АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
8 Июля , 08:10

Почтальон ағай

12 июль – Рәсәй почтаһы көнөИшдәүләт ағай “Атайсал” таратаКемгәлер–хат, берәүҙәренә гәзит–журнал, икенселәренә көндәлек кәрәк– яраҡ ташыған почтальонды һәр йортта ихлас ҡаршылайҙар. Араларҙы яҡынайтыусы, һәр ауылға рухи күпер һалыусы, халыҡҡа яратҡан баҫмаларын таратыусы почтальон хеҙмәте элек–электән иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе һаналған. Һуңғы ваҡытта күптәр ваҡытлы матбуғатты алдырмай, шуға күрә хат ташыусыларҙың хеҙмәте нимәгә ул, тип тә аптырайҙыр. Әммә улар тәрән яңылыша. Бигерәк тә бөгөн ауыл ерендә почтальон көтөп алынған кешеләрҙең береһе.

Почтальон ағайПочтальон ағай
Почтальон ағай


Ишдәүләт Рәсүлев–Моҡас ауыл биләмәһенең Беренсе һәм Икенсе Төркмән, Беренсе һәм Икенсе Моҡас ауылдарын хеҙмәтләндерә. 18 йыл хат ташыусы булып эшләгән Ишдәүләт ағай гәзит–журналдарҙы үҙ машинаһы менән ташый.
—Халыҡ гәзит–журналдар алдырмай тип әйтеп булмай, һәр кем үҙ зауығына һәм күңеленә оҡшаған ваҡытлы матбуғатҡа яҙыла, ә беҙҙең төп бурыс–уларҙы ваҡытында таратыу. Һәр кемдең яратҡан гәзит–журналын ҡулына тоттороп, яҡшы хәбәрҙәрҙе алып барып еткерһәм, минең өсөн иң ҙур бәхеттәрҙең береһе. Бигерәк тә Төркмән мәктәбе коллективына, директоры Зәһүрә Ҡаһармановаға ҙур рәхмәтлемен. Улар ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу кампанияһында ҙур ярҙам күрһәтә. Эшебеҙҙә проблемалар ҙа юҡ түгел, әгәр элегерәк гәзит–журналдарҙы ауылдарға таратҡанда “Рәсәй почтаһы” машинаһы алып йөрөһә, хәҙер улар почта бүлегенә ҡалдырып китә. Үҙебеҙҙең киткән яғыулыҡ сығымдарына аҡса бүленмәй, әлегә үҙ кеҫәбеҙҙән түләп гәзит–журналдарҙы таратабыҙ. Тик күпмегә тиклем түҙергә булыр,–ти хат ташыусы Ишдәүләт Рәсүлев.
Һөнәри байрамдары алдынан “Атайсал” гәзитенең яҡын дуҫтарын байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Артабан да бергә эшләргә, халыҡҡа рухи аҙыҡ таратыуҙа, уларға шатлыҡ һәм ҡыуаныс бүләк итеүҙәрен теләйбеҙ! Һеҙ–беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ, рухи таянысыбыҙ! Байрамығыҙ менән!
Кәримә Усманова
Баймаҡ районы
Һүрәттә: 18 йыл гәзит-журналдар таратҡан хат ташыусы Ишдәүләт Рәсүлев

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас