Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Ноябрь 2025, 11:35

Балаларым—сикһеҙ бәхетем

Бынан 50 йылдар элек биш йә унан да күберәк бала табыу ғәҙәти һаналған. Хатта ниндәйҙер кимәлдә традиция ла булған. Йылдар үтә килә, ҡараштар үҙгәрҙе. Йәмғиәттә күп балалы әсә булыу ауыр тигән фекер нығынды. Беҙ ошо стереотипты емереп, халҡыбыҙҙың һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа тигән аҫыл аҡылына таянып, матур ғаиләләрҙе, күп бала табырға йөрьәт иткән ҡыйыу әсәләрҙе үрнәк иткебеҙ килә.

Балаларым—сикһеҙ бәхетем
Балаларым—сикһеҙ бәхетем

Эйе, күмәк бала үҫтергән ҡатын—ул көс, һөйөү һәм батырлыҡ өлгөһө. Әсәлек—ул оло хеҙмәт тә, бер ниндәй ҙә ҡиммәт менән алыштырып булмаған бәхет тә. Һәр балаңдың күҙендә, көлөүендә тормош мәғәнәһе күреүҙән, уны ҡосоп һөйгәндә йәшәү асылын аңлауҙан да илаһираҡ нимә бар икән?! Әсәй бит ашатыусы, кейендереүсе генә түгел, ул бар йөрәк йылыһын һиңә биреүсе, йәшәргә көс өҫтәүсе, тормошта юл күрһәтеүсе. Шундай әсәйҙәрҙең береһе Баймаҡ районы Буранбай ауылында йәшәй.
Зәкиә Фәйзулла ҡыҙы 7-се класта уҡығанда әсәйһеҙ ҡала. Ул апайҙарына, ағайҙарына таяна һәм үҫеп еткәс ғаиләлә балаларҙың күмәк һәм татыу булыуы ҙур бәхет икәнен аңлай.
—Балаларҙың күплеге—бәхет күплеге. Үҙем 6 балалы ғаиләлә буй еткерҙем. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк-таяныс булып үҫтек, әле лә татыубыҙ. Шуға ла бәләкәйҙән күмәк балалы ғаилә хаҡында хыял иттем. Күңелемдә был изге теләк уянғанда Аллаһы Тәғәлә «амин» тигәндер. Хоҙай беҙгә 5 бала бүләк итте. Ирем Фәнис тә 8 балалы ғаиләлә үҫкән. Тимәк, икебеҙҙең дә өлгө алырҙай ғәзиздәребеҙ булған,—ти ул.
Ғәйетбаевтарҙың нурлы йортонда, йылы ҡосағында буй еткергән ҡыҙҙар-малайҙар хеҙмәт менән тәрбиәләнгән. Һыйыр малы, йылҡы тотҡан, ҡош-ҡорт аҫраған, баҡса үҫтергән йортта эшһеҙ, ҡул ҡаушарып ултырырға форсат булмай. Ауылдаштарының пай ерҙәрен ҡуртымға алып, иген сәскән аталарының баҫыуына барып ярҙам итергә лә, әсәләре эшләгән
ауыл китапханаһында китап уҡырға ла, унда уҙғарылған төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнарға ла өлгөрә улар. Эшкә тилбер, сос булып үҫкән балалар уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Өлкәндәре Илгиз Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлай. Ләйсән, Яҙгөл, Ильяс медицина юлын һайлаған. Ғәзиз яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала.
—Балаларыма татыу булығыҙ, бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ тип кенә торабыҙ. Шөкөр, әйткәнде алалар. Береһенә бер нәмә кәрәкһә, тиҙ генә аҡса йыйып бирәләр. Беҙгә лә иғтибарлылар. Яңыраҡ тыуған көнөмә аҡса йыйып, шифаханаға путевка алып, мине ял итергә ебәрәбеҙ тип геү килделәр. Эш күп тип баш тарттым, әммә балаларымдың изгелеге, хәстәрлеүе мине ҡыуандырҙы. Шуға ла йәштәргә күп бала табыуҙан ҡурҡмауҙарын теләр инем, уларҙы хеҙмәт менән тәрбиәләһендәр. Күмәк бала татыу, ярҙамсыл, бөтмөр, егәрле була, ундайҙар тормошта юғалып ҡалмай. Фәнис малайҙарға эш ҡушһа, мин ҡыҙҙарҙы ылыҡтырҙым, мәктәпкә бармаҫ элек һыйыр һауам тип 1 литрлыҡ бәләкәс биҙрәне тотоп янымда торҙолар. Бешеренергә яраталар, һалмаһын да йәйәләр, икмәген дә һалалар. Китапханала 25 йыл эшләйем. Аллаға шөкөр, ғаиләм һәр ваҡыт ярҙам итә. Балалар ҙурайһа ла китапхананан сығышманы, Сибайға алып китеп булһа ла китапты уҡып бөтәләр ине. Эшләгән һәм китап уҡыған балаға ышанырға була. Ғөмүмән, ғаиләмә рәхмәтлемен, улар һәр саҡ миңә терәк. Бөгөн иһә өләсәй булараҡ та бәхетлемен,—тип һөйөнә Зәкиә Ғәйетбаева.
Зәкиә Фәйзулла ҡыҙы ғаиләһенән генә түгел, ауылдаштарынан да уңған тип өҫтәр инек. Ауыл китапханаһында ниндәй генә сара үткәрелмәһен, килеп ҡушылалар, ҡатнашалар, һәр башланғысты күтәреп алалар. Тимәк, 5 бала әсәһе эшенән дә, ғаиләһенән дә йәм табып, һәр яҡлап рәхмәт алып йәшәй. Ә ашҡынып ҡайтыр—ғаиләңдең, ашҡынып барыр эшеңдең булыуы—ҙур бәхет!

 

 

 

 

 

* Башҡа матубғат сараларына авторҙың рөхсәтенән тыш алыу тыйыла.

Автор: РЕЗЕДА УСМАНОВА
Читайте нас