

5 октябрь—Уҡытыусылар көнө билдәләнде
2011 йылдан мәктәптең методик берекмәһе етәксеһе, 2015 йылдан башланғыс кластарҙа директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, Гөлзәминә Тимерйән ҡыҙы һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала, эшен яратып, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Талапсан, ғәҙел уҡытыусыны коллегалары ла, ата‑әсәләр ҙә ихтирам итә.
Тынғыһыҙ хеҙмәте дәүләт һәм район кимәлендә юғары баһалана: 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы, ә 2024 йылда министрлыҡтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. 2022-2026 йылдарҙа «Гагарин кубогы» олимпиадаһында уҡыусыларҙы әҙерләгәне өсөн муниципаль һәм республика этаптарында күп тапҡырҙар Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 2025 йылда республика этабында «Киләсәк остазы» («Наставник будущего») номинацияһында дипломға һәм наградаға лайыҡ була. 2026 йылдың апрелендә Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәхмәт хаты һәм Рәсәй космонавтика федерацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Былар барыһы ла уҡытыусының намыҫлы хеҙмәтенә, балаларҙың белемгә ынтылышына ҙур өлөш индергән остаздың тынғыһыҙ эшенә оло баһа Районда һәм республика кимәлендә үткән бар сараларҙа әүҙем ҡатнаша, һайлау комиссияһы ағзаһы ла. Гөрләтеп баҡса үҫтерә, ҡул эштәренә оҫта.
Гөлзәминә һәм Ғәйнислам Рустановтарҙың ғаиләһе лә өлгөлө. Улар 1 ҡыҙға һәм 2 улға ғүмер бүләк иткән. Өлкән ҡыҙҙары Гүзәлиә, әсәһе кеүек уҡытыусы һөнәрен һайлап, БДУ‑ның филология бүлеген тамамлаған. Әлеге көндә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә балаларға һабаҡ бирә. Уртансы улдары Айгиз Мәскәү авиация институтын тамамлап, именлек хеҙмәтендә уңышлы эшләп йөрөй. Ә бәләкәй малайҙары Данияр Иҫке Сибай мәктәбендә 6-сы класта тик бишле билдәләренә генә өлгәшә. Төрлө предмет олимпиадаларында, география слеттарында ҡатнаша. Каратэ, бейеү менән шөғөлләнә, гитарала уйнай.
Эльвира Танһыҡҡужина, Иҫке Сибай мәктәбе уҡытыусыһы.
фото Гөлзәминә Рустанованың шәхси архивынан