Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Ноябрь 2025, 11:45

Минең һөнәрем— әсәй!

Хәйбулла районы Мәмбәт ауылында йәшәүсе Лира Мәмбәтова менән танышҡас, уның ниндәй профессия эйәһе булыуын һораным. Ул: “Минең һөнәрем—әсәй” тип яуапланы. Тормош тотторған “диплом”ына һөйөнөп, Аллаһы Тәғәлә биргән миссияһын тоғро үтәп, алты балаһын яңғыҙы үҫтергән Лира бөгөн күптәргә өлгө булырлыҡ.

Минең һөнәрем— әсәй!
Минең һөнәрем— әсәй!

Ейәнсура районында тыуып, Хәйбулла еренә килен булып төшкән Лира һөйгән йәре менән ни бары 11 йыл йәшәп өлгөрә. Өлкән улы Ильяс—мәктәптә, башҡалары итәктә булғанда ғаилә башлығы Рифмир фанилыҡтан китеп бара.
—Балаларымдың атаһы эшкә әрһеҙ, булдыҡлы, сос, һәр нәмәне урын-еренә еткереп эшләгән, спорт
яратҡан кеше ине. Ғөмүмән, уларҙың нәҫелдәре шундай. Иремдең ҡар-татаһы заманында ауыл хужалығында идарасы булған, ауылда хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған. Ҡайным мәрхүм дә
тырышлығы, эшһөйәрлеге менән ихтирам яулаған. Ирем вахта менән эшләй ине, шуға алдан уҡ ниндәйҙер кимәлдә тормош йөгөн тартырға тура килде. Рифмир баҡыйлыҡҡа киткәс тә, нисек кенә ауыр булмаһын, мал тотоуымды, баҡса үҫтереүемде да-уам иттем. Сөнки балалар эш белеп үҫергә тейеш. Әле быйыл ғына малды бөтөрөү хаҡында уйлана башланым. Сөнки бесән дә ҡиммәт, көтөүсе булмау сәбәпле, ауырлыҡтар тыуып тора. Ә ғөмүмән алғанда, тормошҡа зарланмайым. Шөкөр, иремдең ике яҡлап туғандары мине яңғыҙ ҡалдырманы. Үҙемдекеләр ҙә һәйбәт, тик улар йыраҡтараҡ. Ә ауылда миңә һәр саҡ ҡәйнәм ярҙам итә. Ҡыҫтырылып, аҡыл өйрәтеп йөрөмәй, әммә матур ғына итеп йүнәлеш бирә белә. Ул үҙе лә яңғыҙ ҡалып, мин эскән “тормош һурпаһын” татыған кеше, шуға ярты һүҙҙән аңлап тора. Бейемем Вәсилә Хәйрулла ҡыҙы ауыл-
да мәҙәни саралар ойоштороусы, ансамбль етәкләүсе кеше. Мин дә сәхнәгә ғашиҡмын, бейергә яратам. Кейәүгә сығып, балаларға күмелеп, нисектер баҫылып ҡалғайным. Әле ҡыҙ-улдарым ҡул араһына инде, шуға мин кире яратҡан шөғөлөмә ҡайттым. Шулай уҡ ирекмәнлек менән булышам,—ти Лира.
Алты бала әсәһе бәләкәйҙән аралашыусан, кешегә ылығыусан була. Бала сағында ата-әсәһе Ырымбур ҡалаһына күсеп барғас, бер ауыҙ русса һүҙ белмәгән ҡыҙ балалар баҡсаһында “Эх, тала, тала” тип йырлап ебәргәс, тәрбиәсе Любовь Ивановна: “Ягодка моя”,—тип яратып уны алдына ала һәм тиҙ арала руссаға өйрәтеп ала. Ялдарҙа Ейәнсура районына өләсәй-ҡартатаһына ҡунаҡҡа йөрөгән бала башҡортсаны ла онотмай. Мәктәптә яҡшы уҡый Лира. Балалар баҡсаһындағы тәрбиәсеһе мәктәпкә эшкә килгәс, ул эшләгән китапхана бәләкәй ҡыҙҙың яратҡан урынына әйләнә. Төрлө яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡып, тәрән фекерле, бай мәғлүмәтле булып буй еткерә.
Ырымбурҙағы завод ябылыу сәбәпле, ата-әсәһе йәнә Ейәнсураға ҡайта. Бында 11 километр юл үтеп, күрше ауылға йөрөп уҡыу ҙа ҡыҙҙың белемгә ынтылышын һүрелтмәй. Ә мәктәптән һуң ҡартәсәй-ҡартатаһына эшләшеп, хеҙмәткә өйрәнә. Матур ғына йәшәп ятҡанда атаһы мәрхүм була. Бер йылдан әсәһе Хәйбулла районы Әбеш ауылынан уҡытыусы кеше менән яҙмышын бәйләй.
—Беҙҙең осорҙа иң абруйлы һөнәр эйәләре уҡытыусылар ине. Шуға гел атайымдың уҡытыусы булыуын теләй инем. Әсәйемдең яңы иптәше уҡытыусы булыуы миңә оҡшаны. Унан бигерәк ул итәғәтле, ихлас, яҡшы кеше ине. Мин уға бик рәхмәтлемен. Беҙҙе уҡытты, туйҙар яһап кейәүгә бирҙе. Бөгөн һеңлем Нәркәс ғаиләһе менән Норильск ҡалаһында. Икенсе атайыбыҙ ҙа мәрхүм булғас, әсәйем дә һеңлем йәшәгән яҡҡа китте. Нисек кенә тормош һынамаһын, юлыма яҡшы кешеләр йыш осрауына һөйөнәм, Хоҙай биргән ғүмерҙе яратып үтергә тырышам,—ти Лира.
Түшендә “Әсәлек миҙалы” йөрөтөүсе замандашыбыҙҙың ул-ҡыҙҙары яҡшы уҡыуҙары, матур тәрбиәләре менән маҡтаулы. Ильяс Аҡъяр тау колледжында уҡый, ул әсәһенең төп терәге. Илүзә лә бик тырыш бала, төрлө олипиадаларҙа приз-лы урындар яулап һөйөндөрә. Инглиз теленә ғашиҡ Илһам тырышлығы, тыныслығы менән ҡыуандыра. Ислам сос, эшкә әрһеҙ булыуы менән атаһын хәтерләтһә, Айзилә ижади ҡарашы менән әсәһенә тартҡан. Ул һүрәттәр төшөрә, ҡул эше менән булыша. Төпсөк малай Инсаф математикаға шәп, тәрән фекерле.
—Балаларым—минең бәхетем.
Улар иҫән-һау булып, мине ҡыуандырып торһа, миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй,—ти Лира Рәсүл ҡыҙы.
Йәтеш кәүҙәле, нәзәкәтле ҡатындарҙың нескә иңенә лә яҙмыш шундай йөктәр һалып ҡуя шул. Әммә көслө рухлылар бирешмәй. Психология, мода, дизайн менән ҡыҙыҡһынған, сәскәләр үҫтерергә яратҡан, тормош уртаһында ҡайнап йәшәгән Лира ла шундай көслө гүзәл заттар иҫәбенән. Бер нигә ҡарамай ул үҙ һөнәренә тоғро ҡала!

 

 

 

 

* Автор рөхсәтенән тыш, башҡа матубғат сараларына алыу тыйыла.

Минең һөнәрем— әсәй!
Минең һөнәрем— әсәй!
Автор: РЕЗЕДА УСМАНОВА
Читайте нас