Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Ноябрь 2025, 15:00

Яугирҙән - һәр әсәгә гөлләмә

Ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугир  70 әсәйгә гөлләмә бүләк иткән... "Был әсәйҙәргә арналған сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө булды", - тип хәбәр итә мәктәп директоры.

Яугирҙән - һәр әсәгә гөлләмә
Яугирҙән - һәр әсәгә гөлләмә

 

--Бөгөн Ярат ауылында мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары, ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл хакимиәте коллективтары менән берлектә Әсәйҙәр көнөнә арналған бик матур сара үтте. Иң тәүҙә Ярат урта мәктәбендә "Ҡатын- ҡыҙҙың бәхет утрауы" сараһы уҙғарылды. Юғары класс ҡыҙҙары маникюр, мейкап, милли стилдәге биҙәүестәр эшләү, ҡунаҡтар килгәндә өҫтәлде сервировкалау буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Унан һуң әсәйҙәрҙең муйындарына еңел яулыҡтарҙы килешле генә итеп бәйләп ҡуйғастар, тыпырлашып бейешеп тә алдылар. Артабан сара ауыл мәҙәниәт йортонда балаларҙың, "Илһам", "Ғүмәриә" ансамблдәренең концерты менән дауам итте. Был байрамға саҡырылған яугир егеттәрҙең әсәләренә, ҡатындарына мәктәп коллективы, хакимиәт һәм клуб хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән сәскәләр бүләк ителде.

Шулай ҙа был байрамдың иң тулҡынландырғыс өлөшөн яу юлында йөрөп, кисә генә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егетебеҙ Илдар Муллағәләмов әҙерләгән ине. Ул байрамға килгән һәр бер әсәйгә сәскә гөлләмәһе ебәргән. Гөлләмәләрҙе батырҙың әсәһе Гөлнәзирә апай алып килде. Егеттәр зал буйлап сәскә таратҡан ваҡытта байрамға килгән әсәйҙәр ирекһеҙҙән тәгәрәгән күҙ йәштәрен тыя алмай аҙапланды.
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас