

21 июнь—Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө
-Шәхси тормошомда ниндәй генә хәл булмаһын, төнгө дежурство нисек кенә ауыр үтмәһен, минең кәйефем һәр ваҡыт яҡшы булырға һәм сирлеләр янына йылмайып барып инергә тейешмен. Пациенттар менән көсөргәншле хәл килеп тыуа икән, ул минең эшләп еткермәүемдең һөҙөмтәһе. Һәр ваҡыт бөхтә, йыйнаҡ булырға бурыслымын. Мин дә тере кеше, әммә дауалауҙарҙы, диагноз, анализ, дарыуҙарҙы бутарға тейеш түгелмен. Сөнки минең эшемә кешеләрҙең сәләмәтлеге, хатта ғүмерҙәре бәйле. Һөнәри девизым--шәфҡәтлелек,--тип һөйләй эше тураһында һөнәренә үлеп ғашиҡ булыуын иҫбатлап.-Ғаиләм ныҡлы терәгем. Ирем Рәмил менән берҙән-бер улым Артур минең эшемде аңлай һәм мине нисек бармын, шулай ярата.
Зөлфиә Азамат ҡыҙы белемен камиллаштырыу өҫтөндә лә ныҡлы эшләй. Ситтән тороп БДУ-ның Сибай институтының биология факультетын тамамлаған. 2006 йылда Сибай медицина колледжының юғары кимәлле шәфҡәт тутаташтары әҙерләү буйынса курстар тамамлаған.
Шәфҡәт туташы дауахананың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Вокал, бейеү ансамблдәре составында ҡала, республика конкурстарында сығыш яһай. 2014 йылда ул «Иң яҡшы шәфҡәт туташы» республика конкурсында 3-сө урын яулаһа, быйыл май айында «Башҡортостан оҫтаһы» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында «Иң яҡшы шәфҡәт туташы» номинацияһында еңеүсе булып таныла.
Гөлдәр Ҡадаева.