Байрамдар
26 Мая , 18:00

Аллаһ ризалығы өсөн намаҙ ҡыл һәм ҡорбан сал

27 майҙа мосолман донъяһы Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Ошо уңайҙан байрамға ҡағылышлы һорауҙарға Сибайҙың Ислам колледжы директоры Венер Урал улы Шәрипов яуап бирҙе. -Был байрам һәм ундағы ғибәҙәттәр Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) менән булған ваҡиғаға барып тоташа. Аллаһ Тәғәлә уға тәүҙә Исмәғил исемле улын ҡорбан итергә бойора, һуңынан, уның Аллаһ әмерен үтәргә әҙер булыуын күргәс, улы урынына һарыҡ салырға ҡуша. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: «Һәм Беҙ уны (Исмәғилде) оло ҡорбан менән алыштырҙыҡ» («Сафтарҙа тороусылар» сүрәһе, 37:107 аят). Һәм кешеләр ҙә бөгөн Аллаһ әмерен үтәп, Ибраһим пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә эйәреп, ошо ҡорбан салыуҙары менән Аллаһҡа үҙҙәренең буйһоноуын, Аллаһ өсөн ҙур ҡорбандарға әҙер булыуҙарын күрһәтә. Был ғәмәлдең исеме үк уның ниндәй ғибәҙәт булыуын сағылдыра.

Аллаһ ризалығы өсөн намаҙ ҡыл һәм ҡорбан салАллаһ ризалығы өсөн намаҙ ҡыл һәм ҡорбан сал
Аллаһ ризалығы өсөн намаҙ ҡыл һәм ҡорбан сал

 

Ҡорбанлыҡ мал «удхи‌йә» тип атала. Был һүҙ «да‌ххә» («ҡорбан итеү») тигән ғәрәп ҡылымынан алынған. Йәғни, бында кешенең үҙ аҡсаһын, көсөн Аллаһҡа яҡынайыу өсөн сарыф итеүе күҙ уңында тотола. «Ҡорбан» тигән һүҙгә килгәндә, ул ғәрәп теленең «ҡарубә» («яҡын булыу») ҡылымынан барлыҡҡа килгән. Йәғни, Аллаһҡа яҡын булыу, тигәнде аңлата. «Ҡорбан ғәйете көндөндә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһындағы иң яҡшы ғәмәл--ҡорбан малының ҡанын ағыҙыу (йәғни ҡорбан салыу). Был хайуан Хөкөм көнөндә үҙенең мөгөҙ-тояҡтары һәм тиреһе менән (ҡылынған ғибәҙәттең тере шаһиты булараҡ) киләсәк. Уның ҡан тамсылары ергә төшөп өлгөргәнгә тиклем үк Раббыбыҙ ҡаршыһында оло урын алырҙар. Шуға ла йәндәрегеҙ тыныс булһын (йәғни Аллаһтың әжер биреүенә ныҡлы ышанығыҙ)»

-Белеүебеҙсә, ҡорбан салыу ваҡыты ғәйет (байрам) намаҙын ҡылғандан һуң башлана.

-Эйе. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндәге иң ҡыҫҡа сүрәлә былай тигән: «Раббың ризалығы өсөн намаҙ ҡыл һәм ҡорбан сал» («Муллыҡ» сүрәһе, 108:2 аят).

Ҡорбан салыусы мәсеткә барып ғәйет намаҙын ҡылғандан һуң ғына төп эшенә тотона, йәғни, тәүҙә--намаҙ уҡыу, шунан--ҡорбан салыу.

Ошо көндән башлап беҙҙең ҡорбан салыу өсөн өс көнөбөҙ буласаҡ (27,28,29 май). Һәм өсөнсө көндә (29 майҙа) ҡояш байыу менән ҡорбан салыу ваҡыты тамамлана.

-Ҡорбан ителә торған хайуандың ағзалары теүәл булырға тейешме?

-Хайуандың төп өс тән өлөшөнә иғтибар итер кәрәк: ҡолаҡ, морон, ҡойроҡ. Нәҡ ошо тән өлөштәрендә йыш ҡына етешһеҙлектәр була. Ғөмүмән, бөтә мәҙһәбтәрҙәге фекерҙәрҙе дөйөмләштереп, шундай һығымтаға килергә мөмкин: әгәр ҙә етешһеҙлек иткә тәьҫир итмәһә һәм мал сатан, һуҡыр, ныҡ сирле һәм ябыҡ булмаһа, уны ҡорбан итеп салырға мөмкин.

-Ниндәй хайуандарҙы ҡорбан итеп салырға ярай?

-Хайуан төрҙәренә килгәндә, һарыҡ, кәзә, һыйыр, буйвол, дөйә малдарын ҡорбан итеп салырға була. Уларҙың ниндәйҙер бер енестә булыуы шарт түгел. Тәкәләр, йәғни, кәзә, һарыҡ тәкәләре, үгеҙҙәр, ата буйволдар, ата дөйәләр ҙә ҡорбан хайуандарына инә. Әммә йыш ҡына ул малдың йәшен иҫәпкә алмай хаталаналар. Мәҫәлән, ҡорбанлыҡ булыу өсөн һыйыр йә үгеҙ ике йәшкә етергә тейеш, йәшерәк булһа--ярамай. Һарыҡтар иһә бер йәштән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Әммә улар етенсе ай менән барғандарында ҙур булһалар (йәғни, мәҫәлән, уларҙы бер йәшлек һарыҡтар өйөрөнә ебәреп, ҙурлығы буйынса бүтәндәрҙән айырып булмаһа), ул саҡта ундайҙарҙы ла ҡорбанға килтерергә мөмкин.

-Ҡорбан салғандан һуң ит нисә өлөшкә бүленә?

-Өс. бер өлөшөн кеше үҙенә ҡалдыра, бер өлөшөн үҙенең туғандарына, ҡәрҙәштәренә саҙаҡа булараҡ өләшә, һәм бер өлөшөн—мохтаждарға тарата. Ҡорбан салғандан һуң тирене ҡайҙа ҡуйырға тигән һорауға ғалимдар түбәндәгесә яуап биргән. Уны салыусыға түләү булараҡ бирергә ярамай, әммә бүләк булараҡ--ярай.

-Үлеләр өсөн ҡорбан салырға яраймы?

-Был һорауҙы йыш бирәләр. Йәғни кешеләр шул рәүешле мәрхүмдәрҙең сауаптарын арттырырға теләй. Ғалимдарҙың берҙәм фекеренсә, әгәр ҙә кеше үлерҙән алда үҙе исеменән ҡорбан салырға васыят ҡалдырған булһа--ярай.

Ә инде кеше ундай васыят ҡалдырмаһа, был осраҡта ғалимдар төрлөсә әйтә. Рөхсәт итеүселәр, ундай ҡорбан ите (йәғни васыятһыҙ салынған ҡорбан ите) тулыһынса саҙаҡа итеп таратылып бирелергә тейеш, тигән шарт ҡуя. Әммә, фекер берлеге булмағас, ундай эштән тыйылып ҡалыу яҡшыраҡ. Мәрхүмдең ғәмәл дәфтәренә яҙыла торған бүтән эштәр ҙә бар бит. Мәҫәлән, уның өсөн ҡылынған доға. Доғаны мәрхүмдең үҙ балаһы ҡылһа, тағы ла яҡшы. Бында фекер төрлөлөгө лә, шиктәр ҙә юҡ.

-Ҡорбан итеп салыныр малды ҡасан алырға?

-Малдың бер нисә көн алдан һатып алыныуы яҡшы. Шуның менән кеше ҡорбан салырға әҙер булыуын һәм Аллаһҡа буйһоноуын күрһәтә. Был--мүстәхәб, йәғни хупланған эш. Үҙ ҡорбаныңды үҙ ҡулдарың менән салыу ҙа мүстәхәб һанала. Уны ҡиблаға ҡаратып, ергә һул яғы менән һалалар, был фарыз булмаһа ла, сөннәт. Салған ваҡытта: «Бисмилләһ, Аллаһу әкбәр», «Аллаһ исеме менән, Аллаһ иң бөйөк»,--тигән доға әйтелә. Тағы шулай тип тә өҫтәйҙәр: «Аллаһүммә, һәҙә минкә үә ләк» («Йә Аллаһ, был Һинән һәм Һиңә»). Бер һарыҡты бер кеше һәм уның ғаиләһе исеменән салалар. Һыйыр йәки үгеҙҙе--ете кеше исеменән, әммә был осраҡта шундай шарт бар: ете кешенең һәммәһе лә быны Аллаһҡа яҡынайыу өсөн эшләргә тейеш. Әгәр ҙә ул ете кешенең береһе генә булһа ла ит өсөн өлөшкә инһә, ҡалған алтыһының да ҡорбаны ҡабул булмаясаҡ. Сөнки Аллаһ Тәғәләгә малдың ите, ҡаны кәрәк түгел, Уға кешеләрҙең ихласлығы мөһим.

Салынасаҡ ҡорбандарығыҙҙы һәм ошо бәрәкәтле көндәрҙә ҡылыныр изгелектәрегеҙҙе Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен. Алда беҙҙең ҙур сауаптар эшләү өсөн бер нисә көнөбөҙ бар. Аллаһ рәсүле саллаЛлаһү ғаләйһи үә сәлләм әйтеүенсә, Аллаһ өсөн Зөлхизә айының ошо тәүге ун көнөндә ҡылынған ғәмәлдәрҙән дә яҡынырағы һәм һөйөклөһө юҡ.

Ысынлап та, Аллаһ ғәҙел булырға, изгелек ҡылырға һәм яҡындарға саҙаҡа бирергә ҡуша; ә яманлыҡтан, тыйылған эште эшләүҙән, кешеләргә йәбер-золом ҡылыуҙан тыя.

-Ҡорбан байрамын нисек үткәрергә?

-Ҡорбан байрамына, байрам табыны әҙерләргә, туғандарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы саҡырыу кәрәк. Туғандарға ҡунаҡҡа барырға мөмкин. Иң мөһиме, байрам кәйефе һиҙелһен. Аллаһ Тәғәләнән тик уның ризалығы өсөн ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙе, салған ҡорбандарыбыҙҙы, уҡыған намаҙҙарҙы һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул итеүен һорайбыҙ. Амин.

Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.

 

фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас