артиллеристарға, водителдәргә, механик-водителдәргә өҫтөнлөк бирелә. Офицер исемдәре булған граждандар ҙа, ябай һәм сержант составтарынан да саҡырыла.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

 

Ир-егеттәрҙең девизы: «Ваҡыт беҙҙе һайланы»
Ир-егеттәрҙең девизы: «Ваҡыт беҙҙе һайланы»
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас