

-Беренсе класта уҡыған саҡта уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Башта башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға уйлағайным, 5-се класта тарих фәне менән танышҡас, тарихсы булыу теләге уянды. 8-се класта уҡығанда, киләсәктә тормошомдо мотлаҡ тарих менән бәйләйәсәгемде ныҡлы хәл иттем.
-Ни өсөн?
-Беренсенән, мин тыуған ер тарихи ваҡиғаларға һәм архитектура ҡомартҡыларына (Спас-Преображенский храмы, Преображенский баҡыр иретеү заводы һ.б.) бай. Икенсенән, мине археология үҙенә ылыҡтырҙы. Сөнки археологик табылдыҡтар ярҙамында үткәндәр тергеҙелә. Нәҡ ошонда тарихҡа ҡағылырға, уны дәреслектәрҙең ҡоро биттәре буйынса түгел, ә табылдыҡтар аша өйрәнергә мөмкин. Өсөнсөнән, тарих беҙҙе һәр яҡтан уратып алған. Кеше көн дә үҙенең һәм халҡының тарихын яҙып бара. Үткәндәр киләсәкте булдырыуын берәү ҙә инҡар итә алмай.
-Күребеүебеҙсә, хыялдарығыҙ тормошҡа ашҡан.
-Әлбиттә! Башҡортостан Республикаһы территорияһында үткән өс археологик экспедицияла һәм «Ҡыҙыл-Курагино»ла халыҡ-ара экспедицияла ҡатнаштым. 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамланым.
Тарих уҡытыусыһы--балаларҙы фән донъяһына алып барыусы, ә тарих-- ҡатмарлы тормош юлдарында юл күрһәтеүсе. Тарихты өйрәнеү башҡа фәндәр: әҙәбиәт, география, йәмғиәтте өйрәнеү, иҡтисад өсөн кәрәкле нигеҙ бирә.
-Мәктәптән тыш ҡайҙа эшләй алыр инегеҙ?
-Башҡа өлкәне күҙ алдына ла килтерә алмайым. Балаларға биргән белемдең файҙалы, ә дәрестәремдең иҫтә ҡалырлыҡ булыуын теләйем. Сөнки бала--йәмғиәттең төп ҡиммәте. Улар--иртәнге өлкәндәр, уларҙың ниндәй булыуы, ниндәйҙер кимәлдә, миңә лә бәйле. Һәр балала талант, потенциал йәшеренгән. Уҡыусыларға үҙ теләктәрен тормошҡа ашырырға, асылырға мөмкинлек бирергә кәрәк, барыһын да үҙ ағымына ҡалдырырға ярамай. Һәр уҡыусысыға планка ҡуйырға, иң бәләкәй уңышын да маҡтап, билдәләп үтергә кәрәк. Яңылышлыҡтарын күрһәтергә, әммә был ваҡытта уны кәмһетмәҫкә, намыҫына теймәҫкә, хаталарын төҙәтеү мөмкинлеген бирергә кәрәк.
-Һәр педагогтың төп ғорурлығы--уҡыусыларының уңышы. Һеҙҙең уңыштар һөйөнөрлөкмө?
-Һөҙөмтәле эшләргә тырышым, әлбиттә. 2025 йылда Аҡҡужина Алина йәмғиәтте өйрәнеүҙән, Кулаков Артем тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының республика этабы призерҙары булды. Шулар уҡ йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих фәндәре буйынса юғары балл йыйып, олимпиада призеры статусын раҫланы. Был һөҙөмтә системалы әҙерлек кенә түгел, ә уҡытыусы менән уҡыусыларҙың ҙур уртаҡ хеҙмәте.
-Бөгөн техник прогресс фантастик тиҙлек менән үҫешә. Программаларҙың үҫешенә, шул иҫәптән яңы стандарттарҙы индереүгә өлгөрөү өсөн, уҡытыусыға ла даими уҡырға һәм камиллашырға кәрәк, шулаймы?
-Туҡтауһыҙ уҡыу һәм үҙ белемеңде практикаға ҡуллана белеү--үҙ эшенең оҫтаһы булырға теләгән кешенең төп ҡағиҙәһе. Дәрестәремде инновацион уҡытыу методтары менән үткәрәм: башлыса проект эшмәкәрлеге һәм тикшеренеү характерындағы заданиелар бирәм. Бала үҙе эҙләнеп тапҡан белем дәрестә ишетелгән мәғлүмәткә ҡарағанда хәтергә нығыраҡ уйыла. Уҡыусыларыма үҙ аллы белем эстәргә, хаталанырға һәм хаталарын төҙәтергә мөмкинлек бирәм.
-Тикшеренеү эштәре менән дә булышаһығыҙмы?
-Минең өсөн тарих--мәктәп дәреслеге генә түгел, ә замандарҙың тере бәйләнеше, бөгөнгө көнөбөҙҙө формалаштырған кешеләрҙе, ваҡиғаларҙы, дәүерҙәрҙе аңлау мөмкинлеге. Нәҡ шуға күрә лә һөнәри эшмәкәрлегемдә тыуған яҡты өйрәнеүгә айырым урын бүләм. Мәктәп йылдарынан уҡ тыуған төйәгемдең тарихы менән ҡыҙыҡһынам, уның тарихи үткәнен өйрәнергә һәм һаҡларға тырышам. Спасо-Преображенский храмы тарихы минең өсөн айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Был тәңгәлдә тикшеренеү эше менән 2013 йылдан алып шөғөлләнәм, Ырымбур ҡалаһының архивына йыш мөрәжәғәт итәм. Минең өсөн был тикшеренеү айырым архитектура объекты ғына түгел, ә бәләкәй Ватаныбыҙ тарихының биттәрен тергеҙеү мөмкинлеге лә.
-Нисек уйлайһығыҙ, уҡытыусы һөнәренең бөгөн абруйы бармы?
-Уҡытыусы һөнәренең абруйы тураһында һүҙ йөрөткәндә, иң тәүҙә шуны билдәләгем килә: абруйҙы тик наградалар йәки матур лозунгылар менән генә булдырып булмай. Уҡытыусы--ул көн һайын белем менән генә түгел, ә баланың шәхесе менән дә эшләгән белгес. Бөгөнгө уҡыусының иртәгә ниндәй кеше буласағы күп йәһәттән уҡытыусынан тора. Шуға күрә педагог хеҙмәте йәмғиәт тарафынан илдең киләсәген билдәләүсе төп һөнәрҙәрҙең береһе тип ҡабул ителергә тейеш. Шулай уҡ уҡытыусының һөнәри үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу ҙа мөһим. Минеңсә, абруйҙың иң яҡшы күрһәткесе--уҡыусыларҙың үҙ уҡытыусыларының эшен күҙәтеп: «Мин дә уҡытыусы булырға теләйем!»--тип әйтеүҙәре. Педагогик юлым дауам итеүенә ифрат шатмын. Алда яңы уҡыусылар, маҡсаттар, олимпиадалар, конкурстар һәм асыштар көтә. Һайлаған юлымда ниндәй генә ҡаршылыҡтар осрамаһын, бер ҙә икеләнмәйенсә һәм үкенмәйенсә атларға тырышам.
-Һорауҙарыбыҙға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.
фото Елена Евсееваның шәхси архивынан